Яңы аҙымың менән, башҡорт КВН-ы!

Уйындың үҫеше хаҡында кәлимә фекер.

Республикабыҙҙа һуңғы йылдарҙа, дөйөм алғанда, илһөйәрлеккә, туған телгә, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, милли йәшәү рәүешебеҙгә ҙур иғтибар бирелә. Ошо юҫыҡтағы башланғыс­тарҙы ҡеүәтләп ниндәй генә проекттар, программалар булдырылмаған һәм, әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Гранттар фонды был осраҡта ҙур ярҙам булып тора.

Барлыҡҡа килеүенә ун бер йыл булған, республикала бындай йүнәлештә эшләгән берҙән-бер Башҡорт КВН лигаһы һуңғы уйынын республика Башлығының Гранты ярҙамында һәм башҡа теләктәштәр, бағыусылар менән уҙғарҙы.

Шулай ҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды кеүек мәртәбәле партнерҙарының өмөтөн аҡланымы был “Шаян лига”? Ошо йәшәү дәүерендә нимәләргә өлгәште икән ул? Башҡорт асыҡ КВН лигаһының ойоштороусылары һәм даими жюриһы менән әңгәмәлә һүҙ ошо хаҡта.

 

– Башҡорт асыҡ КВН лигаһының йәмғиәттә тотҡан роле һәм әһәмиәте нимәлә?

Тимур ВӘЛИТОВ-ЗИНДАН:

– Был ҙур сара республика йәштәренең үҫеше өсөн бик ҙур майҙансыҡ, үҫеш нөктәһе булып тора. Был юҫыҡта хәҙер Рәсәй кимәле тураһында һүҙ йөрөтһәк, бөтә телевизион шоуҙарҙың артистары, алып барыусылар – барыһы ла Рәсәй КВН-ынан сыҡҡан. Беҙҙең республикала ла Урал Кәримов етәкселегендә Башҡорт КВН-ын үҫтереү буйынса ҙур эштәр алып барыла, һәм улар, әлбиттә, кәрәкле тип уйлайым. Киләсәктә, беҙ ҙә күп кенә блогерҙар, ҡыҙыҡлы фильмдар, проекттар менән теле-һәм радио алып барыусылар үҫтереп сығара алһаҡ, бик матур күренеш булыр ине.

 

Илһам ИШКИНИН:

– Ошо беренсе миҙгелдә беҙ, ойоштороусылар булараҡ, ниндәй системала эшләргә кәрәклеген, ниндәй мәсьәләләр барлығын күр­ҙек. Шуға ла Мәғариф һәм фән министр­лығы менән берлектә эшләргә кәрәк икәне яҡшыраҡ аңлашылды. Башҡорт КВН-ы лигалары үҙенә күрә, ысынлап та, бик әһәмиәтле. Үҙенә йәш быуынды ылыҡтырып, уларға өлгө булып тора, тип уйлайбыҙ. Сәхнәлә уйнаған йәштәр шул хәтлем мауығып китте һәм башҡорт телен шул тиклем кимәлдә пропагандалағандарын әле үҙҙәре лә аңлап еткермәйҙәр.

Урал КӘРИМОВ:

– Башҡорт КВН-ына килгән йәштәр нисек итеп башҡортса таҙа һөйләшә башлағандарын үҙҙәре лә һиҙмәй ҡала. Бына мин үҙем егерме йыл инде Өфө мәктәптәре араһындағы “Шаяниум”да ойоштороу комитеты ағзаһы булып йөрөйөм, туған телде белмәгән балалар ошо уйындарҙа, сәхнәлә күҙ алдымда үҫеп сыҡты.

Был осраҡта КВН-дың әһәмиәте бик ҙур – йәш быуынды, туған телде белергә кәрәк, тип мәжбүрләмәй, әрләшмәй генә, уйындар, шаяртыуҙар аша башҡорт теленә ылыҡтырҙыҡ. Кемеһелер башҡортса һөйләп кенә ҡалманы, телмәрҙән башҡортса фекер йөрөтөүгә күсте. Бына ошолай башҡорт һүҙҙәрен ҡулланыу даирәһе киңәйә.

Илһам Ғаяз улы ла әйтеүенсә, был шаян ли­ганың уникаль яғы – республикала йөҙгә яҡын колледж һәм техникум бар. Мәғариф ми­нистр­лығы эшләй, ә инде йәш быуында туған телгә ҡарата һөйөүҙе уйындар һәм шаяр­тыуҙар аша беҙҙең кеүек бер кем дә тәрбиәләмәй.

 

– Алдағы йылдағы уйындар менән хәҙергеләрҙе сағыштырһаҡ, ни әйтерһегеҙ, үҫеш бармы, әллә, киреһенсә, түбән төшөп бараһығыҙмы?

Тимур ВӘЛИТОВ-ЗИНДАН:

– Башҡорт КВН лигаһын күптән күҙәтеп барам, үҙем күптән жюри ағзаһымын. Әлбиттә, юғары осҡаны ла булды, төшөп киткән саҡтары ла күренде, әммә әлеге ваҡытта КВН-ыбыҙ ипләп кенә үҫеп бара. Үҫеш бар, тип уйлайым, әммә әҙерәк кенә терәк-таяныс кәрәк.

 

– Ҡайһы яҡтан?

– Бөтә яҡтан да! Әлбиттә, бөгөн ярҙам бар, был сара “Торатау” конгресс-холында үтә, фондтан гранттар бирәләр. Бөтөнләй юҡ, тип әйтеп булмай был осраҡта, әммә тағы ла ҙурыраҡ эштәр башҡарыу өсөн ярҙам кәрәк. Мәҫәлән, сериялы фильмдар төшөрөрлөк айырым студиялар, төрлө ҡыҙыҡлы сюжеттар сығарырға мөмкинлек тыуһа, һәйбәт булыр ине. Башҡорт КВН лигаһының төп базаһы булырға тейеш, тигән фекерҙәмен.

Урал КӘРИМОВ:

– Әлеге ваҡытта беҙҙең яңы дәүер башланып тора, тип әйтергә була, сөнки, ысынлап та, иң юғары нөктәләргә етеп, бейеклеккә күтәрелгән сағыбыҙ ҙа булды. Унан һуң көрсөк булып алды. Аҙаҡ инде, пандемия башланыу сәбәпле, уйындар булманы. Әлеге ваҡытта беҙ яңынан тергеҙеләбеҙ. Бөгөнгө КВН, әйтерһең дә, яңы тыуған бала, беҙ уны яңынан “атларға, һөйләшергә” өйрәтәбеҙ әле. Яңы медиапроект булдырҙыҡ һәм яңыса уны “Шаян лига” тип атаныҡ. Бөтә республика буйынса йөрөп, Башҡорт КВН-ын үҫтереү буйынса яңы эш башланыҡ. Төрлө мәктәп-колледждарҙан яңы командалар йыйҙыҡ, яңы миҙгелгә әҙерләп сәхнәгә сығарҙыҡ.

 

– Әйткәндәй, элегерәк сәхнәлә уйнағанда телдәрен вата-емерә рус һүҙҙәре ҡуллана торғайнылар. Хәйер, хәҙер ҙә шул хәл күҙәтелә. Үҙегеҙ әйтеүегеҙсә, башҡорт телендә һөйләшкән йәштәрҙе сәхнәлә үҫтергәнһегеҙ. Ә ни өсөн әле булһа рус һүҙҙәрен күп ҡыҫтыралар, үҙебеҙсә генә һөйләп булмаймы икән? Шулай уҡ шаяртыуҙарҙы билдән түбән төшөрөү осраҡтары ла тамашасыны борсой.

Урал КӘРИМОВ:

– Райондар буйлап КВН саралары өсөн командалар һайлап йөрөгәндә, ике телде ҡатнаш­тырып, русса һүҙҙәр ҡыҫтырып ебәргәндәрен ишетеп, үҙҙәренән һораһаҡ, ошо команда өсөн яуаплы уҡытыусы-етәкселәр үҙҙәре үк “шулай ҡыҙығыраҡ” тип яуап бирә. Ә шулай ҙа беҙ күп осраҡта телмәрҙе үҙгәртергә ҡушабыҙ. Шу­лай уҡ оятһыҙ шаяртыуҙарҙы ла ҡыҫҡар­тырға тырышабыҙ, әлбиттә. Шулай ҙа башҡорт юморының боғаҙынан быуырға ярамай, әҙерәк тын алырға ирек бирергә кәрәктер, тип уйлайым, әҙәпһеҙлеккә юл ҡуймайынса, әҙерәк кенә ундай хәлдәр була инде.

 

– Сәхнәгә уйынсыларҙы, номерҙарҙы кем тикшереп үткәрә? Профессионалдар бармы?

Урал КӘРИМОВ:

– Ә профессионал кем була ул?

 – Профессиональ артист, дипломлы филолог, мәҫәлән.

Урал КӘРИМОВ:

– Мәҫәлән, беҙ ошо Башҡорт асыҡ КВН лигаһының алдағы уйынсылары менән Сочиға барып, тәжрибәле КВН-сылар менән аралаш­ҡаныбыҙ бар. Ҡайһы номерҙарҙы сәхнәгә сығарырға, ҡайһыһын сығармаҫҡа улар беҙгә ошо хаҡта үҙ фекерҙәрен әйтте. Ғәмәлдә улар ҙа беҙҙең эшмәкәрлеккә профессиональ баһа бирмәне. Александр Масляков үткәргән КВН мәктәптәрендә уҡығаныбыҙ бар, әммә беҙҙә КВН университеттары юҡ бит.

 

Илһам ИШКИНИН:

– Ғөмүмән алғанда, башҡорт юморы юҡ, тип әйтәйем. Ә бына башҡорт КВН-ы саҡ барлыҡҡа килде генә. Үҙебеҙ, ойоштороусылар, бала сағыбыҙҙа мәктәптәрҙә үткән КВН-дарҙа ҡатнаштыҡ. Хәҙер инде беҙҙе профессионалдар тип әйтергә була. Бында уйынсыларҙы сәхнәгә сығарған мөхәррирҙәр – Башҡорт асыҡ КВН лигаһында уйнаған КВН-сылар, алдағы йылдарҙағы чемпиондар. Беҙ ошонда тәжрибә тупланыҡ, оҫталыҡ алымдарын йәш быуын менән дә уртаҡлашабыҙ.

 

– Яңынан тергеҙелеп килгән Башҡорт КВН-ының киләсәккә пландары ниндәй?

Урал КӘРИМОВ:

– Бөгөн “Шаян лига”ның беренсе миҙге­ленең финалы етте. Был беҙҙең ярты йылда үткәрелгән ашығыс уйын. Ошо уйын барышында ниндәй мәсьәләләр барлығын да күрҙек. Көҙ яңы көс, үҙенсәлекле идеялар менән ныҡлап башларбыҙ инде эште.

 

Ошо ҡыҫҡа ғына эшмәкәрлек мәлендә ниндәй генә һынауҙар кисермәне Башҡорт КВН-ы. Әммә баштан уҡ ике проблема ғына үҙгәрмәне. Беренсеһе – башҡорт телен вата-емерә русса һүҙҙәр ҡыҫтырып һөйләшеү, икенсеһе – билдән түбән шаяртыуҙар. Башҡорт КВН-ының туған телебеҙ, милли мәҙәниәтебеҙ тәңгәлендәге маҡсаттарын иҫкә төшөрһәк, әлбиттә, алдағы йылдарҙың уйынсылары өсөн был ҙур мәсьәлә булманы, сөнки улар туған телдә иркен аралаша.

Ә ошо арала уҙған “Шаян лига”ның суперфиналы тураһында әйткәндә иһә, минеңсә, бындай кимәлдә фекерләгән йәштәрҙе бөтөнләй сәхнәгә сығарыу кәрәкмәҫ ине. Башҡорт рухы, милли ғорурлыҡ тәңгәлендә түгел һүҙ, бары тик кеше булараҡ ҡына ла һәр кем бындай әҙәпһеҙлектән тыйыла белергә тейеш. Сәхнәлә үҙ-үҙҙәрен тотоштары, микрофонға һөйләй белмәүҙәре һәм дә инде русса ҡатыш башҡортса әйткән бысраҡ һүҙҙәре, оятһыҙ күренештәргә юл ҡуйыуҙары менән башҡорт юморының түбән кимәлдә икәненә ныҡлап ышандырҙылар.

Музыкаль фондарға килгәндә инде, йә башҡортса, йә русса йырҙарҙы ҡулланыу, әлбиттә, ғәҙәти, матур күренеш. Әммә йә татарса, йә ҡаҙаҡса музыкаль фондар ҡуйып, нимә әйтергә теләнеләр икән? Тағы ла, бер нәмә лә аңламаған көйөнсә сәйәсәткә урынһыҙ ҡыҫылыуҙар, эсеүҙе, традицион булмаған йүнәлеште пропагандалау – быларҙың барыһы ла мәҙәниәтебеҙгә, намыҫыбыҙға, рухыбыҙға ҡара тап булып ятты. Үҙен кеше итеп һанаған һәр кем, бындай кимәлдәге юморҙы ҡабул итеп, ҡыуанып ҡул сабып ултырырға тейеш түгел... Әммә ошо хәлдәрҙе тамаша ҡылып, алҡышлап ултырған ҡайһы бер милләт­тәштәргә ҡарағандан һуң, Башҡорт КВН-ын, башҡорт юморын бындай хәлдә ҡалдырырға ярамай, уны мотлаҡ бар халҡыбыҙ менән яратып ҡарарлыҡ ҙур тамаша, күңел байрамы итергә кәрәк тигән фекер уянды. Әлбиттә, ҡайһы бер командаларҙың сығыштары бик матур, урынлы, рухлы булды, бына тап ошо командалар тотоп тора ла инде “Шаян лига”ны. Башҡорт юморы йәшәһен, башҡорттоң үҙ КВН-ы булһын тип, нисәмә йыл көсөн түккән ойоштороусыларға, Башҡорт асыҡ КВН лигаһының идара рәйесе Урал Салауат улы Кәримовҡа ҙур хөрмәт һәм рәхмәт! Тап уларҙың тырышлығы менән бөгөн беҙ милли мәҙәниәтебеҙҙә ҙур йүнәлеш алып торған КВН-лы халыҡбыҙ! Тик, үҙҙәре әйтеүенсә, бөгөн уларға юғары үрҙәр яулау өсөн терәк-таяныс, ҡеүәтләү генә кәрәк тә, яңы тыуған “Шаян лига”ны “сәхнәлә атларға һәм кешесә һөйләшергә” өйрәтергә генә кәрәк!


Таңсулпан БАЙТИМЕРОВА

Читайте нас