26 майҙа Яңауылда Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” тип аталған XII республика гармун байрамы үтәсәк. Бер майҙанға Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән һәм илебеҙҙең төрлө тарафтарынан үҙешмәкәр һәм профессиональ талант эйәләре йыйыласаҡ. Конкурста ҡатнашырға теләгәндәр булһа, әле һуң түгел, заявкалар бирә һалығыҙ, ти ойоштороусылар.
Ҡатнашыусыларҙың сығыштарын республиканың билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре баһалаясаҡ. Конкурс ике номинацияла үткәрелә. Гармунсы ике әҫәрҙе башҡарыу өсөн алты минуттан күп булмаған ваҡытты файҙаланырға тейеш. Баһалағанда башҡарыу оҫталығы, милли колорит, сәхнә мәҙәниәте, башҡарыу үҙенсәлеге иғтибарға алынасаҡ. Заявкаларығыҙҙы электрон почтаға ебәрегеҙ:kultura.62@mail.ru
Бик шәп, күркәм байрам буласаҡ!
Үткән йылдағы конкурс күренештәренә күҙ һалығыҙ, ниндәй шәп мәҙәниәт, күңел байрамы булған!
Фото:”Яңауыл таңдары”.