Белем һуҡмаҡтары буйлап...

Баймаҡтар халыҡ яҙыусыһы уҡырға йөрөгән юлды йәйәү үтте.

“Ни сыҡмаһын, баймаҡтарҙан сыға!” тигән әйтемгә күптәр өйрәнеп тә бөттө, сөнки төрлө ҡыҙыҡлы проекттар булһынмы, осрашыу йә кисәләр үтһенме, бихисап акциялар ойошторолһонмо – барыһында ла Баймаҡ халҡы әүҙем ҡатнаша һәм, һәр башланғысты “һә” тигәнсә күтәреп алып, юғары кимәлдә атҡарып та ҡуя. Күптән түгел йәнә бер матур башланғысҡа нигеҙ һалды улар. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Ғарипованың белем алған юлдарынан “Белем һуҡмағы” семинар-экскурсияһы ойошторолдо. Сарала яҙыусының үҙе шәхсән ҡатнашыуы һәм ташлы-боролмалы, тау-ҡаялы юлдарҙан, Ирәндек һырттарынан “Буханка” УАЗ-ында үтеүе, юлда ҡасандыр үҙе йәйәү йөрөп уҡыған мәлдәрен һөйләп, берсә һағыштарға, берсә мажаралы мәлдәрен хәтергә төшөрөп барыуы онотолғоһоҙ хәтирәләр ҡалдырҙы.

 

“Бегун йүгергән... ерҙәрҙә”

 

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова юғары кластарҙа белемде Түбә урта мәктәбендә ала. Ҡасандыр бар донъяға үҙенең бегун фабрикаһы, алтын сығарыу буйынса илдә иң алдынғы урында торған Түбә ҡасабаһына бәйле булыуы уның әҫәрҙәрендә лә сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, “Ай менән ҡояш бер генә” повесында: “Өс йыл буйы ошо юлдан йөрөгәндә, терегөмөштәй шишмәләре ел булып, буран булып, япраҡ шауы, йылға тауышы, ер йылыһы, бәпкә үләндәре... талсыҡҡанда түшәк урын булмағанын хәтерлә­мәйем. Һыуһағанда һыуын, өшөгәндә өмөт, асыҡҡанда  балтырғанын йәлләгән сағы булдымы? Иҫләмәйем... Ошо юл мине йәнә сәфәр сығыу теләгенән биҙҙермәне”, – тип яҙа ул.

Ә инде Күсей – Түбә юлында бүре менән күҙмә-күҙ осрашыу мәлендәге кисерештәре данлыҡлы “Бөйрәкәй” романында, ҡайһы бер хикәйәләрендә осрай. Тап ошо хәти­рәләрҙе ҡайтанан яңыртып, йәшлек йылдары үткән юлдарҙан ҡабат үтеп, Түбә мәктә­бендәге Таңсулпан Ғарипова исемендәге кабинет-музейы менән танышып, Күсей мәктәбендә яҙыусының тормошона һәм ижадына арналған конференцияла ҡатнашып, яҙыусының йөрөгән юлдары аша белем эстәү һуҡмаҡтарының оло тормошҡа нисек юлға сығарыуҙағы өлөшө, шәхес тәрбиәләү­ҙәге әһәмиәте хаҡында йәш быуынға еткереү маҡсатында ойошторолған сара был юлы ла юғары кимәлдә үтте.

Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге ойошторған “Белем һуҡмағы” семинар-экскурсияһы райондың бер төркөм баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ҡасандыр яҙыусы йәйәү йөрөгән Түбә – Күсей юлын йәйәүләп үтеүҙән башланды. Төрлө республика һәм район конкурстарында, олимпиадаларында еңеү яулаған уҡытыусылар, иртә менән Ирәндек тауына артылып, Түбә ауылынан Күсейгә табан юл алды. Ә инде икенсе төркөм, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова һәм уның дуҫтарын Түбә ауылында ҡаршылап, ҡасандыр яҙыусы белем алған мәктәпкә табан атланы.

Сарала Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков, уның урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз етәксеһе Динара Сәйғәфәрова, район ветерандар ойошмаһы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов, Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбова, Йылайыр районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик етәксеһе, Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы Земфира Кинйәбаева һәм башҡалар ҡатнашты.

