18 майҙа танылған композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың юбилейы булыр ине. Шул айҡанлы Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова социаль селтәрҙә бик йылы һәм үкенесле хәтирәләре менән уртаҡлашҡан.
"Иң тәүге яҙған йырымдың мәктәпкә арналырға тейешлеге күктәр тарафынан күптән әмер ителгән ине инде... Шиғырын яҙып, төрлө композиторҙарға мөрәжәғәт иттем. Йөрәгемдән урғылған мотлаҡ йыр булырға тейеш һүҙҙәрҙең ябай хис-тойғо ғына түгел, ә күңел талабы икәнен аңлаған мәрхүм Илшат Яхинға рәхмәт уҡыуҙан туҡтамам.
Ул бит минең Өфөлә йәшәй, эшләй икәнемде лә белмәйенсә, шыпа ят, бер кем белмәгән, һоро йомғаҡ ҡына кешенең үтенесен кире ҡаҡмай, ошо йырҙы яҙҙы. Икенсе йылына, Өфөлә бер сарала күрешеп, "Мин "Һау бул мәктәп"тең авторы булам..." тигәс, "Бәй, һеҙ ауыл уҡытыусыһы түгелме ни?" - тип ғәжәпләнде.
Ә бит, мең кешенән, мең осраҡ менән мең яҡҡа тартҡыланып, иңдәрендә, йөрәгендә ниндәй ил хәстәрҙәре алып барған кеше ине...
Алҡымдағы төйөр мәңге үтмәҫ инде... Рәхмәт һиңә, Илшат дуҫҡай, йыр өсөн. "Был бит шедевр! Оҙон ғүмерле булырға тейешле йыр!" - тиеп нарыҡлағайның. Исмаһам, йырыбыҙҙың ғүмере оҙон булһын ине...
Бөгөн тыуған көнөң", - тигән юлдар бар унда.
Эйе, шундай яҡты кешеләр була. Уларҙан һуң йырҙар ҡала.
Фото: М. Ҡыҙрасова-Ишемғолова.