

Саҡмағош районы - үҙенсәлекле оҫталарға бай төбәк. Район үҙәгенең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлашҡан “Кейеҙ” үҙәгендә булып, ундағы эштәрҙе күреп, быға инанып ҡайттыҡ.
Үҙәктең етәксеһе, шул уҡ ваҡытта Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Нәфисә Ғилметдинова һәм уның уҡыусылары тарафынан кейеҙҙән тыуҙырылған матурлыҡты әллә күпме һоҡланып ҡарап йөрөргә мөмкин. Тәбиғәт күренештәре, тарихи донъя, бөгөнгөбөҙ, хатта уйынсыҡтар, табынға ризыҡтарҙы ла улар шул тиклем оҫта итеп кейеҙҙән барлыҡҡа килтергән.
Нәфисә Рабис ҡыҙы - Саҡмағош ҡыҙы. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында уҡыған сағында кейеҙ эштәре менән мауыға башлай.
Тыуған төйәге Саҡмағошта “Кейеҙ” үҙәген асыу ҙа уның күптәнге хыялы була. Тыуған еренә ҡайтҡас, уны тормошҡа ашырырға мөмкинлек тыуа, был ниәтен район хакимиәте лә хуплай. Саҡмағошҡа ҡайтыуына ике йыл тирәһе генә ваҡыт үтһә лә, әллә күпме эштәр башҡарырға өлгөргән.
– Бында үҙемдең дә, элекке һәм бөгөнгө уҡыусыларымдың да эштәре урын алған. Уҡыусыларым - 12-14 йәшлек балалар. Уларҙың күңелендә был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн тәүге сиратта үҙемә төрлө идеялар менән яныуым мөһим. Шул ваҡытта ғына балалар күңелендә лә ҡыҙыҡһыныу уятырға мөмкин. Балаларҙы ҡыҙыҡтыра алһаң, уларҙы был шөғөлдән айырып алып та булмай, хатта өйҙәренә алып ҡайталар. Был панноларҙы балалар сәнғәт мәктәбендә дәрес ваҡытында эшләй. Аҙаҡ уларҙы “Кейеҙ” үҙәгенә ҡуябыҙ. Үҙәктә иһә был өлкәлә тәжрибәләре булмағандар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторабыҙ. Балаларҙы ла, ололарҙы ошо ҡыҙыҡлы шөғөлгә йәлеп итеү маҡсатыбыҙ булып тора. Был күңел өсөн яратҡан шөғөл генә түгел, тәбиғи һарыҡ йөнө менән эшләү күңелде тынысландыра, мауыҡтыра ла, – ти Нәфисә Рабис ҡыҙы.
Әйтергә кәрәк, уның үҙ ҡулдары менән яһаған паннолары ла халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып өлгөргән. Кейеҙ оҫтаһының һәләте Мәғариф, Мәҙәниәт министрлыҡтарының Почет грамоталары менән баһаланған, шулай уҡ ул - Башҡортостандың Мәғариф отличнигы ла.
Балалар ошо боронғо шөғөлдө белеп үҫһен, өйрәнһен өсөн Нәфисә Ғилметдинова барлыҡ материалдар менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алған. “Атайсал” проекты сиктәрендә башҡарылған изге ғәмәле булып тора был замандашыбыҙҙың.
Автор фотоһы.