

Бөгөн Өфөлә Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Фирҙәүес Ғиззәтуллина ҡапыл вафат булған. Уға 49 йәш ине.
Фирҙәүес Альберт ҡыҙы 1973 йылдың 27 июнендә Сибай ҡалаһында тыуған. Сәнғәт институтын тамамлағас, ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһына күсенә, ижади коллективтар менән рәссам сифатында хеҙмәттәшлек итә.
БДАДТ-та 2003 йылдан эшләй. Рәссам-сценограф булараҡ, унда һәм Милли йәштәр театрында спектаклдәр сәхнәләштерә, "Аҫыл йөрәк", "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Ҡар королеваһы", "Кармен" спектаклдәрендә уйнай.
Фирҙәүес Ғиззәтуллина менән 24 июндә сәғәт 11-ҙән төшкө 1-гә тиклем Көньяҡ зыяратта бәхилләшергә мөмкин буласаҡ.
Мәрхүмәнең йәне йәннәттә булһын! Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Башдрам.