

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әнүәр Нурғәлиевтең һеңлеһе Диана Сәфәрова ҡурҡыныс аварияла һәләк булғайны. Уның өс балаһы етем ҡалды. Шул көндән алып республикабыҙҙың халыҡ артисы балаларҙы ҡараша башланы һәм ваҡыт-ваҡыты менән улар тураһында социаль селтәрҙә күрһәтеп тора. Был юлы ул туғандарын төп нигеҙгә йыйған.
"Йәшерәк саҡта бик һирәк бергә йыйылыша инек, хәҙер мөмкинлек килеп сыҡҡан һайын туғандарҙы тыуған нигеҙҙә йыйырға тырышам. Дианабыҙ беҙҙең йыйылыштарҙа гел "заводила" була торғайны. Аиша атаһы менән өйҙә ҡалды, кәйефе юҡ, ҡыҙғаныс.
Туғандарығыҙ менән йышыраҡ осрашығыҙ, бер-берегеҙгә үпкә һаҡламағыҙ", - тип яҙған Әнүәр Нурғәлиев.
Видеоларҙан күренеүенсә, игеҙәктәр илгәҙәк, шаяра, уйнай. Ә бына Диананың ҡыҙы, һигеҙ йәшлек Аиша ғына әсәһенең вафатын ныҡ ауыр кисерә, күпселек өйҙә ҡалыуҙы хуп күрә. Ни тиһәң дә әсәйҙе алмаштырырлыҡ кеше юҡ шул.
Фото: "Интертат"