

Тәбиғәт ҡайһы бер кешегә һәләтте өйөп бирә.
Мәҫәлән, беҙҙең таҡмаҡсылар бәйгеһендәге конкурсантыбыҙ - Саҡмағош районы Яңы Ҡото ауылынан Урал Шәйәхмәтов та үҙе көйҙәр яҙа, йырлай, оҫта итеп тальянда, баянда уйнай, спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара. Уның рәсем төшөрөүгә лә һәләте бар. Үҙе ауыл мәҙәниәт йортоноң мөдире лә. Бер һүҙ менән әйткәндә күп яҡлы талант эйәһе, тиҙәр уның хаҡында яҡташтары.
Урал Шәйәхмәтовтың сығышын һеҙ ҙә баһалағыҙ әле! Уға ҡушылып йырлап, күңелдәрегеҙҙе баҫығыҙ.
Фото һәм видео У Шәйәхмәтовтың шәхси архивынан.