+24 °С
Ямғыр


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, апрелдә яратҡан йырсыларыбыҙҙың Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасуринаның никах туйҙары үтте. Әле йәштәр өйләнешеү өсөн ғариза бирергә ЗАГС-ҡа барған.
Әйткәндәй, йәштәр ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле туй мәлен июнь аҙағына планлаштырған. "Туйыбыҙ Ҡазан янындағы ҙур бер банкеттатар залында үтәсәк. Мәжлескә беҙ туғандарыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы һәм күп һанлы сәхнә дуҫтарыбыҙҙы саҡырасаҡбыҙ", -тигән улар.
Туйҙарығыҙ имен-һау үтһен, бәхетле булығыҙ!
Фото: "Интертат"