

Салауат Юлаев – халҡыбыҙ тарихында иң бөйөк, айырыуса дан һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт ҡаҙанған шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм ил мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө, башҡорт милләтенең рухи ҡаһарманлыҡ символы. Милли герой, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы полководецы, шағир-импровизатор. Милли-азатлыҡ хәрәкәтенең һоҡланғыс етәкселәренең береһе.
Салауат Юлаев, фәндә ҡабул ителгәнсә, 1754 йылдың 16 июнендә әүәлге Ырымбур губернаһының Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙөй йорто (улысы) (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй ауылында арҙаҡлы башҡорт феодалы Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуған. Салауаттың атаһы элекке башҡорт ихтилалдарында ҡатнашып, күңелендә батша колонизаторҙарына ҡарата нәфрәт һаҡлаған, халыҡ яҙмышы өсөн тәрән борсолоу кисереп йәшәгән кеше була. А.С. Пушкин үҙенең “Пугачев тарихы” китабында уны “ҡарт фетнәсе” тип атауы бер ҙә осраҡлы түгел. Юлай, Крәҫтиәндәр һуғышы башланғас, Салауаттың иң яҡын таянысы, хәрби арҡаҙашы булып китә, артабанғы ғүмерен уның ауыр яҙмышы менән уртаҡлай. Бөйөк батырыбыҙҙың әсәһе тураһында рәсми мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Фольклор материалдары буйынса, ул белемле ҡатын була (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа әйтелеүенсә, исеме – Аҙнабикә). Салауат ғаиләлә, ғөмүмән, бик яҡшы тәрбиә ала.
Салауат ун алты-ун ете йәштәргә зирәк аҡыллы, урта буйлы булыуына ҡарамаҫтан, баһадирҙарса мыҡты кәүҙәле, ҡыйыу, тәүәккәл булып үҫеп етә. Ф.Д. Нефедов уның, бил бирмәҫ батыр, көслө һәм ҡеүәтле бәһлеүән булыуы менән бергә, уҡымышлылығына һәм тәрән белемлелегенә айырыуса баҫым яһап, бына нисек яҙа: “Салауат тупаҫ физик көскә эйә булыусы ғына түгел. Ул – ғилем эйәһе һәм шағир. Ул Ҡөрьәнде һәм шәриғәтте белә, үҫмер алдында ҡарттар хөрмәт күрһәтеп баш эйә, уның исеме һәр кемдең телендә, уның уҡымышлылығынан муллалар ғына түгел, хатта ахундар үҙҙәре лә ғәжәпкә ҡала”. Аҡыл һәм белем унда Хоҙайҙан, ти улар. Нәҡ ошо 16-17 йәш тирәһендә ул, арҙаҡлы ил сәсәне Байыҡ Айҙар менән осрашып, уның үҙенә төбәп әйтелгән нәсихәттәрен тыңлай.
Салауатта поэтик тойғо бик иртә уяна, ти Ф.Д. Нефедов. Ожмахтай Урал тәбиғәте, халыҡ тарихы, башҡорт батырҙары тураһында хикәйәттәр уның күңелендә илаһи хистәр тыуҙыра. Профессор Ә.И. Харисов һүҙҙәре менән әйткәндә, иң элек Салауат үҙендә башҡорт халҡының ике һәйбәт сифатын – уның героизмын һәм поэтик талантын кәүҙәләндергән. Ул милли әҙәбиәтебеҙ тарихында боронғонан килгән сәсәнлек, импровизаторлыҡ һәм бер үк ваҡытта, ҡаурый ҡәләм тотоп, яҙма рәүештә ижад итеү традицияларын дауам итеүсе, уларҙың юғары өлгөләрен тыуҙырыусы булараҡ урын ала.
Салауаттың поэтик мираҫының күләме хәҙер 500 юлдан артып китте. Уны йыйыу, барлау, баҫтырып сығарыу эше – бер быуаттан ашыу дәүер эсендә бер нисә быуын тикшеренеүселәр тарафынан алып барылған фиҙакәр хеҙмәт емеше.
