Кескәй Рамаҙан республика данын яҡлаясаҡ

Әйҙәгеҙ, йәш талантҡа уңыштар теләйек! 

Кескәй Рамаҙан республика данын яҡлаясаҡКескәй Рамаҙан республика данын яҡлаясаҡ
Кескәй Рамаҙан республика данын яҡлаясаҡ

Стәрлетамаҡ ҡалаһының йәш йырсыһы Рамаҙан Биккинин Рәсәй һәм Беларусь республикаһы  фестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. ”Йәштәр ижады” фестивале 18 июнгә тиклем  дауам итәсәк.

Рамаҙан – Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы. Конкурстың һайлау турында “Халыҡсан башҡарыусы солист-йырсы” номинацияһында еңеп сыҡҡан. Ҙур фестивалдә Рәсәй һәм Беларусь республикаһының 7-18 йәшлек балалары ҡатнашасаҡ, солистар ҙа, ижади коллективтар ҙа сығыш яһаясаҡ. Ә 18 июндә йомғаҡлау гала-концерты үтәсәк. Кескәй Рамаҙанға ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Фото: “Стерлитамакский рабочий” гәзите.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас