Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

“Ришатты сихырлап өйләндерҙең...”

Йырсы Әлиә Ҡарасуринаға һаман тынғы бирмәйҙәр.

“Ришатты сихырлап өйләндерҙең...”
“Ришатты сихырлап өйләндерҙең...”

Сәхнәбеҙҙең сағыу йондоҙҙары – үҙҙәре талантлы, үҙҙәре матур йәш йырсылар Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасурина быйыл яҙ өйләнеүҙәре тураһында иғлан иткәйне. Күптән түгел уларҙың никахтары булды, ә йәй көнө туй көтөлә.

Күптәр уларға һоҡлана, яратыуҙарын белдерә, изге теләктәр теләй. Әммә араларында көнләшкән кешеләр ҙә юҡ түгел шул. Айырыуса Әлиәгә “эләгә”. Күрәһең, быны Ришатты үҙенеке итергә йөрөгән уға табыныусылар эшләй.

Ҡайһы берәүҙәр Әлиәгә “һин Ришатҡа йәбешеп сыҡтың”, “һин уны сихырлап үҙеңә ҡараттың” тип яҙып торалар. Сихыр тураһындағы һөйләшеүҙе Әлиә интернетҡа ла һалған:

- Шуның арҡаһында ғына һин уның мөхәббәтенә әйләндең.

– Нимә-ә-ә? – ти Әлиә.

– Сихырланың һин уны. Ул үҙенә башҡа ҡатынды теләгән ине.

– Кит инде, булмаҫ, – ти ҡыҙ.

Аҙаҡ шаяртып: “Эйе инде, мин түҙмәнем дә Ришатты сихырланым”, – тип көлгән.

Һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булыу, насар һүҙҙәр ишетеү еңел түгелдер инде йәштәргә. Эйе, улар ҙа бирешә торғандар түгел. Тик бер-береһен табып, яратышып, өйләнергә ҡарар иткәндәр икән, араларына төшмәһәләр ҙә булыр ине бит...

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в