

Хәҙерге ҡыҙҙарға аптырарһың, яратҡан егеттәренән бүләк көтә лә торалар. Үҙем дә, күрше ҡыҙы Тәскирәгә ғашиҡ булғас, ундай хәлдәргә осраманым түгел, осраным. Күп ашаһаң, майлы бутҡа ла биҙҙерә башлай, тигәндәй, минең яратҡан ҡыҙым да ташыған сәскәләремдән биҙә башланы.
– Тағы ла шул сәскәләреңде килтерҙеңме? – ти. – Ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ бүләк бирер инең, исмаһам.
Ҡыҙым менән осрашыуға барған еремдән һуң ғына ҡайтырға тура килһә лә, төн буйы күҙемә йоҡо әҫәре кермәне, гел бүләк тураһында уйландым. Тәскирәмә ай-йондоҙҙарҙы, тыуған яҡтың зәңгәр күлдәрен, нурҙар һибеп сылтырап ағып ятҡан көмөш һыулы шишмәләрен бүләк итер инем, уларҙы беҙ донъяға килгәнсе үк ғашиҡтар үҙ-ара бүлешеп алып бөткәндәр, ти. Уйлай торғас, яйы табылды. “Ниңә әле үҙебеҙҙең ауылдан йыраҡ түгел ағып ятҡан, элек үҙенең һыу тирмәндәре, балыҡтары менән дан тотҡан Ҡарамалы йылғаһын бүләк итмәҫкә?”
– Тәскирәкәйем, һиңә мәңгелек бүләк әҙерләнем, үлгәнсе онотмаҫһың, – тинем дә, һөйгәнемде велосипедҡа ултыртып, йылға эргәһенә алып киттем.
– Ошомо миңә тәҡдим иткән бүләгең? Сусҡа, һыйыр бысратып бөткән болғансыҡ йылғаңдың ни хәжәте бар?! Их, шуны ла аңламайһың егет башың менән! Ана, әхирәттәремдең егеттәре күлдәктәр бүләк иткән. Күлдәк алып бирергә аҡсаң самалы булһа, колготка булһа ла алып бирер инең, исмаһам.
Иртәгәһенә иртүк тороп, Стәрлетамаҡ баҙарына юл тоттом…
Колготка өсөн һөйгәнем эй шатланды, эй шатланды:
– Рәхмәт инде, берҙән-берем, йән киҫәгем, – тип хатта үбеп алды. – Үҙеңде ошо колготка туҙғансы иҫемдән сығармам.
Икенсе көндө кисен күпме генә көтһәм дә, ул йәшәгән өйҙөң янына барып, һандуғас булып һайраһам да, кәкүк булып ҡысҡырһам да, Тәскирәм яныма сыҡманы. Күңелһеҙләнеп, өйгә ҡайттым.
– Их, – тинем мин өҙгөләнеп, – мөхәббәт шулай ғүмерһеҙ булдымы икән ни? Мин бүләк иткән импортный колготкаға “одноразовый” тип яҙылғайны шул. Нимә эшләйһең, колготка йыртылғандыр ҙа Тәскирәм миңә үпкәләгәндер, күрәһең…
- Рәшит ЗАҺИҘУЛЛИН
Рәшит Заһиҙуллин – ҡыҫҡа хикәйәләр һәм шиғырҙар авторы. Ғафури районында тыуған, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.
Башлыса сатира-юмор йүнәлешендә яҙа, шулай уҡ балалар өсөн дә уймаҡ хикәйәләр ижад итә. Шиғырҙары уҡыусыны ҡыҫҡалығы һәм тос фекерлеге менән арбай. Рәшит Ғәзизулла улы башҡа өлкәлә эшләһә лә, һәр саҡ әҙәбиәт өлкәһе менән ҡыҙыҡһынды, әле хаҡлы ялда.