Түбә урта мәктәбе директоры Дилә Байназарова етәкселегендәге коллективта бөтәһе 17 педагог эшләй, 122 бала белем ала. Белем усағына Һаҡмар ауылы мәктәбе филиалы ла ҡарай. Түбәләр Өфө ҡунағын, үҙҙәренең уҡыусыһын бик юғары кимәлдә ҡаршыланы. Осрашыу былтыр асылған яҙыусының музей-кабинетында дауам итте. Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, кабинет-музей етәксеһе Дилә Исхаҡова белдереүенсә, бында яҙыусының үҙе биргән әйберҙәре, шулай уҡ диплом, грамоталары, төрлө йылдарҙа иҫтәлеккә төшкән фотолары, шәхси документ өлгөләре урын алған. Шкафтарҙа Таңсулпан Ғарипо­ваның шәхси әйберҙәре һәм уның драма әҫәрҙәренә ҡуйылған спектаклдәрҙән фото­рәсемдәр урынлаштырылған. Музейҙың бер өлөшөндә уның шәжәрәһе ҡуйылған. Шәжә­рәлә халыҡ араһында билдәле Бирғәле сәсән, күренекле уҡытыусылар, йәмәғәт эшмә­кәрҙәренең булыуы менән дә әһә­миәтле. Ошонда уҡ “Рухиәт шишмәләре” тип аталған түңәрәк тә эшләй.

Уҡыусылар Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе сәхнәләштерҙе, яҙыусы Түбә мәктәбенә бәйле хәтирәләрен уртаҡлашты. Киләсәктә лә был музей-кабинет яңынан-яңы экспонаттар менән тулыландырылып торасаҡ. Әйткәндәй, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков үҙенең шәхси төшөргән фотоларын, Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәрендәге образдарға таянып төшөргән һәм Ирәндек буйында үҫкән умырзаяларҙы сағылдырған картиналарын бүләк итте.

 

Ирәндек тауҙарына артылып...

 

Ниһайәт, осрашыуҙың иң мауыҡтырғыс мәле башланды. Таңсулпан Ғарипованы “Буханка” тип аталған машинаның алғы яғына ултыртып, сәфәрҙә ҡатнашыусыларҙан бер төркөм яҙыусы йәйәү йөрөгән юлды үтергә булдыҡ. Беҙҙе Валера Айсенов оҙатып барҙы. Башта уҡ шуны әйтергә кәрәк, яҙыусы йәйәү йөрөгән юл, ай-һай, еңелдән түгел. Белем эстәү ҙә еңел бирелмәгәндәй, Түбә – Күсей юлы хатта машинала еңелдән тойолманы. Бер нисә урында “Буханка”ны күмәкләп этергә лә, бер аҙ араны йәйәүләп атларға ла тура килде. Әммә барыһының да күңеле күтәренке, йөҙҙәре шат ине. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының һәр тауҙы, һәр һуҡмаҡты, һәр ағасты шул тиклем йылылыҡ һәм әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғо менән һүрәтләп барыуы, ҡайһылыр бер ерендә күңеленән урғылып сыҡҡан йыр-моңон һуҙып ебәреүе, тирә-яҡтағы иҫ киткес тәбиғәттең матур­лығын, уның ыуыҙ ғына сағын күҙәтеп барыу юлдың оҙонлоғон да һиҙҙермәне.

Был юлдарҙы үткән саҡта һәр кемде, ысынлап та, йәш кенә ҡыҙға Ирәндек тауы аша күрше ауылға йәйәү йөрөп белем алыуы еңел бирелмәгәнен, ләкин тәбиғәте менән тырыш, белемгә ынтылыусан, тәрән фекер йөрөтөү ҡеүәһенә эйә булған Таңсулпан Ғарипованың ауырлыҡтан да матурлыҡ, рухи ҡөҙрәт таба белеүе, әле лә ошо матур тойғоларын күңелендә сихри көс кеүек йөрөтөүе, һоҡлана белеүе хайран ҡалдырҙы. Иң мөһиме – яҙыусы уларҙың барыһын да үҙ әҫәрҙәрендә ҡулланыуы оло хөрмәткә лайыҡ.

