Бөтә яңылыҡтар

Тыуған ерҙән һут алып...

Дәүләкәндә әҙәби сара үтте.

Роман Титов фотолары
Фото:Роман Титов фотолары

Дәүләкән үҙәк балалар китапханаһында үткән йөкмәткеле әҙәби-музыкаль кисә шулай тип аталды. Ул Дәүләкән районында тыуып үҫкән шағирә, филология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Өфө фән һәм технологиялар университетының өлкән уҡытыусыһы Олеся Әхмәтрәхимованың яңы ижади һәм ғилми эшмәкәрлеге менән таныштырыуға йүнәлтелде.

Уҙған ике йылда ул “Тынғыһыҙ ел” шиғри йыйынтығын сығарған, шулай уҡ федераль кимәлдәге мөһим проекттарҙа ҡатнашып, башҡорт халыҡ әкиәттәре йыйынтыҡтарын туплауға ла өлөш индергән.

Кисәнең исеме үк әйтеп тороуынса, Олеся Вәкил ҡыҙының шиғырҙары тыуған яғының моңо, уның биҙәктәре менән һуғарылған. Заман һәм шәхес, шиғриәт һәм ижадсы, рухи азатлыҡ кеүек темаларға йыш мөрәжәғәт итә автор. “Уның һүрәт­ләгән образдары бик сағыу, теремек. Шуға ла иҫтә ҡала”, – тине кисәлә әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова.

Ижад кешеһенең һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә булыуы тәбиғи. Олеся Вәкил ҡыҙы ла үҙенең ғилми эш йүнәлеше фольклористика һәм әҙәбиәт менән генә түгел, башҡа өлкәләге яңылыҡтар менән дә даими ҡыҙыҡһына, үҙ көсөн төрлө яҡлап һынай. Фольклорсы, филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенова билдәләүенсә, Олесяның методик ҡулланмалар эшләү өҫтөндә лә уңыштары әһәмиәтле. Сарала ҡатнашыусылар ҙа быға инана алды. Мәскәү ҡалаһында донъя күргән “Хәҙисә өләсәй әкиәттәре” комплекслы-күргәҙмә материалдар (төҙөүселәре – Г.Р. Абдуллина, О.В. Әхмәтрәхимова) күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Был ҡулланма инде йылдан ашыу республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙәге балалар баҡсаларында ла башҡорт телен өйрәнеүҙә әүҙем ҡулланыла. Төрлө күнегеүҙәр, кескәйҙәргә ҡыҙыҡлы эштәр менән үрелеп бирелгән материалдар ысынлап та ерлекле һәм йөкмәткеле килеп сыҡҡан.

“Тылсымлы өйрәк” әкиәттәр йыйынтығы ла (төҙөүселәре – Р. Әхмәтрәхимова, О. Әхмәтрәхимова) Мәскәү ҡалаһында “Балалар һәм үҫмерҙәр китабы” нәшриәтендә донъя күргән. Был китап менән Олеся Вәкил ҡыҙының әсәһе, йыйынтыҡты төҙөүҙә ҡатнашҡан, текстарҙы рус теленә тәржемә иткән мәғариф ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәйзә Зәйҙулла ҡыҙы таныштырҙы. “Китапҡа Башҡортостандың мәҙәниәтен, географияһын сағылдырырҙай әкиәттәрҙе индерергә, уны һәр уҡыусыға ҡыҙыҡлы итергә тырыштыҡ”, – ти ул.

Йыйынтыҡтағы әкиәттәрҙең айырым өлөшө заманында тап Дим буйы баш­ҡорттарынан яҙып алынған. Фекер алышыу барышында бөгөн дә был төбәктә халыҡ ижады ынйыларына ҡарата бик иғтибарлы ҡараш һаҡланыуы күҙгә салынды. Дәүләкән районы мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Рәфис Әхмәтрәхимов урындағы фольклор коллективтары эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп ишеттерҙе, танылған тележурналист Сәрүәр Сурина төбәктәге ғөрөф-ғәҙәттәргә, халыҡ моң­дарының киң таралыуына һоҡланыуын әйтте. Шағирҙар Рәшит Зәйнуллин менән Илгиз Ишбулатов бөгөнгө әҙәбиәт, шиғриәт тураһында йөкмәткеле һәм тос фекерҙәрен еткерҙе. Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы директоры Марсель Ғәлимов экскурсияға килеү­селәрҙең яҡташ әҙиптәр ижады менән айырыуса ҡыҙыҡһыныуын телгә алды. Ошонда уҡ музей эргәһендә эшләүсе “Дим” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары ла сығыш яһаны. “Үҙ йолалары, тарихы булған ижад берекмәһе – шиғри күңелле яҡташтары­быҙҙың бергә тупланған урыны. Күптәр бында яҙғандары менән, фекерҙәре менән уртаҡлаша. Олеся ла мәктәп йылдарында беҙҙең арала ҡанат нығытты”, – тине берекмә етәксеһе шағирә Миңзәлә Хәлилова.

Дәүләкән ере – рухи мираҫ ынйыларына, таланттарға бай төбәк. Башҡорт халыҡ эпосы “Заятүләк менән Һыуһылыу”ҙың ошо ерлеккә тығыҙ бәйле булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Уның тиҫтәләрсә варианты, әҙәби версиялары халыҡ араһында киң таралған, эпоста һүрәт­ләнгән географик объекттар ҡәҙерләп һаҡлана. Әйткәндәй, сағыу сараның сәбәпсеһе Олеся Әхмәтрәхимова тап “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын өйрәнеү нигеҙендә кандидатлыҡ дис­сертацияһын яҡланы. Бөгөнгө ғилми эҙләнеүҙәрендә лә йыш ҡына Асылыкүл буйы башҡорттарының рухи ҡомартҡы­лары, уларҙың һаҡланыу һәм таралыу ареалы, мәғлүмәтселәрҙең репертуары һәм башҡалар тураһында яҙа. Ысынлап та, тыуған еренән моң, көс алып эшләй, ижад итә яҡташыбыҙ Олеся Әхмәтрә­химова. Уға, кисәлә ҡатнашыусылар әйткәнгә эйәреп, яҡты киләсәк, үткер ҡәләм теләйбеҙ.

- Фәнүзә ЗАКИРОВА
Дәүләкән районы

Читайте нас: