Бөтә яңылыҡтар

Табын түрендә – милли аш-һыу

Табын түрендә – милли аш-һыу.

Автор фотолары.
Фото: Автор фотолары.

Сибай ҡалаһының концерт-театр берекмәһе бинаһында Рәсәй халыҡтарының “Тәмле” милли аш-һыу конкурс-күргәҙмәһе үтте. Быйыл конкурс өсөнсө тапҡыр уҙғарылды һәм Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылына арналды.

Билдәле булыуынса, туҡланған аҙыҡ-түлек, ашау рәүеше кешенең ғүмеренә һәм һаулығына ҙур йоғонто яһай. Һуңғы ваҡытта халыҡтың экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибары арта. Бигерәк тә һөт ризыҡтарына, хәләл иткә, милли аш-һыуға өҫтөнлөк биреүҙәре ҡыуаныслы.

Конкурс ҡала халҡының яратҡан сараларының береһенә әйләнде. Унда ҡатнашыусылар һанының артыуы күҙәтелә. Быйыл ул Сибай ҡалаһында дуҫ һәм татыу йәшәгән күп халыҡтарҙы берләштереүе һәм төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең милли ризыҡтарын тәҡдим итеүе менән иғтибарға лайыҡ булды. Бигерәк тә әрмән, тажик, үзбәк халыҡтары вәкилдәре әүҙем ҡатнашты.

Төрлө милләт халҡының аш-һыу күргәҙмәһенән өҫтәлдәр һығылды, тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡланы, милли ризыҡтарҙың күплегенә халыҡ хайран ҡалды. Мәҫәлән, башҡорт халҡының ниндәй генә һыйҙары юҡ: ит, һөт ризыҡтарынан әҙерләнгән төрлө аш-һыу, ҡамырҙан бешерелгән бауырһаҡ, бәлеш, бөйөрөк, ҡабарып уңған ҡомалаҡлы икмәк, талҡан төрҙәре, бал, буҙа – барыһы ла бар! Онотола барған милли аш-һыуҙың түрҙән урын алыуы бигерәк тә һоҡландырҙы. Өләсәй-инәйҙәребеҙҙе аслыҡ йылдарында үлемдән һаҡлап ҡалған был ризыҡтарҙы күптәрҙең тәүгә күреүе ине.

Мәҫәлән, Мәрйәм Хәсәнова ит ризығынан боронғо башҡорт төрнәге әҙерләгән. Бында йылҡы, һарыҡ, һыйыр, ҡаҙ һәм өйрәк иттәренән бик тәмле ит төрнәге хасил булған.

Ә бына Таулы ҡасабаһында йәшә­гән уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләш­тергән “Таулы ынйылары” ағинәйҙәр ойошмаһының ҡомалаҡтан һалған әпәкәйҙәре күргәҙмәнең төп өлөшөн биҙәне. Улар, көҙ ҡомалаҡ йыйып, унан сүпрә яһап, үҙҙәре мейестә ҡомалаҡ икмәге бешерә. Баҡтиһәң, ондары ла үҙҙәренең тирмәнендә тарттырылған икән! Сәғилә Ҡу­ланшина һәм Рәшиҙә Солтанова икмәк бешереү серҙәрен ихлас уртаҡлашты.

Әнисә Ғәниеваның төрлө емеш-еләктән яһаған ҡаҡтары өй шарттарында ла бынамын тигән тәмлекәстәр әҙерләргә мөмкин икәнлеген күрһәтте. Уңған хужабикәләр әҙерләгән ризыҡтарҙың тәмлелеге һәм файҙалы булыуы күптәрҙе һоҡландырмай ҡалмағандыр, сөнки хәҙер һәр бере­беҙ тигәндәй милли ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләй башланыҡ. Өйрәнергә теләк белдереү­селәрҙең күп булыуы ла һөйөндөрә.

Ҡасандыр үҙе лә ҡояшлы Үз­бәкстан яҡтарында йәшәгән һәм әле Сибайҙа төпләнгән Фирҙәүес Иб­раһимова үзбәк халҡының былауын тәҡдим итте. Ә бына Нозиля Хәсәнованың тажикса әҙерләгән былауы күршеләренән ни яғы менән айырылыуы хаҡында һорағас: “Беҙ былауға ноғот  (нут) борсағы өҫтәйбеҙ, ул үҙенсәлекле тәм бирә”, – тип яуап­ланы. Күргәҙмәлә ҡатнашырға ярҙам иткән Фәрзәнә һәм Зәйтүнә инәйҙәренә лә бик рәхмәтле ул.

Сибайҙар, әрмән ләүәше бешереп, һатыуға сығарған шәхси эшҡыуар Лусине Закарянды бик яҡшы беләлер, моғайын. Конкурсҡа ул ғаилә дуҫтары Астхик Тигранян менән бик бай әрмән аш-һыуҙарын әҙерләгән.

Йыл һайын матур сара ойоштороп, төрлө милләттең аш-һыуын пропагандалау, уларҙы башҡа халыҡтарға күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында үткән “Тәмле” конкурс-күргәҙмәһе был юлы ла үҙ маҡсатына тулыһынса өлгәште. Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина белдереүенсә, бындай конкурстар бик кәрәк. Беренсенән, ул һәр милләттең аш-һыуын әҙерләүҙән алып, өҫтәлгә нисек бирелеүенә тиклем күрһәтелә. Икенсенән, һуңғы ваҡытта илебеҙҙә гастрономия фестивалдәренә иғтибар арта. Был йәһәттән “Тәмле” конкурсы ошондай фестивалдәргә бер аҙым булып тора ла инде.

Әйткәндәй, абруйлы баһалама ағзалары дүрт номинацияла урын билдәләне: ит ризыҡтары; һөттән әҙерләнгән аш-һыу; икмәк һәм икмәк-булка ризыҡтары; милли эсемлектәр.

Һөҙөмтәлә беренсе урынға түбәндәгеләр лайыҡ булды: Наталья Архипова (рус кухняһы), Астхик Тигранян һәм Лусине Закарян (әрмән кухняһы), Рәшиҙә Солтанова һәм Сәғилә Ҡуланшина (башҡорт кух­няһы), Нозилә Хәсәнова (тажик кухняһы) һәм Фирҙәүес Ибраһимова (үзбәк кухняһы).

Әлфиә Арыҫланова менән Мәрйәм Хәсәнова икенсе урынды уртаҡлашты, Зәкиә Яуымбаева һәм уның ҡыҙы Әнисә Ғәниева, Мәзүнә Хәсәнова өсөнсө урындарға лайыҡ булды.

Ейәнсура районынан умартасы Рафиҡ Ноғоманов татлы һәм шифалы бал, көнбағыш майы тәҡдим итте.

Сибай ҡалаһында ойошторолған “Тәмле” конкурс-күргәҙмәһе бөгөн беҙҙең өҫтәлдәрҙә бүтән халыҡтан килеп ингән йә иһә бик тиҙ әҙерләнгән ярымфабрикаттар, төрлө буяу элементтары ҡушылған зыянлы аҙыҡ-түлек өҫтөнлөк итә барған осорҙа үҙебеҙҙең милли  аш-һыуға нығыраҡ иғтибар итергә, халҡыбыҙҙың онотола барған ризыҡтарына йөҙ борорға кәрәк икәнлеген күрһәтте.


Кәримә Усманова

Сибай ҡалаһы

Читайте нас