– Нишләп кенә шунда, төн уртаһы булһа ла, һеҙҙе уятып, бәпәйҙе һиңә ҡалдырып, үҙем ҡуша бармағанмын икән дауаханаға, тип һаман үкенәм, Рәзилә. Мин янында булһам, әллә...
– Эй, Мирзанур. Ҡайҙан ғына беләһең инде алдан ни булырын. “Ашығыс ярҙам”дыҡылар ҙа ҡотҡара алмағас, нимә тиерһең?.. Юлда уҡ тромб шартлаған, тиһең бит.
– Ғүмер буйы үкендерер инде.
– Шулай инде. Улай ҙа ҡыҙың шәбәйеп китте. Үлеп кенә ҡуйыр инде, тип ҡайғырғайныҡ хатта, һиңә өндәшмәһәк тә. Ҡалай сос әле үҙе, күҙ теймәһен. Күлдәк кейҙерәйем тиһәм, ике ҡулын еңгә үҙе тоҫҡап тора бит әле. Өйрәтеп бөткәнһең икән.
Ә Гөлкәйе әсәһенә игеҙ һыңар кеүек оҡшаған! Ҙурая барған һайын, оҡшашлыҡ арта бара – Мирзанур эй ҡыуана быға. Атаһына ҡош балаһы кеүек ҡанат елпеп ынтыла, сәпәкәй итеп ебәрә, ынйылай һигеҙ бөртөк тешкенәһе лә бар бәпескенәһенең. Теше һуңыраҡ сыҡты инде.
– Әсәһенең йылы һөтөн имгән һымаҡ түгел шул. Шешә һөтө ни...
– Ярар, үҫер әле. Һуң сыҡҡан теш ишшеү ныҡ була ул.
Ҡатындарҙың һәр нимәгә яуабы әҙер. Ҡатындар, тиһең. Ирҙәр араһында ла өйрәтеүселәре, кәңәш биреүселәре, иптәштәре күп хәҙер Мирзанурҙың.
Кәләшенең генә йәш көйө әрәм булыуы ҡыйын. Ҡыҙын, Мирзанурҙың үҙен ташлап китеүе былай ҙа яңғыҙ йәш ирҙең, йәш атайҙың иңдәренә көс еткеһеҙ ҡайғы, күңел ғазабы булып ятты. Күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәргәндер, уйҙарының осона сыға алмайынса – үҙе генә белә. Иҙәндә тәгәрәп йөрөп, ҡыҙын уятып ҡуймайым, ҡурҡытып ҡуймайым, тип беләгенә тештәрен батырып, күпме төндәрҙә һығылып тауышһыҙ ғына илағандыр – быныһын да үҙе генә белә. Беләгендә ҡарағусҡылланып уңалған эҙҙәр генә белә.
“Аҡ биләүҙәргә биләмәгәндер үҙ әсәйем, теләктәр теләмәгәндер, бәхетле бул, тип”. Ҡапыл килеп кергән был йәмһеҙ уйҙы ҡыуып ебәрергә теләгәндәй, башын киҫкен генә һелкеп, сәсен бармаҡтары менән аралап, туҙғытып ҡуйҙы. “Гөлкәйебеҙҙе бәхетле ҡыҙ бала итеп үҫтерермен, кеше итермен, Әлиәм!”
Ҡыҙы йоҡлағас, ихатаһына сыҡты. Бында ла эш күп. Малы, ҡошо, баҡсаһы бар.
– Ялҡауҙың ике ҡулын да тотормон, егәрленең бер ҡулын ғына тотормон, тип әйтер, ти бала. Һин, ҡәйнеш, давай, ялҡау исеме алып ҡуйма!
Мәғрифә еңгәһенең ошо һүҙе етте, Мирзанурға – донъяһына ла өлгөрә башланы шунан һуң. Башҡа ирҙәр кеүек эшкә генә сыға алмай әлегә.
– Декретың бөтмәгән бит әле, – тип мәрәкәләй дуҫтары. – Ҡала һиңә лә эш, ашыҡма.
Аҡ биләүҙәргә биләгән,
Бәхетле бул, тимәгән.
Аҡ биләүҙәргә...
– Һаумы, Мирзанур!
Түтәл утап ултырған Мирзанур башын ҡалҡытты. Ҡаршыһында, медиктар сумкаһы тотоп, бер ҡатын тора. Фельдшер килгән, тиҙәр ине, ошо булалыр.
– Ҡалай бер юҡ йырҙы йырлап ултыраһың?! Улай тигән һүҙ буламы?! Йәшәүең үҙе бәхет түгелме ни?!
Мирзанур тороп баҫты ла, аптыраулы ҡарашын йәшермәй, ҡатынға төбәлде.
– Мине танымайһыңдыр һин. Ә мин шунда уҡ таныным. Шул Мирзанур түгелме икән, тип уйлағайным, шулһың икән. Миңең дә шул урынында.
Мирзанур ҡунаҡҡа һаман һүҙ ҡуша алмай тора бирҙе. Бирсәткәләрҙе сисеп, түтәлгә ташланы ла салбарын ҡаҡҡыланы.
– Әйҙә, ҡыҙыңды күрһәт әле, патронажға сыҡтым бөгөн ауылға. Мине һеҙҙең ауылға эшкә ебәрҙеләр. Һуңғы йылда фельдшер тормай ул ауылда, тинеләр. Ә ул йырыңды онот, Мирзанур. Беҙ, балалар йортоноҡолар, шулай йырлай башлаһа-аҡ....
– Балалар йорто?.. Кем һин?.. Миң?.. Һи-и-ин!
– Эйе, Миңдинур мин. Беҙҙе “Ике миң” ти торғайнылар тегендә, иҫеңдәме икән?
– Юҡ, онотҡанмын...
– Ә мин онота алманым, Мирзанур. Һине алып киткәс илауым... Әрләп тә ҡаранылар, әүрәтеп тә... Бында килгәс, ҡағыҙҙарҙы ҡарап, өйрәнеп, тикшереп сыҡҡайным. Мирзанур тигән исем осраны. Йөрәгем жыу итеп ҡалды. Тик ят фамилия. Барыбер һин булып сыҡтың. Һаумы, Мирзанур.
Миңдинур уң ҡулын һондо. Ә ҡулдың һыртында – бармаҡ баҫымындай ҡап-ҡара миң.
– Һаумы, Миңдинур.
Мирзанур ирекһеҙҙән миңде һаҡ ҡына һыйпап ҡуйҙы:
– Иҫемә төштөң, Миңдинур.
– Әйҙә, ҡыҙыңды күрһәт. Ҡарайым, консультация үткәрелде, тип яҙайым. Ә ул йырҙы йырлай күрмә, Мирзанур, ҡыҙыңдың бәхетен өркөтөрһөң.
- Таңһылыу
ҠАРАСУРИНА-ВӘЛИЕВА