Тыуған ерендә

 

Күсейҙәр данлыҡлы ҡыҙын йәмле тәбиғәт ҡосағында уҡ ҡаршыланы. Йәйәүләп юлға сыҡҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла, Таңсулпан Ғарипова менән бергә сәфәргә сыҡҡан делегация йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан тирмәлә рәхәтләнеп самауыр сәйен эсте, уй-фекерҙәрен уртаҡлашты. Артабан осрашыу Күсей мәктәбендә дауам итте. Ҡунаҡбай Уйылданов етәкселегендәге мәктәп коллективы, был юлы ла ҡунаҡтарҙы юғары кимәлдә ҡаршылап, бай йөкмәткеле сара менән ҡыуандырҙы.

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы иң тәүҙә үҙе тыуып үҫкән ауылы урамдарынан үтте, бала саҡтарын хәтергә төшөрҙө, үҙе йәшәгән йорто нигеҙенең булмауы ошоғаса күңелен әрнетеүен белдерҙе. “Элегерәк уйланмаған, Күсейҙән берәй өй һатып алып, йәй буйы шунда йәшәргә кәрәк булған да”, – тигән һүҙҙәренән яҙыусының әле лә тыуған ерен, ауылын һағыныуын аңларға мөмкин.

Уның әсәһе Әсмә Баймырҙина Күсей ауылының тәүге совет уҡытыусыһы була. Әйткәндәй, ауылда Әсмә Баймырҙина исемендәге урам бар, мәктәп бинаһында уға арналған иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Күсей мәктәбендәге сара ла тап әсәһенең хөрмәтенә беркетелгән таҡтаташҡа сәскә һалыуҙан башланды.

Артабан ҡунаҡтар белем усағына үтте, мәктәптең тарихы, уның күренекле шәхестәре менән яҡындан танышты. Мәктәп коридоры буйлап ошо ауылдан сыҡҡан бик күп арҙаҡлы шәхестәр һәм улар тураһында ентекле мәғлүмәт тупланған. Ә инде күсейҙәрҙең был йәһәттән ғорурланырға хаҡы бар. Алтын-көмөшкә, төрлө хазиналарға ғына бай түгел ул, ә бар республикаға билдәле күренекле шәхестәре менән дә дан тота. Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, Башҡорт­остандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин, “Әлифба”ның тәүге авторы Абдрахман Ғәлләмов һәм башҡа бик күп шәхестәргә ҡанат ҡуйған бәрәкәтле Күсей төбәге.

Күсей мәктәбендә эшләп килгән музейҙа ауылдың күренекле кешеләре хаҡында бик бай мәғлүмәттәр урын алған, бында бик уникаль экспонаттар һаҡлана. Күптән түгел Дан бүлмәһе эшләнгән, унда әлеге ваҡытта Күсей ауылынан махсус хәрби операция биләмә­һендә ҡатнашҡан яугирҙәрҙең фотоһүрәттәре лә урынлаштырылған.

 

“Проект дауамлы булырға тейеш”

 

Ошо фекергә килде барыһы ла. Ысынлап та, Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған сара тәрбиәүи яғынан да, йәш быуынға белем эстәүгә оло этәргес булыуы менән дә әһәмиәтле. Ирәндек тауҙарын артылып, төрлө урындарҙан йәйәү үткән уҡытыусылар ҙа киләсәктә ошо юлдан тағы ла атларға теләүен белдерҙе. Артабан был һуҡмаҡтан өлкән класс уҡыусылары менән бергә үтергә кәрәк, тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.

Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге вәкиле Гөлшат Сирғәлина: “Был проект буйынса грант яулап, уны артабан үҫтереү мөмкинлектәрен өйрәнәйек. Баймаҡ – таланттарға бай төбәк, райондың һәр ауылында иҫ киткес талантлы халыҡ йәшәй, күренекле шәхестәре менән дан тота. Бәлки, киләсәктә башҡа яҡташтарыбыҙҙың да белем яулаған юлдары аша үтергә кәрәктер. Был хаҡта уйлашайыҡ, фекер алышайыҡ. Был сара Күсей мәктәбендә генә туҡтап ҡалмаҫ, артабан да дауам итер”, – тине.

Барыһы ла мауыҡтырғыс сәфәрҙән, яҙыусы менән осрашыуҙан кинәнес тойғоһо кисерҙе.

 

Баймаҡ районы.

Фәнил ИРМӘКОВ, Баймаҡ район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы:

– Был проект мотлаҡ дауамлы булырға тейеш һәм уны киләсәктә туризм менән дә бәйләргә кәрәк, тигән фекергә килдем. Был йәһәттән беҙ артабан да маҡсатлы эш алып барасаҡбыҙ. Ауырлыҡтарға ҡарамай, йәйәүләп Түбә – Күсей юлын үткән уҡытыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ сараны юғары кимәлдә ойошторған Түбә һәм Күсей мәктәбе коллективына, директорҙа­рына оло рәхмәт.

 

Таңсулпан ҒАРИПОВА, Башҡорт­остан­дың халыҡ яҙыусыһы:

– Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге ошо тәҡдим менән сыҡҡас, шатланып риза булдым. Былтыр Түбә мәктәбендә минең кабинет-музейҙы асып, бер ҡыуандырһалар, быйыл үҙемдең мәктәп, йәшлек йылдары үткән һуҡмаҡтарҙан ҡайтанан йөрөү күңелемдә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ иң изге хис-тойғо ҡалдырҙы, мәктәп йылдарыма алып ҡайтты, үткән­дәргә сәйәхәт булды ул. Өр-яңы көс-дарман, илһам һәм оло шатлыҡ-ҡыуаныстар менән ҡайтам. Был сәфәр ижадыма яңы һулыш, дәрт өҫтәүенә иманым камил. Рәхмәт, “күкрәктәре күк булған” яҡташтарым – баймаҡтарым!

 

Илнур СӘЛИХОВ, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат директоры:

– Быйыл, йәғни Уҡытыусы һәм остаз йылында Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге бик шәп проект эшләне. Ҙур теләк менән сарала ҡатнаштым һәм баймаҡтар­ҙың шул тиклем ихлас, дәртле, талантлы булыуына йәнә бер тапҡыр инандым. Беҙҙең уҡыу йортонда ла Баймаҡ районынан бөтәһе 42 бала уҡый. Ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле проектты киләсәктә үҙебеҙҙә лә ҡулланыу мөмкинлеген уйлайым, сөнки беҙҙең гимназияла төрлө район уҡыусылары белем ала һәм әллә күпме күренекле шәхестәр уҡып сыҡҡан.

 

Ләйлә МЫРҘАҒӘЛИНА-ИҪӘНБА­ЕВА, Баймаҡтың 4-се лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

– “Белем һуҡмағы” семинар-экскурсияһында тәүгә ҡатнашырға насип булды. Шулай ҙа ҡыуанып риза булдым. Түбә – Күсей юлын үткәндән һуң, был юлдан уҡырға йөрөгән кеше, һис шикһеҙ, мәшһүр булырға тейеш, тигән фекергә килдем. Ысынлап та, бөгөн ошо һуҡмаҡтан атлағанда, үткәндәрҙе барлап, киләсәкте күҙаллап, яңы маҡсаттар менән дәртләнеп, рухи үҫеш алып ҡайттыҡ. Был һуҡмаҡтар нисектер илһамлан­дырған кеүек булды. Ошо юлдан күп тапҡыр үткән кеше үҙенең күңел түрендә тупланған хис-тойғоһон, әлбиттә, ижад итмәй ҡалмаҫ ине, тип уйлайым. Был ижад емеше, йырмы ул, шиғырмы, хикәйәме, һүрәтме, ихлас йөрәктән ижад ителгән әҫәр булып, халыҡ хәтерендә мәңге йәшәренә шигем юҡ. Түбә – Күсей араһындағы “Белем һуҡмағы” – ҡоштар һайрауы, ағастар шаулауы, шишмәләр сылтырауы – бөтә донъя мәшәҡәттәрен бер аҙға оноттороп, күңелебеҙҙе сафландырып, рухи көс бирҙе. Был сара беҙҙең хәтерҙә изге кисерештәр генә булып һаҡланыр, тип ышанабыҙ.


Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас