

– Ыс-та-а! Кит, оятһыҙ! Һинең арҡала ирем сығып китте! – гәзиттә “Халыҡ һөйөүе сикһеҙ” тигән мәҡәләне, ундағы таныш йөҙҙө күреү менән Гөлъямал ханымдың тәүге һүҙе шул булды.
– Ай, Аллаҡайым, килештергәндәр! Ҡара һин уны, бер гонаһһыҙ сабыйҙай, ауыҙын сабаталай йырып ултыра бит әле. Уй-уй-уй! Әйләнгән һайын тот та бер кешене яҙ, тот та шул кешене яҙ. Ҡайһы гәзитте асма – шул. Ул ғына эшләй тиерһең. Күкрәге тулы орден да миҙал...
Ҡатын ирекһеҙҙән мәҡәләгә күҙ ташланы: “Уҙған аҙнала райондың мәҙәни тормошонда бығаса күрелмәгән ҙур ваҡиға булды. Шығырым тулы залдар, халыҡтың ихласлығы бөйөк ғалим Мәүләүи Ғафар улына сикһеҙ хөрмәте, һөйөүе тураһында һөйләй ине. Яҙҙың ғәжәп бер көнөндә ул яҡташтары күңелендә мәңге иҫтә ҡалырлыҡ итеп ҙур байрам ойошторҙо. Бығаса ай буйы шыҡһыҙ торған һауа торошоноң тап байрам мәлендә асылып китеп, ҡояш балҡыуы хатта тәбиғәттең дә оло шәхескә ҡарата серле ихтирамын ишаралай ине...” Мәҡәләне ахырынаса уҡый алманы ул – гәзиттәге һүрәтте “шул кәрәк һиңә, шул кәрәк һиңә” тип бармағы менән төрткөләп-төрткөләп йыртҡыланы ла дөрләп янған мейескә ырғытты.
– Әҙәм аҡтығы! Ә ниңә бөтә халыҡты ҡурҡытып килтереп, мәжбүрләп ҡул сабырға ҡуштылар, тип яҙмағандар. Шайлы кеше ней! Байрам ойошторҙо, тигәндәр бит әле. Ойошторған, имеш. Кем кемгә ойошторған әле. Шул юбилей тип хәлдән тайҙыҡ, ахмаллаға төштөк бит инде, – тип тыныслана алмай бер булды Гөлъямал.
...Юбилейы яҡынлашҡанда ғына тыуған яғын иҫенә төшөргән, бөтә хеҙмәте йоҡа ғына китапсыҡтан торған ғалим Мәүләүи Мырҙабаев көндәрҙең береһендә район хакимиәте башлығына үтенесен белдерҙе.
– Хөрмәтле вә ғиззәтле Абайҙулла Фәсхетдинович! Тиҙҙән бөтә ғүмерен, булмышын фәнгә, ғилемгә бағышлаған бән фәҡирегеҙҙең юбилейы бит. Шул уңайҙан мәмләкәтемә ҡайтып, ҡәүемдәштәремә ҙур байрам бүләк итергә ине иҫәп. Әлбиттә, был үҙем теләгәндән, ни эшләргә белмәгәндән түгел. Ваҡыт яғы ла тығыҙ. Әллә күпме эшем өйөлөп ята. Әммә халыҡ һорағас, нисек риза булмайһың? Яҡташтар менән күҙгә-күҙ ҡарашып, рухиәт, тел, милләтебеҙ хаҡында һөйләшкәндә, шәп булыр ине. “Һеҙ – беҙҙең райондың ғорурлығы” ти ауылдаштарым. Бер уйлаһаң, дөрөҫ әйтәләр. Йәш быуын кемдәндер өлгө алып үҫергә тейештер бит. Ошондай ҡатмарлы ваҡытта күңелдәре күтәрелеп, йәшәүгә дәрттәре уянып китер, йәш быуынға үҙ юлын табырға ярҙам итер, – тине ул, үтенес һүҙҙәрен йомғаҡлап.
Район башлығы ғалимдың бынан алдағы күркәм юбилейын иҫенә төшөрөп, танауын бер аҙ сирһа ла:
– Бик хуп, бик хуп! Көтәбеҙ, – тине. Телефонын һалғас та “уф, Алла” тип ауыр һулап ҡуйҙы. Бынан теүәл биш йыл элек һәр ауылда үткән осрашыу, халыҡты ылау-ылау автобус менән йөрөтөү, мәжлес ваҡытында ике “бөйөктөң” тас та тос һуғышып китеүе, башҡа мәшәҡәттәр күҙ алдынан үтте. Етәксе ауыҙын салшайтып, үҙ алдына мыҫҡыллы йылмайҙы. “Халыҡ һорай, имеш”. Хужалыҡта ошо арала мәшәҡәттәр ифрат күп булһа ла, ғалимдың һүҙен йығыу мөмкин түгеллеген яҡшы аңлай ине етәксе. Үргә ялыу яҙып, үҙеңде “ҡара исемлек”кә индерергә лә күп һорап тормаҫ. Әлбиттә, эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Ул шул мәлдә үк ҡул аҫтындағыларҙы кәңәшмәгә йыйҙы.
“Оятҡа ҡалырлыҡ булмаһын” тигән әмер булғас, бығаса тын ғына йәшәп ятҡан ауыл, күс айырған ҡорт шикелле, мәж килә башланы. Тәүҙә клуб мөдиренең кем икәнлеген белә алмай хитландылар. Унан асҡысын көскә табып, тутығып бөткән йоҙаҡты мең михнәт менән асып, тамаша залын бер сама ипкә килтерҙеләр. Ярҙамға барлыҡ күрше-тирә ауылдарҙағы китапханасы, клуб, дауахана хеҙмәткәрҙәрен, уҡытыусыларҙы саҡырырға кәрәк булды, сөнки улар бөтәһе лә хөкүмәт аҡсаһын ашай, эшкә сыҡмайһың икән, иртәгә үк урыныңдан ҡанатланып осоп сығып китәсәкһең...
Иҙәндәрҙе буяғас, стеналарҙы аҡлағас, мәҙәниәт усағына бер сама төҫ ингәндәй булды. Тирә-яҡ ауылдарҙан тауҙай китаптар йыйып, матур ғына күргәҙмә лә эшләп ҡуйҙылар. Унан һылыуҙар гөр килешеп клубтың эргә-тирәһен, ҡунаҡтарҙың күҙенә ташланырҙай урындарҙы һепереп таҙартты. Ауыл буйлап йөрөп, унда-бында туҙышып ятҡан иҫке итек баштарын, ҡаталарҙы, һауыт-һабаны йыйып алып, ферма янына алып барып түктеләр. Күмәкләп клуб ихатаһының ҡоймаларын рәтләнеләр, кәртә буйҙарында әҙәм буйындай үҫкән дегәнәк һәм кесерткәнде саптылар. Китапханасы Рәсимә менән быйыл ғына бейеүсегә уҡып ҡайтҡан Гөлнәфис, соҡор ҡаҙып, бағана ултыртып, бына тигән ҡапҡа ла эшләп ҡуйҙы. Көн һайын магазин ҡаршыһында йөҙ һыуын түгеп, кемдән илле тин һорап, уныһын бирһәң, “йәлме ни, бер һум ит тә ҡуй” тип теләнселәүҙе кәсепкә әйләндергән сәрхүштәр, уларға ҡарап:
– Ну көслөләр ҙә инде, юҡ-бар ирҙәреңдән ары торһондар, вәт, шәп кәләш буласаҡтар, – тип һоҡлана-һоҡлана тәмәке көйрәтте. Шәфҡәт туташтары Гөлсөм менән Мөнирә, клуб янында тауҙай өйөлөп ятҡан тупраҡты таратып, тырматып, ысынға оҡшап торған баҙрап торған яһалма сәскәләрҙе ҡаҙап сыҡҡас, тирә-яҡ тағы ла йәмләнеп китте, һылыуҡайҙарҙың кәйефе күтәрелде. Шул мәл бер көтөү һыйырҙарҙың сабыулап килгәне күренде. Ауылда көтөү булмағанлыҡтан, йәйге эҫе көндәрҙә әлһерәп йөрөгән мал-тыуар өсөн клуб эргәһенән дә ҡулай урын юҡ. Күләгәлә һыйырҙар көйшәнә-көйшәнә ял итә, күтәрмәлә кәзәләр сабыша, шуға күрә халыҡҡа ошо арала мал-тыуарын ихатанан сығармаҫҡа тип ҡаты әйтелде, әгәр ҙә берәй һыйыр йәки кәзә күҙгә салынһа, шунда уҡ байрам табынына ит буласағын вәғәҙәләнеләр. Кем белә, бәлки, улар ҙа, концерт ҡарағыһы килеп, клубҡа инеп тулыр.
Концерт тигәндән, бер бүлмәлә бейеү хәрәкәттәрен ҡабатлайҙар, икенселәр йыр һуҙа, уҡыусылар китаптарҙан тел, милләт хаҡында шиғырҙар эҙләй. Балалар баҡсаһынан саҡ теле асылған кескәйҙәр ҙә тәрбиәселәре артынан ижекләп-ижекләп шиғыр һөйләргә өйрәнә. Шулай итеп, буласаҡ осрашыуға тулыһынса әҙерләнеп бөттөләр тиерлек. Һәр ойошма үҙенең бүләген дә төйнәп ҡуйған. Бағыусылар ҙа был хаҡта күптән белә.
Ҡунаҡтарҙы һыу менән генә һыйлап булмай бит инде. Аллаға шөкөр, ауылда эш юҡ, тип йөҙ һыуы түкһәк тә, байрамдарға ҡытлыҡ юҡ. Төрлө саралар үткәреп, ҡунаҡтар, етәкселәр, түрәләр килә тип билде биштән быуып, бешеренеп-төшөрөнөргә оҫтарып бөткән һылыуҙар. Теге аҙнала ғына Килендәр байрамы булды. Һәр кем үҙенең өйөндә табынға ҡуйырлыҡ та, ҡунаҡтарға күстәнәскә бирергә етерлек итеп тә тәмле-татлы ризыҡтар бешерҙе, шуға ла һәр кем үҙ бурысын күптән яҡшы белә.
Ул көндә бөтә ауылға май еҫе таралды. Бер йортта бауырһаҡ бешерһәләр, икенсеһендә – тултырма. Өсөнсөһөндә телеңде йоторлоҡ ҡоймаҡ ҡойолдо, дүртенсеһендә буҙа өлгөрҙө, һитә балын да онотманылар. Күрһендәр, белһендәр – был ауылда ана ниндәй шәп, талантлы, егәрле, ихлас кешеләр йәшәй!
Бына барлыҡ ауыл халҡы тулҡынланып көткән көн дә етте. Иң тәүҙә балалар баҡсаһынан кескәйҙәрҙе, мәктәптән уҡыусыларҙы алып килделәр. Хәҙерге бала-саға бындай күп көс һалып ойошторолған сараның ни тиклем мөһимлеген аңлап бөтмәй. Саҡ ҡына күҙ яҙлыҡтырҙыңмы, һыпыртырға әҙер торалар. Шуға ла уларҙы бер нисә уҡытыусы ҡарауыллап алып килде. Улар артынса машиналарҙа райондың барлыҡ ауылдарынан тәрбиәселәр, уҡытыусылар, дауахана хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, иҙән йыуыусылар, ҡарауылсылар йыйыла башланы, тик ауыл халҡы ғына тантанаға килергә ашыҡманы.
Сәғәт өстәргә клуб алдына ҙур автобус килеп туҡтаны. Унан сиратлап береһенән-береһе дәрәжәле, ҡулдарына матур портфелдәр тотҡан, галстуктар таҡҡан ҡунаҡтар килеп төштө. Уларҙы икмәк-тоҙ менән йырлап-бейеп ҡаршы алғас, мәҙәниәт усағындағы бер бүлмәлә боронғо үтектәр, сынаяҡ ярсыҡтары, тағы әллә нәмәләр ҡуйылған музей-күргәҙмә менән таныштырҙылар. Ҡунаҡтарҙы аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәл көтә ине. Әллә мәйе лә булған һый эргәһенән тиҙ генә ҡуҙғала алманылармы, әллә башҡа сәбәп булдымы, сәғәт өстә башланырға тейешле сараны көтә-көтә бер булды тамашасылар. Ниһайәт, сәғәт дүрттәрҙә сәхнәлә юбиляр үҙе пәйҙә булды. Ул утыҙ ике теше лә күренерлек итеп ихлас йылмайып, түбәнселек менән баш эйеп, сәхнә түрендәге йомшаҡ креслоға ҡунаҡланы.
Кисәне алып барыусылар ярты сәғәт буйы юбилярҙы ҡотларға килгән тиҫтәнән ашыу кешенең исем-шәрифен, уларҙың маҡтаулы исемдәрен, ҡатлы-ҡатлы дәрәжәләрен, миҙал-ордендарын атап бөткәс, залдағылар “ах” итте. Ниндәй дәү кешеләр килгән уларҙың ауылына! “Ауылдаш ағайыбыҙҙың ҡайһылай шәп дуҫтары бар икән!” – тип һоҡланыштылар. Ысынлап та, бик оһолло кешеләр шул. Мөхәррир, академик, профессор, лауреат, аспирант... Берәүһе ниндәйҙер ойошмаға етәкселек итә, икенсеһе яңыраҡ юғары наградаға лайыҡ булған. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе Мәүләүи әфәнденең хеҙмәт юлы, ниндәй эштәр ҡыйратыуы, ҡайһы ойошмаларҙа ағза булып тороуы хаҡында иҫ киткес матур һүҙҙәр табып һөйләне лә һөйләне...
- Венер ИСХАҠОВ
(Аҙағы бар).