

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы талантлы һәм инициативалы йәштәргә тапшырыла.
Әгәр һеҙгә - 16 – 35 йәш, республика мәнфәғәте өсөн тырышағыҙ икән, ижади проекттарығыҙ йәмәғәт танылыуын яулаһа, ғариза ебәрегеҙ. Ваҡыт бар – документтар 2023 йылдың 1 июленә тиклем ҡабул ителә.
Премияны Башҡортостан Хөкүмәте тапшыра. Күләме – 150 мең һум.
Түбәндәге эштәрҙе тапшырырға мөмкин:
Бер йылдан да кәм булмаған ваҡыт элек баҫылған, йәмәғәт алдында башҡарылған йәки ҡоролған әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәрен;
әҙәбиәт әҫәрҙәрен – матбуғатта тамамланған рәүештә баҫылғандан һуң;
музыка, театр, хореография, цирк, кинематография һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен – күргәҙмәлә, матбуғатта, концерттарҙа, театрҙарҙа һәм кинотеатрҙарҙа киң танылыу яулағандан һуң;
архитектура өлкәһендәге эштәр - бинаны, ҡоролманы һәм биналар һәм ҡоролмалар комплексын файҙаланыуға тапшырғандан һуң.
Иғтибар итегеҙ, коллективтарҙы тәҡдим иткәндә дәғүәселәр һаны биш кешенән артмаҫҡа тейеш.
Эштәр Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 2-се йорт, 411-се бүлмәлә, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлегендә ҡабул ителә.
Бәйләнеш өсөн: Исмәғилева Диана Айрат ҡыҙы, йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлеге белгесе.
Тел. +7 (347) 218-03-08, (эске телефон: 305-48). E-mail: Ismagilova.DA@bashkortostan.ru
Премия тураһындағы положение, кәрәкле документтар теҙмәһе һәм формалары - Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты сайтында: https://molodez.bashkortostan.ru/activity/40117/
Фото: bashinform.ru