

Нәғим Нурғәлин – рәссам күңелле актер. Йыһандың, йәшәйешебеҙҙең холоҡ-ҡылығын, төҫ-биҙәктәрен, сайралыу-бөтәйеүен йөрәге аша үткәреп, йәнле картина тыуҙырыу оҫталығы бар унда. Тамаша залынан ҡараһаң, уның ролдәре тап шулай булырға тейешлегендә лә шик юҡ.
Ара-тирә генә йә һүҙҙәрен онотоп, йә хәрәкәттәрҙә яңылышып китһен ине... Бындай тайпылыуҙар булмай ҡалмағандыр, әммә тамашасы уларҙы һиҙмәй ҙә. Киреһенсә, бындай осраҡта Нәғим ағай үҙ белдеге менән сәхнәне йәнләндереүсән. Ә һүҙҙәрен онота яҙып ҡуйған партнерҙарын ул: “Һин шулай тиһеңме?” йәки “Бәлки, шулай тип әйтергә уйлап тораһыңдыр?” – тип күтәреп, ярҙам итеп ебәрә. Әсәһе Наилә Муса ҡыҙынан бирелгән уға бындай һәләт. Уны балалары шиғри күңелле, шаян һүҙле кеше тип хәтерләй. Хатта һөйләшкәндә лә шиғыр һүҙҙәре менән һөйләшә ине, тиҙәр. Балалары ла шундай уҡ.
Нурғәлиндәрҙең алты ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнгән татыу ғаиләһе Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәй. Аталары – колхозсы, әсәләре йорт ҡотона нур өҫтәгән уңған хужабикә була. Балаларҙың һәр ҡайһыһы йә гармунда, йә ҡурайҙа, йә баянда, йә мандолинала уйнай. Ә Нәғим спектаклдәр ҡуйырға ярата. Бесән сапҡанда ла, утын бысҡанда-ярғанда ла эш үҙенә генә аңлайышлы тамашаға әүерелә. Ә мәктәптә бейегәндә уҡыусы Нәғим кеше менән тәбиғәт араһындағы бөтөнлөктө һүрәтләй. Уның һүҙ байлығы Башҡортостан тәбиғәте кеүек икһеҙ-сикһеҙ һәм мул, һутлы, киң. Ундай телмәрҙең бәҫен бүтәндәргә еткерә белер өсөн дә ниндәй оҫталыҡ кәрәк. Әммә ул бер ваҡытта ла артист булып китермен, тип уйламай.
Армияға китер алдынан, Нәғим Зәйләғи улы ауыл клубында бер үҙе сәғәттән ашыу концерт ҡуйған, тиҙәр. Булмаҫ тимә, әллә кемдәрҙе бер үҙенә генә ҡаратып ултыртыр һәләте бала сағынан килә уның. Ә әрме хеҙмәтендә саҡта хорҙа йырлай, солист була.
Колхозда эшләп йөрөгәндә, осраҡлы рәүештә генә гәзиттә иғлан күреп ҡалып, сәнғәт институтына уҡырға килгәнендә Нәғим Нурғәлин инде ғаилә ҡорған, балаһы ла була. Ҡапыл ғына килеп сыҡҡан хәлгә ҡатыны ла аптырай. Уҡырға барам, артист булам тигән ирен, барһын әле, барыбер кире ҡайтыр, тип оҙата.
Ысынлап та, ике курсты бөткәс, Нәғим ағай уҡыуын ташлай һәм... театрға актер булып килә. Тәбиғәттән бирелгән таланты менән тамашасы күңелен арбай, театр йәменә әйләнеп, кинәнеп ижад итә. Уның сәхнә образдары сағыулығы, милли темпераменты менән йәлеп итә. Үҙ халҡының йола-мәҙәниәтен, тарихын яҡшы белгәнгәлер, персонаждары күп яҡлы, тәрән. Бер роле лә бүтәндәренә оҡшамай, һәр ҡайһыһының үҙ характеры бар. 1991 йылда А. Островскийҙың “Төшөмлө урын” спектаклендә Белогубов ролен оҫта башҡарғаны өсөн Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә “Өмөт” призына лайыҡ була. Мәскәү тәнҡитселәре Нәғим Зәйләғи улын “Башҡорт Чаплины” тип тә атай.
Уның актерлыҡ тәбиғәтенә фәлсәфәлек хас. Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”ндәге Шәрифулла, “Йәйәүле Мәхмүт”ендәге Мәхмүт Юлбирҙин образдарында был бигерәк тә асыҡ күренә. Геройҙары уның тормош хаҡындағы аҡыллы уйҙарын, тәрән фекерләүҙәрен асып биргән кеүек.
2004 йылда К. Гольдониҙың “Ике байға – бер Шомбай”ында Труффальдино роле өсөн “Алтын Ай” республика театр премияһында еңеүсе була Н. Нурғәлин. Ә Т. Джюдженоглуҙың “Ҡорон” спектаклендәге ир роле өсөн “Рейтинг-2004” республика театр конкурсында “Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында еңә. Шулай уҡ А. Тарндың “Боҙлоҡ дәүере” моноспектаклендәге сүп-сар йыйыусы роле Нәғим Нурғәлинде драматик яҡтан ныҡлап асты. Герой ике сәғәт буйы тамашасыны тормоштоң кескәй шатлыҡтары һәм ҙур ҡайғыларына сәйәхәт иттерә. Ул берсә яҡты, берсә моңһоу хәтирәләргә бирелә, берсә ҡот осҡос ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайта. Шулай уҡ уның Сыңғыҙ Айытматовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” әҫәрендәге Орган ҡарт ролен тамашасы бик йылы ҡабул итте.
Уның һәр роле – сәхнә биҙәге. Тамашасы тәүҙән Нәғим Зәйләғи улын комик актер итеп яратҡайны, сәхнәлә көтөп алды. Улай ғынамы – актер күренеү менән, ҡул саба башлайҙар. Ошондай иғтибарға күптән өйрәнеп бөтһә лә, Нәғим Зәйләғи улы һәр сығышына тәүге осрашыуға килгән егет кеүек етди әҙерләнә.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры балалар өсөн спектаклдәре менән дә билдәле. Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим Нурғәлин инде 30 йылдан ашыу хеҙмәт осоронда һигеҙ тиҫтәгә яҡын роль сығарһа, шуларҙың өстән бер өлөшө – балалар өсөн әҫәрҙәрҙә. “Сәхнәлә мин уйнамаған хайуан ҡалманы”, – ти ул, шаяртып.
Арабыҙҙа эргә-тирәләгеләргә күңел торошон, хәл-әхүәлде, хатта серҙәрен дә сәхнә, телеэкрандар аша, тәбиғи итеп һөйләй белгән кешеләр йәшәүе – ҙур бәхеттер.
- Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА