Бөтә яңылыҡтар

Балалар Һабантуйы үтте

Һәр ҡатнашыусы бүләктәр һәм приздар алып ҡыуанды

Балалар Һабантуйы үтте
Балалар Һабантуйы үтте

Баймаҡ районы автоклубы артистары балалар Һабантуйы үткәрҙе

Халыҡ ижады үҙәгенең автоматлаштырылған күп функциялы клубы Баймаҡ ҡалаһының "Көньяҡ" биҫтәһендә балалар һабантуйы уҙғарҙы. Көндөҙгө мәктәп яны лагерына йөрөүсе 5-се мәктәп уҡыусылары байрамдың уйын программаһында әүҙем ҡатнашҡан: арҡан тартып, тоҡ кейеп йүгереп, туп менән ярышып халыҡ уйындарын уйнағандар.

Автоклуб сәхнәһенән “Сураш” ирҙәр вокаль ансамбленең күңелле йырҙары һәм Илнур Аслаев башҡарыуында ҡурайҙың дәртле көйҙәре яңғыраған. Бейеү номерҙары менән “Ирәндек” халыҡ бейеү ансамбле солистары Гөлгөл Хәлилова һәм Нурсия Халиҡова сығыш яһаған.

Теләге булғандар “Дан минуты” ижади конкурсында үҙҙәрен күрһәткән. Аҙағында балаларҙы бүләктәр һәм приздар көткән.

– Беҙҙең районға автоклуб 2020 йылдың сентябрендә “Мәҙәниәт” милли проекты (в рамках национального проекта "Культура") сиктәрендә килде. Уның ярҙамында халыҡтың бөтә ҡатламдарының мәҙәни ялын тәьмин итәбеҙ. Хәҙер, каникул осоронда, балалар өсөн “Бергә уйнау күңелле”, “Бала саҡ илендә”, “Шаромарафон” кеүек танып белеү-күңел асыу, мәҙәни-спорт программаларын күберәк үткәрәбеҙ. Шулай уҡ Граф күле буйында күптән түгел “Бәхтигәрәй вариҫтары” шәжәрә байрамы үткәрелде, - тип билдәләне автоклуб мөдире Ғәлинур Хәмитов.

"Мәҙәниәт" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы буйынса  тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: rcntrb.com

Балалар Һабантуйы үтте
Балалар Һабантуйы үтте
Балалар Һабантуйы үтте
Балалар Һабантуйы үтте
Балалар Һабантуйы үтте
Балалар Һабантуйы үтте
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: