

8 июлдә Бөрө ҡалаһы Башҡортостандың байрамдар үҙәгенә әүереләсәк. Сағыу ғаилә фестивале Октябрьский майҙанында үткәрелә. Шул уҡ көндө байрам сиктәрендә “Йәйғор” балалар ижады үҙәгендә “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы ла ойошторола. Гүзәл заттар көндөң тәүге яртһында ошо сарала булһа, төштән һуң Ғаилә байрамына ҡушыла ала.
Боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған бай программа ҡаралған. Унда тотош ғаилә ҡатнашып, һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл таба алыр.
15.00 сәғәттә Октябрьский майҙаны биләмәһендә халыҡ байрамы башлана. Ҡунаҡтар күргәҙмә һәм уйын майҙансыҡтарын, йәрминкә менән гастрономия фестивален ҡарай, ижади оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, рус, башҡорт, татар, мари халыҡтарының мәҙәниәте менән таныша ала, шулай уҡ коляскалар парады ла күркәм сара булмаҡсы.
18.00 сәғәттә концерт программаһы башлана. Сәхнәлә Башҡортостандың эстрада йондоҙҙары, иң яҡшы ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнөнөң йондоҙҙары, һәләтле ғаилә – Марина һәм Дмитрий Харатьян буласаҡ.
Республиканың баш ҡалаһы халҡы өсөн Бөрө ҡалаһы буйлап бушлай экскурсия ойошторола. Бөрөгә Өфөнән дә килеү мөмкинлеге бар, туристик автобустар 8 июлдә 13 сәғәттә Совет майҙанынан юлланасаҡ.
Асыҡ академия саралары ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала, йәше лә, эшмәкәрлек өлкәһе лә сикләнмәгән.
Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете биләмәһе сараларының лекция өлөшө 12.00 сәғәттә башлана. Унда ҡатын-ҡыҙҙар һаулығына һәм башҡа темаларға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы темалар яҡтыртыла. Айырым лекция шәкәр диабеты тураһында буласаҡ. 11.00 сәғәттән алдан яҙылыу буйынса табиптар бушлай консультациялар уҙғарасаҡ.
Бөрө – боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы. Бында туризм үҫешкән. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғоролоҡ көнө 2019 йылдан алып уҙғарыла.
фото: Башинформ.