Бөтә яңылыҡтар

Эльмира тамашасының һөйөүен яуланы

Уға "Ә диңгеҙҙә аҡ ҡом" йыры уңыш килтерҙе. Хәҙер финалда еңеү теләйбеҙ.

Эльмира тамашасының һөйөүен яуланы
Эльмира тамашасының һөйөүен яуланы

Кисә Беренсе каналдағы "Тауыш" йыр проектында Стәрлетамаҡ ҡыҙы Жанна Фриске репертуарынан “Ә диңгеҙҙә аҡ ҡом” тигән йырҙы башҡарҙы.

Белеүебеҙсә, Эльмира Диваеваның остазы – Владимир Пресняков. Яҡташыбыҙ Һарытауҙан Алина Бахшалиева менән Сочиҙан Маргарита Багдасарянды тамашасылар тауыш биргәндә үк уҙғайны. Өҫтәүенә остазы ла уға тауышының 50 процентын бүләк итте. Һөҙөмтәлә Эльмира – финалда. Уға еңеү яулауҙа уңыштар теләйек.

Кисә тағы бер яҡташыбыҙ - Өфө ҡыҙы Гөлнара Байғужинаға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңыш йылмайманы. Ул аҙ тауыш йыйҙы һәм хәҙер конкурста ҡатнашыуын дауам итә алмай.

Фото: ok.ru

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас