Юморист – Мәскәүҙә лә юморист!

Мәшһүр башҡорт “көләссиге” Михаил Булгаков миҙалы менән бүләкләнде.

Борис Иванов фотоһы.Борис Иванов фотоһы.
Фото:Борис Иванов фотоһы.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, арҙаҡлы юмор оҫтаһы Мар. Сәлим Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтары йортонда патриотик шиғриәт кисәһе үткәрҙе. Уны Рәсәй башҡорт­тарының федераль милли-мәҙәни автономияһы ярҙамы менән “Сәсән” ижади берләш­мәһе (етәксеһе – Әлфиә Агеева) ойошторҙо.

Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, милли-мәҙәни автономияның башҡарма директоры Искәндәр Юлдашев: “Бөгөнгө әҙәби сараның инициаторы – башҡорт халҡының күренек­ле улдарының береһе, бөтә донъяға билдәле яҙыусы-сатирик, бик күп халыҡ-ара һәм Рәсәй премиялары лауреаты, Евразия ха­лыҡ­тары ассамблеяһы ағзаһы Марсель Шәйнур улы Сәлимов”, – тип әйтеп үтте.

Рәсәй Яҙыусылар союзының милли әҙәбиәттәр буйынса советы рәйесе, күренекле рус шағиры һәм яҙыусыһы, запастағы полковник Валерий Латынин:

– Сатира-юмор – бик ҡатмарлы һәм ауыр жанр, ләкин Марсель Сәлимов заманыбыҙҙың иң сетерекле мәлендә лә үҙенең үткер һүҙе, ҡыйыу фекере менән уҡыусы­ларының йөрәгенә үтеп инә, – тине.

Әйткәндәй, Мар. Сәлимдең патриотик рухлы сатирик шиғырҙа­рын рус теленә Рәсәй Яҙыусылар союзының Әстрхан бүлексәһе етәксеһе, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, билдәле шағир Юрий Щербаков тәржемә иткән.

– Марсель Шәйнур улының ижады менән күптән танышмын. Ул бит 30 йыл буйына “Һәнәк” журналын етәкләгән башҡорт совет сати­раһының легендаһы, “Крокодил”дың штаттан тыш хәбәрсеһе һәм даими авторы, “Литературная Россия” һәм “Литературная газета”ларҙың лауреаты, бер үк ваҡытта “Рәсәйҙең алтын ҡәләме”, “Рустең алтын ҡәләме” журналистар һәм яҙыу­сылар премиялары лауреаты. Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителеп, күп илдәрҙә баҫылған яҙыусы хәҙерге Рәсәй сатира-юморын донъя киңлектә­ренә алып сыҡты, – тине Рәсәй Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре союзының Мәскәү бүлексәһе идараһы рәйесе, театр һәм кино актеры, яҙыусы һәм журналист Константин Спасский.

Рәсәй халыҡтары йортонда “Сәсән” ижади берләшмәһе солистары Луиза һәм Арсен Кәримовтар башҡарыуында Мар. Сәлим шиғырҙарына Мәскәү композитор­ҙары Земфира Баймырҙина менән Әлфиә Агеева ижад иткән патриотик йырҙар яңғыраны. Баш ҡаланың танылған шағир һәм яҙыусылары, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, башҡорт сатиригы­ның ижадын юғары баһалап, уның шиғырҙарын уҡыны. Ә ул үҙе уҡыусыларҙы һәм яҙыусыларҙы Мәскәүҙә беренсе китабын сығарған, сатирик әйткәнсә, “сағыштырмаса йәш шағир” – Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, юридик фәндәр докторы, профессор Олег Полстовалов менән таныштырҙы. Яҡташтары­быҙ шағир Сергей Александров менән публицист Родион Рәхимов, тыва шағирҙары Борис Балчий-оол, Зоя Донгак һәм Урана Иванова, абхаз шағиры Владимир Делба һәм Мәскәү прозаигы, балалар яҙыусыһы Светлана Вьюгина патриотик шиғырҙар уҡыны. Кисәлә шулай уҡ башҡа абруйлы ҡунаҡтар, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмә­кәрҙәре ҡатнашты.

Сарала “Рус әҙәби үҙәге” милли матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Никита Митрохин сығыш яһап:

– Мар. Сәлимдең патриотик рухтағы юмор һәм сатираһы яуызлыҡты еңер өсөн көрәштә ҙур роль уйнай. 2023 йылдың 15 апрелендә Рус әҙәби үҙәге ҡарары буйынса Марсель Шәйнур улы Рәсәй Федерацияһында китап уҡыуҙы популярлаштырыуҙа арымай-талмай эшләгәне һәм күп йыллыҡ ижади хеҙмәте өсөн Михаил Булгаков миҙалы менән бүләкләнде, – тине һәм тантаналы рәүештә башҡорт сатиригына юғары награданы тапшырҙы.

Марсель Сәлимов республика­быҙҙың һуңғы яңылыҡтары һәм уңыштары менән уртаҡлашты, кисәлә ҡатнашыусыларҙы Баш­ҡорт­останға “Китап байрамы”на саҡырҙы һәм Мәскәүҙәге дуҫтарына киләһе йылда үҙенең юбилей концертына килергә һүҙ бирҙе.

- Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас