

Уйҙарымда бала саҡтарыма әйләнеп ҡайтырға яратам. Был яҙмам шул хәтирәләрҙән – бергә уйнап йөрөгән ҡыҙҙың өләсәһе тураһында. Зөлфиә әбей – ауылдың ағинәйе. Совет осоронда динде һаҡлап ҡалған, уҡымышлы, заманына күрә бик белемле кеше ине ул. Бер генә сара ла унһыҙ үтмәне – бала тыуһа ла, өй ҡотлаһаҡ та, һәр ваҡыт үҙенең доғалары менән Зөлфиә әбей бара ине. Бала-саға йыйылышып ултырһа, һәр ваҡыт беҙгә ниндәйҙер ваҡиға тураһында һөйләр ине.
Бер тетрәндергес ваҡиғаһы ныҡ иҫемдә ҡалған. “Ырҙынға эшкә йөрөй инек, – тип башланы әбей һүҙен. – Аслыҡ ваҡыт, бер генә ус иген дә алырға ярамай, әгәр ҙә кеҫәнән тапһалар, төрмәгә ебәрәләр...”
Шулай бер ваҡыт ырҙында алъяпҡысҡа төрөлгән бойҙай табалар һәм алъяпҡыстың хужаһын да белеп ҡалалар: Гөлйемеш исемле бер ҡатындың алъяпҡысы була ул. Гөлйемештең береһенән-береһе бәләкәй биш балаһы бар. Уларҙы аслыҡтан һаҡлап ҡалам тип, йәшереп ҡуйылған бойҙайы була. Балалар хаҡын да уйлап тормайынса, барлыҡ халыҡ ауыл клубына хөкөм сығарырға йыйыла. Гөлйемешкә “Ҡайҙан? Ҡасан?” тигән һорауҙар яуҙы. Уҫал ҡарашлы ирҙәр иң алғы рәттә ултыра ине. Ҡатындың ирендәре ҡалтырап, күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ күҙ йәше аҡты. Ул көс-хәл менән “алъяпҡысымды юғалтҡайным” тип әйтә алды. “Ә кем дөрөҫләй ала?” тип ҡысҡырыша башланылар. “Зөлфиә тигән ҡатын”, тип яуапланы Гөлйемеш”, – тип дауам итте һүҙен Зөлфиә инәй. Артабан ҡатындың яҙмышында хәл иткес роль уйнай ул.
“Минең артымдан бер бәләкәй генә малайҙы ебәргәндәр, юлда барғанда нимә тураһында һүҙ барғанын һорашып өлгөрҙөм. Миңә нисек булһа ла, балаларҙы етемлектән ҡотҡарып ҡалыу мөһим ине. Бына шулай, ялған юлға баҫып булһа ла “эйе, ул миңә һөйләне алъяпҡысы юғалғаны тураһында”, тинем, бик ғорур ҡарап. Үҙемдең ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйһам да, ҡаушап ҡалырға ярамай ине.
Минең дә береһенән-береһе бәләкәй балаларым бар ине, Гөлйемеште шулай төрмәнән ҡотҡарып ҡалдым”, – тине ул, яулыҡ остары менән күҙ йәшен һөртөп.
Ул беҙгә изге теләктәрен еткереп, икмәктең ҡәҙерен белегеҙ, ололарға ихтирамлы булығыҙ, тип теләп ҡалды. Әлбиттә, был батырлыҡ әлеге заман менән сағыштырып ҡараһаҡ, бер баланы ҡарай алмай балалар йортона ҡалдырып киткән әсәләр янында ниндәй бөйөк аҙым! Ә ул заманда тормош башҡаса ине шул. Кешелек сифаты ла... Ауылыбыҙҙың Зөлфиә әбей һымаҡ батыр ҙа, аҡыллы ла ағинәйҙәрен оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
- Хәмдиә МОРТАЗИНА