Бөтә яңылыҡтар

Тимер Йосоповтоң тыуыуына – 85 йыл!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр дуҫы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты

Тимер Йосоповтоң тыуыуына – 85 йыл!
Тимер Йосоповтоң тыуыуына – 85 йыл!

Тимер Йосоп улы 1938 йылдың 31 майында Дыуан районының Түбәнге Әбсәләм ауылында тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағас та Ҡыйғы район гәзитендә эшләгән егет Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Унан һуң Бөрйән районында уҡыта, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идаралығында эшләй, Мәскәүҙең юғары әҙәбиәт курстарын тамамлай.
Башҡорт шиғриәтенә исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған шағирҙың тыуған көнө айҡанлы, бөгөн уның замандашы, дуҫы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр үҙенең иҫтәлектәре менән бүлеште:


“Тимер Йосопов менән беҙ Башҡорт дәүләт университетында бер дәүерҙә уҡыныҡ. Мин беренсеме, икенсеме курсты бөткәс Тимер уҡырға килде. Ниһайәт, имтихандарын уңышлы тапшырып уҡырға инде һәм ауылына ҡайтырға сыҡҡас, беҙ уны, Мәхмүт Уразаев менән оҙатырға сыҡтыҡ. Шул саҡ мин, урамда, бөтә халыҡ алдында, трамвайға барып еткәнсе ҡысҡырып репортаж һөйләп барҙым. Бына, Башҡорт дәүләт университетына йәш шағир килде, ул буласаҡ халыҡ шағиры, беҙ уны бөгөн уҡырға кереүе менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ, тип маҡтай-маҡтай ҡысҡырып китеп барыуым бөгөнгөләй күҙ алдымда.
Аҙаҡ, уҡый башлағас инде, Тимер үҙен тиҙ арала шағир булараҡ күрһәтте. Беҙ “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә йөрөй инек, бына шул ваҡытта университетта “Йәш әҙәбиәтсе” тигән стена гәзите сығара торғайныҡ. Мин, Тимерҙең ижады тураһында мәҡәлә яҙып, шул гәзиттә баҫтырҙым. Тимер Йосопов ижады тураһында матбуғатта әйтелгән беренсе һүҙ булды ул. Үҙе быны ғүмер буйы онотманы, әле булһа ла, бына бөгөн дә телевидение аша барған тапшырыуҙа ул быны иҫкә алып үтте.
Ә инде беҙҙең артабанғы тормошобоҙ, ижадыбыҙ йәнәш барҙы, Тимер бик әүҙем эшләне, бәхеткә, уның тормошо бик уңды! Ул, башҡа күп шәхестәр кеүек, редакцияларҙа, йәки бүтән ойошмаларҙа бик оҙаҡ ваҡытын әрәм итеп йөрөмәне. Ул бик иртә профессиональ ижадҡа күсте, был, әлбиттә, бик ыңғай йоғонто яһаны. Үҙе иҫән саҡта уҡ ҡалын-ҡалын томдарын баҫтырып сығарҙы һәм, ғөмүмән, Тимер Йосопов шағир булараҡ был донъяла үҙенең миссияһын, үҙенең маҡсатын тулыһынса үтәп китеүгә өлгәшкәндер тип уйлайым.”


Ысынлап та, тыуған халҡына тиҫтәләгән китаптарын яҙып ҡалдырған шағирҙың, бөгөнгө көндә, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры тигән исемдәре халҡыбыҙ йөрәгенә мәңгелек менән уйылып яҙылған!

 

Фотолар яҙыусының улы Булат Йосоповтың шәхси архивынан алынды.

Тимер Йосоповтоң тыуыуына – 85 йыл!
Тимер Йосоповтоң тыуыуына – 85 йыл!
Тимер Йосоповтоң тыуыуына – 85 йыл!
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: