Беҙ ҙә хосписҡа китаптар бүләк иттек

Ауыр сирле балаларҙың һәм өлкәндәрҙең һыҙланыуҙарын аҙға ғына булһа ла баҫыу сараһы булһын ине улар.

Беҙ ҙә хосписҡа китаптар бүләк иттекБеҙ ҙә хосписҡа китаптар бүләк иттек
Беҙ ҙә хосписҡа китаптар бүләк иттек

"Китап байрамы" халыҡ-ара йәрминкәһе сиктәрендә "Башҡортостан" гәзите коллективы исеменән хосписҡа китаптар бүләк иттек. 10 көн элек шул турала һөйләшеп, аҙна буйы редакцияла китаптарҙы тупланыҡ. Һәм Китап байрамының икенсе көнөндә уларҙы Совет майҙанындағы хоспис кәштәһенә алып барып тапшырҙыҡ.

Ә бөгөн Өфө хосписына китап тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Айырыуса БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы, "Бәхет биләмәһе" мәрхәмәтлек фонды, "Планета. Китаптар", "Эдвис" уҡытыу-методика үҙәге акцияла ойошҡан рәүештә ҡатнашты. 

Китапханасы Светлана Ниғмәтуллина әйтеүенсә, өс көн эсендә меңәрләгән китап килтергәндәр. Ул халыҡҡа рәхмәтен белдерҙе.

Фото: "Башҡортостан" гәзите.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас