

Республикабыҙҙың төрлө райондарынан таҡмаҡ башҡарыу оҫталарын күрһәтеү майҙансығына әүерелде конкурсыбыҙ. Сираттағы талантлы замандашыбыҙ - Нуриман районының Яңы Күл ауылынан Резида Нуриманова - 67 йәштә булһа ла, сәхнәнән төшмәй. Ул ҡырҡ йыл ауыл китапханаһында эшләгән.
"Йырларға, шиғыр һөйләргә бәләкәйҙән яраттым. 52 йыл ауыл сәхнәһендә йырлап, спектаклдәрҙә уйнап, мәҙәни сараларҙы алып барҙым", - ти Резида Сәйфулла ҡыҙы. Тырыш хеҙмәте өсөн уға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем дә бирелгән.
Әле лә йәмәғәт сараларының уртаһында ул. Ауылдың Ағинәйҙәр ойошмаһына ла, “Гөлнәзирә” башҡорт фольклор ансамбленә лә етәкселек итергә өлгөрә. “Башҡорт халҡының боронғо йырҙарын, бейеүҙәрен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеп балаларға күрһәтәбеҙ, өйрәтәбеҙ. Ансамблгә таҡмаҡтарҙы ла үҙем яҙам. Улар араһында әсерәктәре лә бар. Буш ваҡытым юҡ тиерлек. Үҙебеҙҙең төбәк башҡорт милли кейемдәрен тамбур сигеүе менән биҙәүҙе тергеҙҙем. Ағинәйҙәргә алъяпҡыстар сигәм, селтәр, һаҡал кеүек биҙәүестәр эшләйем. Таҡмаҡтарҙан тыш, шиғырҙар ҙа яҙғылайым. Ауыл тарихын да өйрәнәм, ейәнемдең һигеҙ быуын шәжәрәһен төҙөнөм. Район, республика конкурстарында, фестивалдәрҙә үҙем дә, ансамбль менән дә әүҙем ҡатнашабыҙ", - тип ихлас һөйләне Резида Нуриманова.
Уңыштарға килгәндә, улар бихисап. Мәҫәлән, 2010 йылда Күмертау ҡалаһында үткән башҡорт таҡмаҡтарын башҡарыусыларҙың республика конкурсында Гран-при яулаған.
Талантлы конкурсантыбыҙ дүрт ейән, бер ейәнсәргә риүәйәттәр, әкиәттәр һөйләүсе яратҡан өләсәй ҙә!
Хәҙер уның таҡмаҡтарын беҙ ҙә тыңлап алайыҡ. Гармунда - ансамблдең гармунсыһы Закуан Хисаметдинов.
Фото һәм видео Р. Нуриманованың шәхси архивынан.