2024 йылдан башлап республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы күләме бер миллион һумға ҡәҙәр арттырыла һәм ул йыл һайын тапшырыла башлай. Башҡортостан Башлығы ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.
Дәүләт премияһы быға тиклем ике йылға бер тапшырылып, күләме 500 мең һум тәшкил итә ине. Ул йәмәғәтселектә танылыу тапҡан, Башҡортостандың художество мәҙәниәтенә тос өлөш индергән иң талантлы, үҙенсәлекле әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн тапшырыла.
Указ Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт буйынса рәсми интернет-порталында – npa.bashkortostan.ru – баҫылған.