Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡ ҡыҙын ҡотлайбыҙ!

2 июндә Беренсе каналда “Голос” музыкаль шоуының 11-се миҙгеле тамамланды.

Стәрлетамаҡ ҡыҙын ҡотлайбыҙ!
Стәрлетамаҡ ҡыҙын ҡотлайбыҙ!

2012 йылдан алып тәүге тапҡыр “Голос” проекты финалына дүрт ҡыҙ сыҡты.

2 июндә Беренсе каналда “Голос” музыкаль шоуының 11-се миҙгеле тамамланды. 41 йәшлек Ирина Сыщикова (Батайск), 28 йәшлек Эльмира Диваева (Стәрлетамаҡ), 21 йәшлек Людмила Серебрякова (Мәскәү) һәм 19 йәшлек Виктория Соломахина (Воронеж) беренсе этапта остаздары менән бергә йыр башҡарҙы. Яҡташыбыҙ Эльмира Владимир Пресняков менән “Жанна исемле стюардесса” йырын йырланы. Артабан ул айырым “The Best”, тағы һуңғараҡ “Мөхәббәт булғайны” йырҙарын башҡарҙы.

Тамашасыларҙың тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса беренсе урынды – Виктория Соломахина, икенсене Эльмира Диваева яуланы. Еңеүсегә 1 миллион һум күләмендә приз тапшырылды. Виктория Саламахина быға тиклем “Голос. Дети” проектында ла үҙен һынап ҡараған ине.

Тауыш йыйыу һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы остаз тип Баста танылды, икенсе урынға – Полина Гагарина, өсөнсөгә - Владимир Пресняков, дүртенсегә Антон Беляев сыҡты.

Стәрлетамаҡ ҡыҙы Эльмираны икенсе урын яулауы менән ҡотлайбыҙ! Мәртәбәле бәйгелә ул лайыҡлы сығыш яһаны! Ул 43,2 процент тауыш йыйҙы, ә Виктория 56,8 процент тауыш тупланы.

Фото: ufa.mk.ru

Стәрлетамаҡ ҡыҙын ҡотлайбыҙ!
Стәрлетамаҡ ҡыҙын ҡотлайбыҙ!
Стәрлетамаҡ ҡыҙын ҡотлайбыҙ!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в