

Мәсетле районының Тайыш ауылынан таҡмаҡсыбыҙ Зәлифә Ғәлимоваға 80 йәш булһа ла сәхнәнән өҙҙөрөп таҡмаҡтарын әйтә. Был һәләт уға нәҫелдән күскән:
-Минең әсәйем таҡмаҡтар йырлай торғайны, һөйләшкәндә лә мәҡәл менән һөйләште. Бала саҡта иртәнсәк гел йыр тауышына уяндым. Шуға тамаҡтар бәләкәйҙән күңелгә һеңгән. Уларҙы үҙем уйлап сығарам. Төндә лә, таң алдынан да килә күңелгә таҡмаҡтар. Тороп уларҙы яҙып ҡуйырға тырышам, -тине Мәсетле таҡмаҡсыһы.
“Ауылыбыҙҙа ғына тугел, район куләмендә уткәрелгән төрлө сараларҙа, конкурстарҙа алдынғы урындар яулай. Әүҙем йәмәғәтсе, күптәрҙең остазы, бәхетле әсәй һәм өләсәй ул” тиҙәр уның тураһында яҡташтары.
Хеҙмәте менән дә бәхетле Зәлифә Нурый ҡыҙы, 36 йыл ғүмерен мәктәпкә арнаған, шуның 10 йылын башланғыс класстарҙа уҡытҡан,шулай уҡ физкультура, хеҙмәт, рәсем, йәмғиәтте өйрәнеу, биология дәрестәренән дә белем биргән. Профсоюз эшен алып барырға ла өлгөрә, 17 йыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе булып эшләй. Ә сәнғәткә һөйөүе күңеленән бер ҡасан да һүрелмәй. Тәүҙә фермаға, ҡырға, клубҡа агитатор булып йөрөй, аҙаҡ фольклор төркөмө ойоштороусыһы ла була. Уҡыусыларының район күләмендә төрлө конкурстарҙа еңеүе уның тырышлығының һөҙөмтәһе. Саңғы, рәсем буйынса район ярыштарында, конкурстарында уҡыусылары гел призлы урындарға лайыҡ була. Баҡсаға етәкселек иткәндә, бында ла эше юғары баһалана. Тырышлығын баһалап уға Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исемен бирәләр.
Олоғаям тип тормай, әле лә арымай талмай, ауыл тип янып-көйгән иң әүҙем ағинәйҙәрҙең береһе ул. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә туҡмасын да әҙерләшә, башҡа кәрәк яраҡтарын да хәстәрләшә.Зәлифә апайҙың тормош иптәшенең ғүмер юлы ла маҡтаулы хеҙмәттә үтә. Рәмил ағай колхозда 28 йыл мал көтә, заправкалаусы, клуб мөдире, гидромедстанцияла тәбиғәтте куҙәтеүсе эшен дә алып бара, ҡайҙа ғына эшләһә лә алдынғылыҡты бирмәй, куп наградалар менән буләкләнә.Быға өҫтәп ул гармунда өҙҙөрөп уйнай, йырлай, төрлө спектаклдәрҙә сығыш яһай.
Ғәлимовтар өс балаға, өс батырға ғумер буләк иткән.Оло улдары Рәүеф Чернобылдә ҡатнашҡаны осон Батырлыҡ ордены менән буләкләнгән, Илфат менән Раушан әсәләренә оҡшап ижади яҡтан талантлылар. Илфат йыр ижад итһә, Раушандың бик күп шиғырҙары, хикәйәләре төрлө журналдарҙа баҫылып тора.Килендәре лә шәп, Гөлсибәр Мәсәғуттә балалар баксаһын етәкләй, Нуралия балалар баксаһының ашнаксыһы, оло килене Гөлнур метеостанцияла эшләй. Ейән - ейәнсәрҙәре лә уңыштары менән һөйөндөрә.
Фото: шәхси архивтан.