1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы Рәсәй тарихында халыҡ массаларының феодаль-крепостной иҙеүгә ҡаршы иң ҙур һәм дәһшәтле күтәрелешенә әйләнә. Башҡорттар һәм Башҡортостан өсөн иһә ул бер үк ваҡытта колониализмға ҡаршы характерҙағы милли-азатлыҡ хәрәкәте булған. Халҡыбыҙ был һуғышта казактар һәм Урал заводтарының эшселәре менән бергә төп көстәрҙе билдәләй. Ихтилал барышында башҡорттар араһынан тиҫтәләрсә ғәйәт талантлы хәрби эшмәкәрҙәр – ғәскәр башлыҡтары үҫеп сыға. Меңәрләгән башҡорт пугачевсылар сафына баҫа.
1773 йылдың октябрь урталарында, Өфө провинция канцелярияһының күрһәтмәһен үтәп, Шайтан-Көҙөй улысы старшинаһы Юлай Аҙналин үҙенең 19 йәшлек улы Салауат ҡулы аҫтына 100-гә яҡын һыбайлы отрядын Стәрлетамаҡ пристаненә, кенәз Ураҡов һәм Ҡырҡөйлө-мең ырыуы старшинаһы Әлибай Мырҙағолов ҡарамағына ебәрә. Бында 1200 кешенән торған башҡорт отрядын туплап, уларҙы Ырымбур тарафында (Бикҡол ауылы янында) Пугачев ғәскәрен баҫтырырға тейеш булған генерал Кар ҡарамағына оҙаталар. Юлда башҡорт отряды баш күтәрә һәм, Кар отрядына барып етмәйенсә, пугачевсылар яғына сыға. Е.И. Пугачев Салауаттың ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, хәрби оҫталыҡ сифаттарын юғары баһалап, полковник дәрәжәһе бирә. Ноябрҙә ул Салауатты, үҙаллы хәрәкәт итеп, ихтилалдың яңы төбәктәрендә көрәште йәйелдереү маҡсатында, Башҡортостандың Себер даруғаһына ҡайтарып ебәрә.
Салауат уға ғына хас көс, энергия һәм оҫталыҡ менән ҙур отряд туплап, 25 декабрҙә улыс үҙәге Сарапул ауылын, ғинуарҙа Красноуфимск ҡәлғәһен ала һәм уны башҡорт ерҙәрендә баш күтәреүселәрҙең терәк пункттарының береһенә әйләндерә. Ҡәнзәфәр Усаев, Илсеғол Итҡолов, Сөләймән Күсәкәев һәм Иван Кузнецов отрядтары менән берлектә Көңгөр ҡалаһын ҡамауҙа тота. Ошо һуғыш хәрәкәтендә ауыр яраланып, күпмелер ваҡыт тыуған йортонда дауаланыу сараһын күрергә тура килә. Февраль аҙағында, яралары уңалып бөтөр-бөтмәҫтән, Салауат ике мең кешелек отряд йыйып, яңынан Красноуфимск һәм Көңгөр тирәһендә хәрәкәт итә.
1774 йылдың 2 июнендә Үрге Ҡыйғы ауылы янында Салауат Юлаев өс меңлек отряды менән Е.И. Пугачевты ҡаршы ала. Пугачев Салауатҡа – бригадир, Юлайға атаман исеме бирә. Иртәгәһенә, 3 июндә, Пугачев һәм Михельсон ғәскәрҙәре араһында ҡаты бәрелеш була. Пугачевсылар күп юғалтыуҙар менән сигенә. Салауат тағы ла яралана. Пугачев ҡалған ғәскәрҙәре менән Уҫы ҡәлғәһенә табан йүнәлә. Салауат иһә юл ыңғайы Бөрө ҡалаһын алып, 18 июндә Уҫы янында йәнә Е.И. Пугачевҡа барып ҡушыла. Уҫыны штурмлағанда ҡаты яраланып, артабан 1774 йылдың көҙ айҙарына тиклем Башҡортостанда хәрәкәт итә. Уның отряды Башҡортостанда асылда батша карателдәренә ҡаршы тороусы төп көскә әйләнә. 18 сентябрҙә ул, мәҫәлән, өс меңлек ғәскәр башында, Йәлдәк ҡәлғәһе тирәһендә хәрәкәт итеп, Борай улысының Тимошкин ауылы янында, 22 сентябрҙә Неркә ауылы эргәһендә подполковник И.К. Рылеев командаһына ҡаршы үтә рәхимһеҙ һуғыштарҙа булып, көслө ҡаршылыҡ күрһәтә. Салауаттың хәрби оҫталығына батша офицеры ла ғәжәпкә ҡала.
1774 йылдың 25 ноябрендә язалаусылар отряды, Миңдеш ауылына яҡын урында Салауаттың һәм уның дүрт яуҙашының эҙенә төшөп, ҡулға ала. Салауат һәм Юлай өҫтөнән оҙаҡҡа һуҙылған тикшеренеү эштәре 1775 йылдың 6 июлендә генә тамамлана. Салауат тикшереү барышында үҙен бер генә тапҡыр ҙа ғәйепле тип танымай, бүтән пугачевсыларҙың өҫтөнән һөйләмәй, яҡын кешеләрен һәр төрлө ғәйепләүҙәрҙән нисек тә араларға тырыша. Был уның тотҡонға эләккәс күрһәткән тағы бер оло батырлығы, был юлы инде башлыса аҡыл көрәшенең һоҡланғыс бер өлгөһөнә әйләнә.
Салауат менән Юлайҙы 1775 йылдың 15 июлендә сығарылған хөкүмәт ҡарары нигеҙендә улар айырыуса ҙур һуғыштар алып барған урындарҙа ҡамсы менән 175-әр тапҡыр һуҡтырып язалайҙар, танауҙарын ҡырҡып, маңлайҙарына һәм сикәләренә ҡыҙҙырылған тимер менән “З”, “Б”, “И” (“злодей”, “бунтовщик”, “изменник”) тигән хәрефтәр баҫып, шул уҡ 1775 йылдың 3 октябрендә көслө ҡарауыл оҙатыуында элекке Рогервик (Эстониялағы хәҙерге Палдиски) ҡәлғәһенә ғүмерлек каторгаға ебәрәләр. Салауаттың ҡалған сирек быуат ғүмере алыҫ Балтик диңгеҙе буйындағы ана шул эстон тупрағында үтә.
Салауат исеме халҡыбыҙ йөрәгендә мәңгелек урын алды. Образы башҡорт һәм рус фольклорында, башҡорт, рус һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелде. Уның хаҡында романдар, йырҙар, хикәйәттәр, поэмалар, опералар, драма әҫәрҙәре ижад ителде, рәссамдар һәм скульпторҙар уны һынлы сәнғәттә һәм скульптурала һынландырҙы. Башҡорт халҡы үҙенең бөйөк юлбашсыһына арнап, илаһи йырҙар, көйҙәр, героик эпос ижад итте, халыҡ хәтеренән Салауат хаҡында бихисап легенда һәм риүәйәттәр яҙып алынды. Баш ҡалабыҙ Өфөнөң иң күркәм урынында бөйөк һыбайлы Салауаттың суйындан ҡойолған мөһабәт һыны ҡалҡып тора (авторы – скульптор Сосланбәк Тавасиев, 1967 йыл). Өфөнөң “Салауат Юлаев” хоккей командаһы бөтә Рәсәйгә билдәле. 1967 йылдан башлап Башҡортостандың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә йыллыҡ дәүләт премиялары тапшырылып килә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре өр-яңы ғилми хеҙмәт – “Салауат Юлаев энциклопедияһы”н төҙөп, бөйөк батырыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индерҙе.
Милләтебеҙ символы – дәһшәтле һыбайлы Салауат һыны, тарихыбыҙҙың яңы боролошонда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербында урын алып, инде тотош бер илдең ырыҫ, ҡот билдәһенә әйләнде. Салауат исеме – беҙҙең өсөн икһеҙ-сикһеҙ ғорурлыҡ, рухи күтәренкелек сығанағы, ул һәр ваҡыт беҙҙе әйҙәп тороусы көс, ул башҡорттоң ҡайнар йөрәк тибеше, мәңге һүнмәҫ һәм һүрелмәҫ азатлыҡ рухы.
- Рәшит ШӘКҮР