Башҡорт биҙәүестәре – һигеҙенсе мөғжизә

Башҡорт ҡыҙҙарының биҙәүестәрен донъяның һигеҙенсе мөғжизәһенә тиңләргә мөмкиндер. Һәр төбәктә был биҙәүестәр төрлөсә эшләнә, урынына ҡарап, формаһы, биҙәлеше буйынса айырылып тора. Хәситә, алмиҙеү, һаҡал, селтәр, иңһәлек – уларҙың һәр ҡайһыһында тарих һаҡлана, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, хатта ҡатын-ҡыҙҙың социаль статусы ла сағыла.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары күҙ тейеү­ҙән һаҡланыу өсөн көмөш тәңкәләр, ҡабырсаҡтар, төрлө мәрйенташтар ҡулланған. Милли биҙәүестәребеҙ матур ғына түгел, уларҙың файҙалы яҡтары ла бихисап. Мәҫәлән, ҡашмау ауыр булғанға күрә, ҡыҙ кеше арҡаһын төҙ тотоп, тура йөрөй. Тарихи сыға­наҡтарҙан белеүебеҙсә, милләте­беҙҙең яугир ҡыҙҙары ла күп булған. Был осраҡта тәңкәләр менән биҙәлгән биҙәүес уны дошман ҡоралынан һаҡ­лаған. Түш биҙәүестәре шулай уҡ йы­лылыҡты һаҡлай, тын алыу ағза­лары­ның һыуыҡҡа бирешеп бармауына булышлыҡ итә. Бына бит һоҡланғыс әйберҙәрҙең әһәмиәте ни тиклем ҙур!

Ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәтләп, йәш һәм талантлы ҡыҙҙар һуңғы осорҙа традицион һәм стилләштерелгән селтәрҙәрҙе күпләп яһай башланы. Беҙҙең Рәми Ғарипов исемендәге        1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында “Башҡорт биҙәүестәре” түңәрәге бишенсе йыл уңышлы эшләй. Уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова етәкләй. Түңәрәктә шөғөлләнгән ҡыҙҙар бында һөнәр арттыра, биҙәүестәрҙең тарихын өйрәнә, эшләү техникаһын үҙләштерә. Быйылғы уҡыу йылында унда 70-ләп ҡыҙ йөрөйбөҙ.

Мин был түңәрәктә VII кластан шөғөлләнәм. Тәүҙә стилләштерелгән биҙәүес эшләнем. Шөғөл ныҡ оҡшай, һәр эшемде яратып башҡарам. Бер аҙ оҫтарып алғас, быйыл IX класта боронғо селтәр-һаҡалдарҙы эшләү серенә төшөндөм. Биҙәүес яһау менән булышыу тынысландыра, һәйбәт хис-тойғолар уята. Ә эшләп бөткәндән һуңғы кисерештәр! Шатлыҡтың сиге булмай.

Класташтарым араһынан үҙҙәренә биҙәүес эшләп алғандар байтаҡ. Бигерәк тә әхирәтем Әҙилә Юлдашбаева егәрле булып сыҡты. Ул традицион башҡорт биҙәүестәренән һаҡал, селтәр, хәситә лә яһап өлгөрҙө. Ошоноң буйынса тикшеренеү эше яҙып, Рәсәй конференцияһында приз­лы урын яуланы.

Быйылғы уҡыу йылын тамамлар алдынан, ижади коллективтарҙың йомғаҡлау концертында, үҙебеҙ эшләгән биҙәүестәрҙе күрһәтеүҙе ойошторҙоҡ. Сәхнә тултырып сағыу сығыш яһаныҡ, тамашасылар алҡыштарға күмде. Сара беҙҙе, “Башҡорт биҙәүестәре” түңәрәгендә шөғөлләнгән ҡыҙҙарҙы, тағы ла туғанлаштырҙы, берҙәмләштерҙе. Был йәһәттән етәксебеҙ Римма Мирсәйет ҡыҙына оло рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙең өсөн бик ҙур ваҡиға булды был, сөнки эштәребеҙ башҡаларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Киләһе уҡыу йылында түңәрәккә тағы ла күберәк ҡыҙҙар йөрөй башлар, тигән өмөттәбеҙ. 

Ә йәштәштәремә әйтер теләгем шул: халҡыбыҙҙың милли мираҫын өйрәнегеҙ, белегеҙ, һоҡланғыс биҙәүестәребеҙҙе ғорурланып тағып йөрөгөҙ.

- Рената ҒАЙСИНА

Читайте нас