Фанаттар мөнәсәбәттәрҙе боҙа ала

Радик Юлъяҡшиндың ҡатыны Инзилә уларҙың ғаиләһендәге мөнәсәбәттәр тураһында һөйләгән. 

Фанаттар мөнәсәбәттәрҙе боҙа алаФанаттар мөнәсәбәттәрҙе боҙа ала
Фанаттар мөнәсәбәттәрҙе боҙа ала

Радик Юлъяҡшиндың ҡатыны Инзилә ғаиләләге ыҙғыштарға бәйле һорауға бик аҡыллы яуап биргән. Һәр ғаиләлә бәхәстәр һәм ыҙғыш-талаштар була, һәм "йондоҙло" парҙар ҙа был йәһәттән ситтә тороп ҡалмай, киреһенсә, сығыштар һәм гастролдәрҙән торған тығыҙ графикта йәшәү һәм фанаттарҙың күплеге ныҡлы мөнәсәбәттәрҙе боҙа ала.

Ошо көндәрҙә Радик Юлъяҡшиндың хәләл ефете Инзилә "Һеҙҙең ғаиләлә бәхәстәр йыш буламы?" тигән һорауға яуап бирҙе. Был хаҡта социаль селтәрҙә яҙып сыҡтылар.

– Бәхәстәр була, тик ултырып, шунда уҡ һөйләшә, аңлаша белергә кәрәк. Проблема булһа - һөйләшегеҙ. Идеаль мөнәсәбәттәр булмай, - тип яҙҙы йәш кәләш.

Юлъяҡшиндар ғаиләһенә мөхәббәтле матур ғүмер теләйбеҙ! 

Фото: vk.com

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас