

Ғәҙәттәгесә район һабантуйы Бүреҡаҙған ауылы янында үтте. Байрам йыр-моңға үрелеп барҙы, ат сабышы, көрәш һымаҡ уйындар ҙа булды. Бынан тыш яугирҙәребеҙ өсөн селтәр үреү оҫталығы, ҡорал күргәҙмәһен дә күрергә мөмкин булды быйыл.
Райондың алдынғы хеҙмәтсәндәрен Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Стәрлетамаҡ районы Советы рәйесе Илдар Биктимеров, район хакимиәте башлығы Евгений Волков тәбрик итте.
– Сәсеү тамам, артабан мул уңыш алырға яҙһын, донъялар имен булһын, - тип мөрәжәғәт итте район етәксеһе яҡташтарына.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.