

Иҫке Балтас Балалар сәнғәт мәктәбенең баян класы уҡытыусыһы Илшат Нурҡаев бында 2006 йылдан алып эшләй. Белемле, тәжрибәле, ышаныслы, яуаплы уҡытыусы изге күңелле, ғәҙел булыуы менән уҡыусыларҙың күңелен яулай. Юморға байлығы иһә дәрестәрҙә дуҫтарса мөхит булдырырға ярҙам итә. Заманса белем биреү технологияларын һәм ысулдарын да камил белә, уларҙы практикала һөҙөмтәле ҡуллана.
Илшат Өлфәт улы “Инструменталь башҡарыу” белгеслеге буйынса Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. 2015 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында музыка буйынса юғары белем ала, шулай уҡ квалификацияһын камиллаштырыу курсында уҡый.
Илшат Нурҡаев баян класы буйынса шәхси дәрестәр алып бара, йәнә концертмейстерлыҡ менән әүҙем шөғөлләнә. Вокал бүлеге уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, халыҡ-ара, Рәсәй, республика конкурстарында, фестивалдәрҙә уларға ярҙам итә. Күп йыллыҡ хеҙмәтендә бихисап уҡыусының һәләтен асты. Ижади ҡаҙаныштар тупланмаһында дипломдары, рәхмәт хаттары, почет грамоталары байтаҡ.
Илшат Өлфәт улының концертмейстер булараҡ баһалап бөткөһөҙ талантын һәр урында жюри ағзалары күрә һәм билдәләй. Башҡа райондарҙағы конкурсанттар ҙа уны ярҙамға йыш саҡыра – оҫта педагог һәр бала менән эшләй белә, һәр береһенең көйөнә яраҡлаша. Уңышлы хеҙмәтен конкурстарҙағы, фестивалдәрҙәге еңеүҙәре дәлилләй. Шулай уҡ “Моң” тальянсылар халыҡ ансамбленең, район халыҡ ҡоралдары ансамбленең төп музыканты ла. Бер генә район сараһы ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Илшат Нурҡаев уңышлы хеҙмәте, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн мәртәбәле наградалар менән бүләкләнә. Ул – Танып ырыуы гимнын аранжировкалау авторы ла. 2021 йылда Башҡорт тарихы йылына ярашлы, Танып ырыуы съезын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны, намыҫлы хеҙмәте өсөн Балтас районы хакимиәтенең Почет грамотаһы һәм сараны ойоштороу комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Балалар сәнғәт мәктәбендә эшләгән дәүерендә Илшат Өлфәт улынан баянда уйнарға өйрәнәләр һәм 28 уҡыусы мәктәпте уңышлы тамамлай. Араларынан Руслан Сәхипов артабан Өфө сәнғәт училищеһының (колледж) “Халыҡ оркестры ҡоралдары” бүлегендә һөнәр үҙләштерә.
Рүзилә ҠОЛОМБӘТОВА