

Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуып үҫкән Сулпан Әбдрәхимова - күп яҡлы шәхес. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында һәм Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театрындағы бихисап ролдәре булһынмы, башҡорт кино сәнғәтендәге образдарымы, әле килеп әҙәбиәттә үҙенең шиғырҙар һәм хикәйәләр йыйынтығымы?! Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тигәндәре шулдыр ахыры.
Күптән түгел генә Сулпан Тамимдар псевдонимы менән "Тормош дауам итә" хикәйәләр йыйынтығын китап уҡыусылар көтөп алды. Халыҡсан тел менән яҙылған әҫәрҙәрен улар бары социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә генә таныша барһалар, хәҙер теләгән һәр кемгә уны һатып алырға мөмкин.
Китаптың баш һүҙен филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәҙилә Бүләкова яҙған.
"Билдәле булыуынса, бынан теүәл өс йыл элек, коронавирус пандемияһы илебеҙҙе генә түгел, тотош донъяны тигәндәй ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған осорҙа, күптәр фатирҙарына бикләнеп ултырып, дистанцион эш алымына күсергә мәжбүр булды. Бер ямандың - бер яҡшыһы, ти халҡыбыҙ. Шуның һымаҡ, күптәргә иркенләп интернетта ултырып эшләү мөмкинлеге тыуҙы был осорҙа. Тап шул 2021 йылдың яҙында Бәйләнештә социаль селтәрендәге сәхифәһендә С. Тамимдар тигән имза аҫтында кемдер берәү ҡасандыр үҙҙәренең ауылдарында булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе, тыуған яғында таралған лаҡаптарҙы бәйән итеп ҡуя башланы. Тәүҙәрәк уларға юлайҡан ғына күҙ йүгертеп кенә үтелһә, тора-бара шаҡтай оҫта яҙылған хәтирә-иҫтәлек рәүешендә лә бәйәнләй башланы үҙенең яҙмаларын был Тамимдар тигәнебеҙ. Ә улар араһында бынамын тигән хикәйәгә дәғүә итерҙәйҙәре лә күренә башлағас, һораша ҡуйҙым: кем ул С. Тамимдар? Баҡтиһәң, ул байтаҡ ҡына йылдар Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театрында эшләп, ярайһы уҡ киң танылыу алған һәм республикаға бихисап арҙаҡлы шәхестәр биргән Баймаҡ ауылының Күсей ауылынан сыҡҡан талантлы актриса Сулпан Әбдрәхимова булып сыҡты! Эйе, сирек быуатҡа яҡын Сибай ҡалаһында йәшәп киткәнлектән, бик яҡшы хәтерләйем мин Сулпан һәм Венера исемле ут сәсрәтеп торған игеҙәк ҡыҙҙарҙың 80-се йылдар аҙағында Сибай театрында эш башлаған саҡтарын. Иҫ киткес сибәр, талдай зифа буйлы, үҙҙәре талантлы булыу өҫтөнә, уларҙың береһе оҫта бейеүсе, икенсеһе шәп йырсы булараҡ та хәтерҙә ҡалған.
Эйе, уларҙың сәхнәлә уйнауын ҡараған күптәр: "Аллаһы Тәғәлә бирһә, бирә бит ул үҙенең яратҡан ҡолона барыһын да!" - тип тел шартлата ине, аҫылташ һымаҡ балҡып торған ҡыҙҙарға ҡарап. Ә бит уйлап ҡараһаң, аҫылташ та күп ҡырлы булып, уның ҡырҙары, ваҡыт үткән һайын, тағы ла матурыраҡ, тағы ла сағыуыраҡ балҡыуы бер кемгә лә сер түгел! Шуның һымаҡ, һуңғы 2-3 йыл эсендә беҙҙең Сулпаныбыҙ үҙен бынамын тигән хикәйә оҫтаһы булараҡ та танытып өлгөрҙө. Эйе, ҡәләм тирбәтә башлауына әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә, шулай уҡ махсус филологик белеме булмаһа ла, Сулпанда Юғарынан бирелгән әҙәби һиҙемләү тигән нәмә көслө: ул үҙенең хикәйәләренең сюжет-композицияһын оҫта, мауыҡтырғыс итеп ҡороу менән бергә, образдарының төп холоҡ-сифаттарын да бик үҙенсәлекле алымдар менән асыуға ирешә. Иң мөһиме, Сулпан Әбдрәхимова әҫәрҙәренең теле иҫ киткес һутлы, йәнле, халыҡсан! Бына быныһы инде - хәҙерге йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең бик һирәктәренең генә өлөшөнә төшкән көмөш! Тап бына шул бай телле булыуы менән дә күптәрҙең күңелен арбап алды ла инде Сулпандың яҙмалары. Әлбиттә, һәр ялтыраған алтын булмағандай, уның дә һәр хикәйәһен юғары художестволы кимәлдә яҙылған, тип әйтеп булмайҙыр әлегә. Шулай ҙа Сулпан Тамимдар атлы ҡәләм эйәһенә яҙыу һәләте Күктәрҙән бирелгән, тип ныҡлы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Бының шулай булыуына, уның ошо тәүге китабына ингән хикәйәләрҙе уҡып сыҡҡас, һеҙ ҙә инанырһығыҙ, моғайын. Рәхим итегеҙ Сулпан Тамимдар геройҙарының мауыҡтырғыс та, фәһемле лә, ғибрәтле лә донъяһына, ҡәҙерле китап уҡыусылар!" - тип яҙған Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы.
Афарин, ауылдашым! Артабан да илһам шишмәң тынмаһын, яңынан-яңы образдар, өр-яңы китаптар көтөп ҡалабыҙ!