

Хәйбулла районында ойошторолған “Рух яҙыуы” проекты йылдан-йыл сағыулана барып, ысын шиғриәт байрамына әйләнде. Халҡыбыҙҙың милли рухын күтәреп, уға яңы һулыш өҫтәгән сираттағы телевизион шиғриәт бәйгеһе кесеһен дә, олоһон да, төрлө һөнәр эйәләрен дә туплап, бер сәхнәгә йыйҙы.
Быйыл ул күренекле яҡташыбыҙ, шағирә, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Йомабикә Ильясованың ижадына арналды. “Рух яҙыуы” асыҡ район телевизион шиғриәт бәйгеһенең беренсе турында республикабыҙҙың төрлө райондарынан, күрше өлкәләрҙән бөтәһе 130-ҙан ашыу кеше ҡатнашты. Икенсе этабында иһә район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә барлығы 17 бәйгесе һынау тотто.
Өсөнсөгә ойошторолған шиғри бәйгенең күренекле яҡташыбыҙҙың ижадына арналыуы ла, жюри составында Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙының, яҙыусы, шағир һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбаевтың ҡатнашыуы ла сараның бәҫен арттырҙы. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Йомабикә Ильясованы тәбрикләп: “Ҡәләмдең, ижадтың, шиғриәттең ошондай бәйгеләрҙә ҙур тылсымлы көскә эйә булыуына инанабыҙ. Бындай саралар китапҡа ҡарата ла һөйөү уята, тип уйлайым. Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙын районыбыҙҙы даими күтәргән, төрлө өлкәләрҙә яуаплы вазифаларҙы иңенә алған абруйлы шәхес итеп беләбеҙ. Иң беренсе нәүбәттә, әлбиттә, халҡыбыҙҙың телен, әҙәбиәтен һаҡларға күп көс һалған шағирә тип таныйбыҙ. Артабан да һеҙгә уңыштар, яңынан-яңы ижади табыштар теләйбеҙ. Ошо шәл дә районыбыҙҙың, яҡташтарығыҙҙың күңел йылыһын сағылдырһын”, – тип бүләк тапшырҙы.
Жюри ағзалары әйтеүенсә, ысынлап та, беҙ рухи сарала шиғриәт тигән оло диңгеҙҙә йөҙҙөк. Шиғыр бәйгеһе район халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелде, барыһын да рухландырҙы, илһам һәм дәрт бирҙе. Йөкмәткеле күркәм байрамда яҡташтарыбыҙ авторҙың милли рух менән һуғарылған шиғырҙарын хисләнеп уҡыны. Шағирәнең нескә күңел донъяһынан урғылған әҫәрҙәре конкурсанттар тарафынан ихласлыҡ, саф күңел, артислыҡ һәләте аша тамашасыға еткерелде.
Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙының ниндәй генә шиғырын алһаң да, ул һәр кемебеҙҙең күңел торошона ауаздаш хис-тойғо менән һуғарылған. Конкурста ҡатнашыусыларҙың бер төркөмө һоҡландырҙы, икенселәре тәрән уйға һалды, тетрәндерҙе, өсөнсөләре күҙҙе йәшкә мансылдырҙы, бәғзеләре йәшәү көсө өҫтәне. Туған телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән сараны район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең дәртле йырҙары биҙәне.
Шиғриәт тулҡынында ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне. Тамашасылар һәр ҡатнашыусыны көслө алҡыштар менән дәртләндерҙе. Шиғырҙы тасуири һөйләүҙән тыш, конкурсанттар Йомабикә Ильясованың тормошона бәйле күренештәрҙе сәхнәләштерҙе. Ҡайһы берәүҙәренең шағирәнең һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарыуы сығыштарҙы тағы ла байытты.
“Рух яҙыуы”ның еңеүселәре лә билдәләнде. “Ағиҙел” журналының махсус призына Земфира Кинйәбаева (Йылайыр районының Юлдыбай ауылы), “Башҡортостан ҡыҙы” журналының махсус призына Эльмира Сафина (Подольск ауылы), “Аҡ тирмә” ойошмаһының махсус призына Хәлил Вәлиев (Байғусҡар), үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының махсус призына Рита Шәрипова (Иләс) лайыҡ булды.
Гөлшат Билалова (Әбүбәкер), Рәфиә Килдебаева (Маҡан) беренсе дәрәжә диплом һәм сертификат менән бүләкләнде. Мәмбәт ауылынан Илгизәр Ҡарабаевҡа лайыҡлы рәүештә Гран-при һәм сертификат тапшырылды.
Йомабикә ИЛЬЯСОВА:
– “Рух яҙыуы”нда ҡатнашҡан бәйгеселәрҙең күп булыуына сикһеҙ ҡыуандым. Улар араһында 80 йәшлектәре лә бар, бигерәк тә ир-аттарҙың шиғырҙы тасуири һөйләүе маҡтауға лайыҡ. Китаптарымдан күңеленә оҡшаған шиғырҙы ятлаған, уны киң аудиторияға таратҡан милләттәштәребеҙгә рәхмәтем сикһеҙ. Сараға Йылайыр, Баймаҡ, Белорет, Ишембай, Стәрлебаш, Миәкә, Мәсетле, Әбйәлил райондарынан, Сибай, Ишембай, Баймаҡ, Белорет ҡалаларынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән бәйгеселәр ҡушылды. Ниндәйҙер кимәлдә төбәк-ара мәҙәни сара булды ул. Тыуған ерем Хәйбуллала яҡташтарымдың теләге һәм теләктәшлеге аша бәйге уңышлы үтте, киң ҡатламға таралды.
Дөйөм алғанда, “Рух яҙыуы” булғас, бәйгеселәр Салауатҡа, Бабичҡа, Башҡортостан, тыуған ер, туған тел кеүек аҫыл һәм рухлы ҡиммәттәргә арналған шиғырҙар һайлаған. Шул уҡ ваҡытта ҡасандыр яҙылған да онотолған, үҙем баһалап етмәгән шиғырҙарҙы ла улар минең өсөн яңынан асты. Шиғриәт сиҙәмемде аҡтарып сығып, күңелдәренә ятҡанын һәм бөгөн дә ауаздаш булғанын табып, халыҡҡа еткереүҙәре бик әһәмиәтле, тип уйлайым. Нимә генә тимә, шиғриәт – ул әҙәби мираҫ, хазиналарҙың хазинаһы, милләтте милләт иткән ижад. Минең уйымса, бөгөнгө сарала ошо сәхнәлә ниндәйҙер кимәлдә Хәйбулланың рухы яҙылды.
Әхмәр ҮТӘБАЙ:
– Йомабикә Ильясова үҙендә Хәйбулла ерлегенә хас күркәм сифаттарҙың бөтә матурлығын туплаған. Уның ижады ла үҙенсәлекле. Шулай уҡ шағирәнең нескә күңелле булмышында ла, шиғриәтендә лә, характерында ла эске “тотҡа”һы бар. Үҙ һүҙендә тора, үҙ һүҙен үтәй белгән, шул уҡ ваҡытта кешегә бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәгән, әммә нескәлеге менән еңеп сыға алған ихлас шиғри йәнле ижадташыбыҙ ул. Уның шундай булмышына һәр ваҡыт һоҡланабыҙ. Ул шиғырҙарын яҙған ваҡытта уйламаған да, кисермәгән дә тойғоларын ошо бәйгелә башҡарыусылар сығышында тойғандыр, тип инанам.
Илгизәр ҠАРАБАЕВ, Мәмбәт ауылы:
– Сәхнәлә йырлауға ҡарағанда, шиғыр ятлау ныҡ ауыр. Хис-тойғоға бирелеп һөйләмәһәң, килеп сыҡмай. “Рух яҙыуы” бәйгеһендә өсөнсө тапҡыр ҡатнашам. Быйыл Гран-при яулауға өлгәшеүемдән хасил булған тәьҫораттарымды әйтеп аңлатып булмай. Шиғырҙарҙы бала саҡтан яратам. Яҡташыбыҙ Йомабикә Ильясованың ижады оҡшай, шиғырҙарын яттан беләм. Рухлы бәйге өсөн ҙур рәхмәт. Үҙем дә рухланып, мәҙәни яҡтан көс-дәрт тупланым.
Аксана СЫНБУЛАТОВА, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры:
– “Рух яҙыуы” асыҡ район телевизион шиғриәт бәйгеһе 2018 йылдан үткәрелә. Быйыл уның күренекле яҡташыбыҙ Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясованың ижадына арналыуы осраҡлы түгел, сөнки яҡташыбыҙҙың ижады фекер тәрәнлеге, асыҡ, илһөйәрлек сифаттары менән отошло. Әҙибә үҙ ижадында тыуған еренә, халҡына, теленә ҡарата һөйөү тойғоларын йыйнаҡ, әммә иҫ киткес сағыу итеп әйтеп бирә.
Мәртәбәле бәйгелә 16 йәше тулған һәм унан өлкәндәр ҡатнашты. Киләсәктә “Рух яҙыуы” асыҡ район телевизион шиғриәт бәйгеһендә көсөн һынаусылар күберәк булыр, тип ышанабыҙ.
- Луиза ЮЛМӨХӘМӘТОВА
Хәйбулла районы

