Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн билдәле шағирә, тәржемәсе, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Искәндәриә (Юлдашева) күркәм ғүмер байрамын – 65 йәшен билдәләй. Әҙәбиәтебеҙҙең абруйлы вәкиле Тамара Ишбулды ҡыҙын ихлас ҡотлап, иң йылы, ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ шиғырҙары

Тәҡдир

Әйтер һүҙҙәр инде әйтелгәндәр,

Алда - өмөт. Юлдар юҡ артҡа.

Килер мәлдән инде һорамайбыҙ

Нимә яҙылғанын моратҡа.

 

Ҡыҙарғанда шәфәҡ, йөҙ ҡыҙара,

Күҙҙәреңдә дөрләй серле үрт.

Башың юғары тот, икеләнмә,

Тәҡдиреңә яҙған юлды үт.

 

Гөл һәм көл

Көл менән ашланым гөлдө,

Гөлөм ебәрҙе көлөп.

Минең көл яратҡанымды

Ҡайҙан, ти, алдың белеп?

 

Белмәгәйнем, әй, гөлөм, тим,

Көл бит – янған, һүнгән ут.

Ялмамаһын у лялҡындар –

Таждарыңда ҡалыр тут.

 

Һин сәскә ат, һис ни белмәй,

Һабағыңды үрелдер.

Янған йөрәктәр ҡайғыһы

Һинең өсөн түгелдер.

 

Гөлөм әйтте: Көллөһө лә

Был донъяла ҡуҙлана.

Орлоҡтан шытып сыҡҡанда

Минең йән дә һыҙлана.

 

Берәүҙән икәү булыуҙар,

Эй,ҡатын, еңелме ни?

Сәскә атыу, емеш биреү –

Шул яныу түгелме ни?

 

Янған, һүнгән... Саф көл булып

Йәнемдә носҡан ғазап –

Яңы булмышым гөлөнә

Уңдырышлы ер, сауап.

 

Әй, гөлөм, тим, мин дә шулай

Янам, көйәм, буллам ҡуҙ...

Нимә янам? Ни көтәм мин?

Эҙләйемме бөйөк һүҙ?

 

Тормоштоң ҙур мәғәнәһе

Шул яныуҙа микән ни?

Шул көлдә үҙеңде танып,

Тын ҡалыуҙа микән ни?!

 

Эйе, тине матур гөлөм,

Мәғәнә – бары шунда:

Ҡөҙрәт эйәһенә барыу

Саф, яңы булмышыңда.

*                 *                         *

Телдәр инем. Һүҙ даръяһын

Иңләп-буйлап йөҙҙөм мин.

Йыр йәтмәһен йыраҡ ташлап,

Алтын балыҡ һөҙҙөм мин.

 

Телдәр инем. Һүҙ ташының

Ҡатылығын тойҙом мин.

Устарымды тупаҫлатып,

Аҫыл тауҙар ҡойҙом мин.

 

Өнһөҙ ҡалдым. Һүҙһеҙлекте

Мәмерйәләй һиҙҙем мин.

Мәмерйәлә күҙ йәшемдән

Боҙъяһауҙар теҙҙем мин.

 

Шул саҡ Тере Һүҙ ҡеүәте

Яңғыратты күкрәкте.

Күктәр яҙған ысынбарлыҡ

Йөрәгемде тетрәтте.

 

Телем тешләп, һүҙ ҡәҙерен

Йөрәгемә уйҙым мин...

Тамырҙарын танып алдым

Серҙе бикләр уйҙың мин.

 

Уйым таҙа, уйым шифа,

Уйым минең саф гәлсәр.

Уйҙарым – салт яҡтылыҡтан

Яралған изге ғәскәр!

 

Фото: шағирәнең шәхси сәхифәһенән. 

 

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас