Тәтешле районында фольклор коллективтары фестивале үтә

Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 20 июнгә тиклем ҡабул ителә.

Тәтешле районында фольклор коллективтары фестивале үтәТәтешле районында фольклор коллективтары фестивале үтә
Тәтешле районында фольклор коллективтары фестивале үтә

1 июлдә Тәтешле районында “Дуно марзанъес” (“Драгоценные россыпи”) удмурт фольклор коллективтарының төбәк-ара фестивале үтә. Фестиваль Башҡортостан Республикаһындағы бренд саралары исемлегенә индерелгән, ул халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереүгә, халыҡ йолаларын һәм традицияларын пропагандалауға йүнәлтелгән.

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн балалар һәм өлкәндәр коллективтары саҡырыла. Байрам программаһында - ҡул оҫталары әйберҙәре күргәҙмәһе, уларҙы һатыу, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Менсадыҡ Ғариповтың күргәҙмәһе, хәрби-патриотик йүнәлешле балалар һүрәттәре, удмурт йырын йәш башҡарыусылар, шәжәрә конкурстары.

Проект удмурт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы гала-концерт менән тамамлана. Ғаризалар 20 июнгә тиклем dunomarzanyos@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә.

Фото:oshmes.info

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас