

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Хәлит Фәтихов рәйеслегендәге компетентлы жюри алдында Башҡортостандың дүрт ҡалаһынан һәм 21 районынан, шулай уҡ Түбәнге Новгород һәм Свердловск өлкәһенең Ревда ҡалаларынан талантлы башҡарыусылар үҙҙәренең оҫталығын һәм һәләтен күрһәтте. Конкурста бөтәһе 19 ансамбль һәм 41 солист ҡатнашты.
Республика гармун байрамында Фәтих Иҡсановтың хәләл ефете Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы һәм уларҙың ҡыҙы Айһылыу Фәтих ҡыҙы ҡатнашты.
«Бөгөн беҙ һеҙҙең менән халыҡ сәнғәте менән һоҡланыр һәм милли берҙәмлекте күрһәтеү өсөн йыйылдыҡ. Беҙ Фәтих Иҡсанов исемендәге «Моңға бай гармун байрамы»н 12-се тапҡыр үткәрәбеҙ. Ижади бәйге гармунда уйнауҙа үҙ һәләтен һәм оҫталығын күрһәтеүҙән тыш, башҡа ҡатнашыусылар менән тәжрибә уртаҡлашыу, илһам алыу һәм виртуоздарҙың уйнауына һоҡланыу мөмкинлеге бирә», - тип билдәләне Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Альбина Юлдашбаева сәләмләне. Ул сараның Башҡортостандың бренд саралары исемлегенә индерелгәнен билдәләне, шулай уҡ фестивалде юғары кимәлдә ойошторған өсөн Яңауыл районы хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе.
Фәтих Иҡсанов исемендәге Республика гармунсылар конкурсында Гран-приға түбәндәгеләр лайыҡ булды:
профессиональ конкурсанттар араһында – Яңауылдан Илмир Ғарипов,
һәүәҫкәрҙәр араһында – Әбйәлил районынан Азат Атанғолов,
ансамблдәр араһында - Ҡариҙел районынан «Сихри моң» гармунсылар ансамбле,
балалар араһында - Ҡалтасы районынан Иван Петраев.
Байрамды ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Яңауыл районы хакимиәте.
Сығанаҡ: “Янаульские зори” гәзите (Раушания Ғарифуллина).
Фото: Рөстәм Сангов.
Видео: Раушания Ғарифуллина.