Кисә ЗАГС-ҡа барҙылар, бөгөн туйҙары гөрләй

Туймазы батыры Ришат Төхвәтуллин менән Шишмә матуры Әлиә Ҡарасурина никахтарын рәсмиләштереп ҡуйҙы.

Кисә ЗАГС-ҡа барҙылар, бөгөн туйҙары гөрләйКисә ЗАГС-ҡа барҙылар, бөгөн туйҙары гөрләй
Кисә ЗАГС-ҡа барҙылар, бөгөн туйҙары гөрләй

Кисә күптәрҙең яратҡан йырсылары - Рәшит Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасурина никахтарын ЗАГС-та рәсмиләштереп ҡуйҙы. Ниһайәт, күптәрҙең көткән йондоҙло пары законлы рәүештә ир һәм ҡатын итеп иғлан ителде. 

Һәр ваҡыттағыса йәштәр мажараһыҙ йөрөмәгән. Машиналарын йыуҙыртырға индереп, саҡ-саҡ һуңлап ҡалмағандар. Хатта Әлиәнең стористарында: "Беҙҙе индерерҙәрме икән?"- тип борсолоуы ла күренә.

Өлгөргәндәр! Бәхетле парҙы ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Бәхетле ғүмер, матур йырҙар, күңелле һәм баллы тормош теләйбеҙ!

Туй танталарынан да ҡыҙыҡлы хәлдәрен күҙәтеп, гәзит уҡыусыларын таныштырып барасаҡбыҙ.

Фото: "Интертат"

Кисә ЗАГС-ҡа барҙылар, бөгөн туйҙары гөрләй
Кисә ЗАГС-ҡа барҙылар, бөгөн туйҙары гөрләй
Кисә ЗАГС-ҡа барҙылар, бөгөн туйҙары гөрләй
Кисә ЗАГС-ҡа барҙылар, бөгөн туйҙары гөрләй
Автор:Карима Усманова
Читайте нас