+20 °С
Болотло


Ҡулдарымды ҡанат итеп йәйеп,
Ауҙым йәшел йәйҙең ҡосағына!
Күңел, күктең ете ҡатын үтеп,
Асмандарға аша, оса ғына!
Әле генә яуып үткән ямғыр
Элеп китте йәйғор - нимә күрәм?
Мөғжизәгә һаман өмөт итеп,
Йәйғор ашаһына, эй, йүгерәм.
Ана, яр ситендә Һыу инәһе,
Сәсен тарай, ялтлай алтын тараҡ...
Шул һағымды* боҙҙо баш өҫтөнән
"Фыр"лап осоп үткән энәғараҡ.
Мөғжизәләр булыр әле, булыр!
Был - сиселер йомғаҡ осо ғына!
Ҡулдарымды ҡанат итеп йәйеп,
Ауҙым йәшел йәйҙең ҡосағына!
*Һағым - мираж.
Миңнур Байғарина.