Бөтә яңылыҡтар

Гран-при - Бөрйән егетендә!

Йылайыр районында өс көн буйы барған республика бәйгеһенең төп бүләге лә елле ине. Ярыштың икенсе көнөндө Ҡурайға һәйкәл асыу тантанаһы гөрләне.

Гран-при - Бөрйән егетендә!
Гран-при - Бөрйән егетендә!

Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге башҡорт халыҡ милли уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың республика бәйгеһендә төп еңеүҙе ҡурайсы Айнур Назаров яуланы!

Айнур Басир улы бөгөнгө көндә Благовещен районында эшләһә лә, сығышы менән республикабыҙға бик күп данлыҡлы сәнғәт эшмәкәрҙәрен биргән Бөрйән районынан. Төп приз өсөн йөҙ мең һумға сертификат булһа, ҡалған урындарға ла шәп бүләктәр эләкте. Улай ғына ла түгел, быйылғы йылда бәйгене ойоштороусыларҙың береһе, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Ҡурай” исемле почет билдәһе булдырған ине. Был билдә башҡорт халыҡ музыка уйын ҡоралы ҡурайҙы пропагандалағаны һәм уның үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн арҙаҡлы ҡурайсыбыҙ Азат Миңлеғәле улы Айытҡоловҡа һәм Мари Иле Республикаһынан килгән Йошкар-Ола башҡорттары Ҡоролтайының рәйесе, ҡурайсы Нурдәүләтов Муса Солтанморат улына тапшырылды.

Данлыҡлы ҡурайсыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған был республика бәйгеһенә йәмғеһе 255 ҡурайсы, ҡыл-ҡубыҙсы һәм думбырасы килгән ине.

Шулай итеп, ҡыл-ҡубыҙ буйынса I урынды З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Рушана Әбсәләмова яулаһа, думбыра буйынса I урынды Алмас Ишмөхәмәтов менән Илмир Аҡбашевтар бүлеште.

Өс көндә лә байрам сараһы бик ҡыҙыу барҙы. Беренсе көн иң йәш бәйгеселәр көс һынашҡандан һуң Иҫке Яҡуп ауылындағы И. Дилмөхәмәтов музейына, Таштүрә тауына сәфәр ҡылһалар, икенсе көндө өлкән бәйгеселәрҙең беренсе, икенсе турҙарынан һуң Юлдыбай ауылында Ҡурайға һәйкәл асыу тантанаһы гөрләне. Был һәйкәл республика буйынса ҡурайсылар һәм Йылайыр районы эшҡыуарҙары йыйған аҡсаға төҙөлдө һәм уның инициаторы, ошо райондан сыҡҡан шәхес Азат Айытҡолов булып тора. Ҡурайсылар үҙҙәре әйтеүенсә, ошолай берҙәм генә эшләп, тағы күп райондарҙа халҡыбыҙҙың бөйөк ҡурайына һәйкәлдәр асыласаҡ әле!

Был мәртәбәле сараны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Йылайыр районы муниципаль район хакимиәте ойошторҙо. Ошондай күңел байрамдары һәр саҡ булып торһон, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе ошолай хөрмәтләп ҙурлап торайыҡ, уларға алмашҡа халҡыбыҙға тағы ла белемле һәм һәләтле ҡурайсы, ҡыл-ҡубыҙсы, думбырасылар үҫеп торһон!

 

Фотолар: Йылайыр ауылының Мәҙәниәт һәм күңел асыу үҙәге.

Гран-при - Бөрйән егетендә!
Гран-при - Бөрйән егетендә!
Гран-при - Бөрйән егетендә!
Гран-при - Бөрйән егетендә!
Гран-при - Бөрйән егетендә!
Гран-при - Бөрйән егетендә!
Гран-при - Бөрйән егетендә!
Гран-при - Бөрйән егетендә!
Гран-при - Бөрйән егетендә!
Гран-при - Бөрйән егетендә!
Гран-при - Бөрйән егетендә!
Гран-при - Бөрйән егетендә!
Гран-при - Бөрйән егетендә!
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас в