

Өфөлә беренсе "Китап байрамы" халыҡ-ара йәрминкәһе үтәсәк. Ул 26-28 майҙа баш ҡалалағы Совет майҙанында ойошторола. Унда китап сауҙаһы, төрлө осрашыуҙар, сығыштар, кино күрһәтеү буласаҡ. Рәсәйҙән билдәле актерҙар һәм сәнғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре килеп, монологтар менән сығыш яһаясаҡ. Мәҫәлән, 27 майҙа киске сәғәт 6-ла актер Даниил Спиваковский Мостай Кәримдең әҫәре буйынса "Беҙҙең өйҙөң йәме" моноспектаклен уйнаясаҡ.
Байрамға рәхим итегеҙ! Көн дә иртәндән ҡараңғы төшкәнсе төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнашығыҙ!