

Һуңғы йылдарҙа “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы һәр райондың үҙ йылъяҙмаһын сығарыу буйынса әүҙем эш алып бара. Ошондай тиҫтәләрсә тарихи китапты нәшерләгәндән һуң, ошо арала “Бөрйән районы энциклопедияһы” ла донъя күрҙе.
Бөрйән районы республикабыҙ тарихында бар донъяға билдәле “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Бөрйән балы”, “Шүлгәнташ” төйәге булыуы менән айырым урын биләй, шул уҡ ваҡытта туризм индустрияһының үҫешендә лә ҙур роль уйнай. Әлбиттә, ошондай киләсәге булған райондың үҙенең визит карточкаһына тиң энциклопедияһы мотлаҡ кәрәк ине. Шулай итеп, бына инде өс йыллап бар район етәкселәре, энциклопедия хеҙмәткәрҙәре менән ентекле эшләү һөҙөмтәһен ҡулға алып, ошо арала Өфөлә йәшәүсе Бөрйән кешеләре үҙҙәренең тарихи ҡулъяҙмаларының исем туйын уҙғарҙы. Район ғына түгел, республикабыҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә фиҙакәр хеҙмәт иткән бөрйәндәр был сараға дәррәү йыйылды һәм энциклопедияны төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен, теләктәрен еткерҙе. Әлбиттә, был ҙур хеҙмәт төрлө ҡатлам уҡыусыларына йүнәлтелгән, һәм шул юҫыҡта күп һорауҙарға урын бар кеүек, минеңсә. Шуға ла был осраҡта ошо тарихи ҡулъяҙмаға ғилми һәм әҙәби белгестәрҙең дә баһа биреүе, үҙ ҡараштарын белдереүе урынлы.
Шулай итеп, энциклопедияның исем туйында төплө фекер менән сығыш яһаған филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова:
– Энциклопедия, ғөмүмән, ҡайһы ғына райондыҡы булһа ла йәки бүтән темаға арналһа ла, ул – фәнни-популяр баҫма. Фәнни тигән һүҙҙе айырыуса билдәләйем, сөнки энциклопедия тип аталғас, уға дәүләт тарафынан ҡуйылған махсус талаптар бар. Энциклопедияның йөкмәткеһе, формаһы нисек булырға тейеш? Ғөмүмән, талаптарға ярашлы, мәғлүмәттәр дөрөҫ, бик теүәл, ҡыҫҡа һәм фәнни яҡтан раҫланған булырға тейеш. Энциклопедия Бөрйән районында йәшәгән кешеләр, тәбиғәте, ғөмүмән, төрлө мәғлүмәттәре, дөрөҫ, теүәл дәлилдәр, тикшерелгән сығанаҡтар тупланмаһы булып тора. Уның әһәмиәте шунда: ул – ышаныслы дәлилдәр йыйылмаһы. Шундай төплө мәғлүмәттәр менән тулһа ғына, бөтә ойошмалар, мәктәптәр, китапханалар, ғөмүмән, һәр кем ошо китаптан үҙенә нигеҙле мәғлүмәттәр таба. Мәғлүмәттәрҙең ҡайһы берҙәре фәнни сығанаҡтарҙан алынған, кешеләрҙән һорап, авторҙар коллективы туплаған дәлилдәр ҙә бар, шуға күрә был энциклопедияның донъя күреүе ҙур әһәмиәткә эйә. Уны артабан интернет киңлектәренә лә ҡуйырға була, сөнки был – район халҡы, һәр кем ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ, ҡулланырлыҡ файҙалы әсбап.
Әлбиттә, мин дә был тарихи ҡулъяҙманы ентекләп уҡып сыҡтым. Унда ингән мәғлүмәттәр, биографиялары ҡуйылған кешеләрҙең күбеһен күреп беләм, уларҙың эшмәкәрлеге, батырлыҡтары тураһында үҙҙәренең ауыҙынан ишеткәнмен. Энциклопедияла ла ошо мәғлүмәттәрҙе табырға була.
Китапта бай хазина тупланған, һәр ауылға ҡағылышлы мәғлүмәттәр бер төрлө стандарт буйынса бирелгән, был бик һәйбәт, тип уйлайым. Мәҫәлән, һәр ауылдың урынлашҡан ере, ҡыҫҡаса тарихы, йәшәгән кешеләре һәм бөгөнгө мәҙәниәт йорттары, ижади ойошмалар, төркөмдәр, мәктәптәр һәм, ғөмүмән, ауыл биләмәләре, ер-һыу атамалары менән байытылып бирелгән мәғлүмәттәр ифрат ҡыҙыҡлы, шуға күрә уға ҡарата талаптар ҙа ҙур, әлбиттә. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙең авторҙары күрһәтелмәгән. Быны, әлбиттә, баҫмаға әҙерләгән һәм нәшерләгән энциклопедия коллективы эшләп ултырмай, ебәрелгән мәғлүмәттәр генә баҫыла.
Тағы ла, мәҫәлән, ер-һыу атамаларының да, ауыл исемдәренең дә аңлатмалары төрлөсә, бер нисә вариантта булыуы мөмкин. Бына шул урында, ҡайһы бер ғалимдарҙың әйтеүенсә, тип кенә аңлатма бирергә булыр ине. Үҙебеҙ, һәр кеше һәм бала уҡыһын ине был китапты, тибеҙ, ә бит уны уҡыған һәр кем ошо бер генә вариантты дөрөҫ тип ҡабул итәсәк, тарихҡа буталсыҡ мәғлүмәт инеүе лә бик ихтимал. Әлбиттә, былар барыһы ла төҙәтерлек эштәр, энциклопедияны тағы ла тулыландырырҙар әле, шуға ла был тупланма өҫтөндә эшләйәсәк киләһе быуын ошоларҙы күҙ уңында тотор, тип ышанам. Ғәмәлдә тупланманы баҫып сығарыуҙарын бик хуплайым, ҡыуанам, рәхмәт. Район хакимиәте, шундай ҙур эш башҡарып, район халҡына мәртәбәле бүләк әҙерләгән.
Эйе, меңдән ашыу шәхес һәм ике меңгә яҡын предприятие, ойошма һәм тәбиғи ҡомартҡылар тураһында мәғлүмәт индерелгән был тарихи йылъяҙманың әһәмиәте бик ҙур. Бында Бөрйән районының тарихы, административ-территориаль ҡоролошо, социаль-иҡтисади, мәҙәни тормошо, ижтимағи-сәйәси хәле хаҡында бик ентекле мәғлүмәт бирелгән. Шуға ла ошо ҙур эште бергәләп атҡарып сыҡҡан, данлыҡлы Бөрйән еренең тарихын ташҡа баҫтырыуға өлгәшкән райондаштарға, район етәкселегенә һәм “Башҡорт энциклопедияһы”ның егәрле хеҙмәткәрҙәренә ихлас һоҡланырға һәм киләсәктә лә юғары бейеклектәр теләргә ҡала.
Таңсулпан РӘСҮЛ

