Юбилей (Юмористик хикәйә)

Факил Мостафин коллажы.Факил Мостафин коллажы.
Фото:Факил Мостафин коллажы.

Уларҙан һуң юбилярҙың бер нисә ағай-энеһе ғалимды тыуған көнө менән ҡотларға сәхнәгә ашыҡты. Берәүҙәр ҡаҙ бүләк итте, икенселәр – йылы ойоҡбаш, өсөнсөләр – мендәр, дүртенселәр юрған һондо...

Шундай күңелле байрамға килгән ҡунаҡтарға нисек инде үҙеңдең һәләтеңде күрһәтмәйһең! Элек колхоздың партком секретары булып эшләп, сығыш яһарға шымарып бөткән, ошондай һәр сарала үҙенең телгә маһирлығы менән бөтәһен шаҡ ҡатырған Замир Мөхәмәт улы был юлы ла үҙенең бурысына тоғро ҡалды:

– Мин күп һөйләп тормайым, – тип телмәрен башлаған Замир Мөхәмәт улы ҡунаҡтарға ҡат-ҡат рәхмәт әйтте, һәр береһенең биләгән вазифаһы, дәрәжәһе, хеҙмәте хаҡында тағы ла бәйнә-бәйнә һөйләне. Аҙаҡ түбә таҡтаһына текләп, тамағын ҡырып, халыҡ шағирының ун куплетлыҡ шиғырын һөйләй башлағайны ла, яртыһында һүҙҙәрен онотоп, ахыры, ҡулындағы ҡағыҙ киҫәгенә күҙ һалып, тиҙ генә тамамлап ҡуйҙы. Шул мәл сәхнә артына ашыға-ашыға ауылдың аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Зәйнулла Миғран улы килеп инде. Ул сараны алып барған ҡыҙҙарҙан сығыш яһаусылар исемлегенә үҙен дә өҫтәүҙе талап итте.

– Ағай, сығыш яһарға теләгән­дәр былай ҙа күп. Әле ҡунаҡтарҙың яртыһы ла һөйләмәгән, өҫтәүенә концерт номерҙары бар, – тип ҡыҙҙар ҡаршылашып маташһа ла, танк кеүек дөрөп килгән ағайҙы һүрелдереү мөмкин түгел ине. “Бик ашығам”, тигәс, программаны боҙоп булһа ла, уның исем-шә­рифен иғлан иттеләр. Аҡһаҡалдың нин­дәйҙер йыр бәйгеһендә ҡатнашып, бүләккә быйма алыуын да әйтергә онотманылар.

Зәйнулла әфәнде ҡулындағы бөкләнеп бөткән ҡағыҙынан ҡотлау һүҙҙәрен уҡыны. Унан йыр бүләк итергә булып китте, йәшелле-күкле тауышы менән халыҡ йырын һуҙа башланы. Тик, ҡәһәрең, йырҙың уртаһында тамағы ҡарлығып, тауышы өҙөлөп ҡалды. Шулай ҙа аптырап ҡалманы, йәнә бер тапҡыр ауылдаштарын төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы ла “ашығыс эшем бар, күрше ауылда фәлән таныштың юбилейы, уны ла ҡотлап өлгөрөргә кәрәк” тип йүгерә-атлай клубтан сығып китте.

Өс сәғәт үтһә лә, һаман да юбилярҙы ҡотларға, сығыш яһарға теләгәндәр шаҡтай. Күренеп тора: ҡунаҡтар ашҡынып, һүҙ әйтергә һыуһап килгән, юбиляр хаҡында уртаҡлашыр тәьҫораттары күп. Берәүһе Төркиәнән ҡайтышлай, өйөнә лә һуғылып тормай, тура клубҡа йүнәлгән, икенсеһе ниндәйҙер ҙур сараны кисектерергә мәжбүр булған. Ахырҙа һүҙ сал сәсле профессорға бирелде. Кисәне алып барыусылар уның атҡаҙанған хеҙмәткәр, әллә нисәмә миҙал-орденға лайыҡ булыуы хаҡында оҙаҡ ҡына бәйән иткәндән һуң, әлбиттә...

– Хөрмәтле йәмәғәт! – тип башланы һүҙен профессор, ихлас йылмайып. – Хәйерле көн, дуҫтар, туғандар, мырҙалар, һеңлекәштәр, апайҙар, инәйҙәр! Барығыҙҙы ла бөгөнгө байрам менән ҡотлайым. Байрам, тим, сөнки бөгөн беҙ Мәүләүи Ғафар улының матур ғүмер тантанаһын билдәләйбеҙ. Хәйер, был уның ғына түгел, бөтә республикабыҙ халҡының оло байрамы, ғорурлығы. Әйҙәгеҙ, үҙен тағы бер тапҡыр дәррәү тәбрикләйек әле.

Шуны ғына көткәндәй, залда­ғы­лар гөрләтеп ҡул сапты. Ә Мәү­ләүи әфәнде креслоһынан күкрә­гендәге миҙал-ордендарын шылтырата-шылтырата ҡалҡынып, ҡәнәғәт төҫтә ауыҙын йырып, тамашасыларға ҡат-ҡат баш эйҙе.

– Күп һүҙ китапҡа яҡшы, тигән­дәй, мин оҙаҡ сурытып тормайым, – тине профессор. – Бары яҡта­шыбыҙ хаҡында бер аҙ һөйлә­мәксемен. Яҡташ булараҡ, беҙ аралашып йәшәйбеҙ. Ваҡытында уға ярҙамым аҙ теймәне. Йәшермәйем: сәйен дә, мәйен дә эскән саҡтар булды. Миңә атҡаҙанған исеме бирелгәндә, иң тәүге ҡотлаусы ла ул ине. Мәүләүи Ғафар улы рес­публикабыҙҙа “Күбәләк безелдә­үенең һөттөң ҡуйылығына әһәми­әте” тигән темаға ғилми эш яҙып, үҙе­нә иҫән сағында уҡ һәйкәл ҡуйҙы. Күренекле ғалимдың ошо өлкәләге күп йыллыҡ тикше­ре­неүҙәре һәм хеҙмәттәре уны, белгес булараҡ, шул юлда үҫтерҙе һәм, бер көн килеп, үҙенә шундай яуаплылыҡ алыуға әҙер­ләне. Ғүмерен фәнгә бағышлап, ғаилә ҡорорға ла ваҡыты ҡалманы. Бына ошо ижади эшемә минең барлыҡ ғилми эҙләнеүҙәрем һыйған, – тип ҡулындағы китабын халыҡҡа һоноп, бүленгән һүҙен дауам итте. – Иң абруйлы нәшриәттә сығыуы менән ғорурланам. Үҙегеҙ беләһегеҙ, унда бары әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондында ҡалырҙай ижад емештәренә генә урын бирелә. Әйткәндәй, ошо нәшриәттә минең өс йөҙләгән монографиям, әллә нисәмә китабым донъя күрҙе. Мәүләүи әфәнде, киләсәктә һиңә лә ошондай аҫыл китап сығарырға яҙһын, – тип,  юбилярҙың ҡулын оҙаҡ ҡына ҡыҫып ҡотлағандан һуң, китапсығын тапшырҙы.

Юбилей сараһы дүрт-биш сәғәт самаһы барҙы. Иң аҙаҡтан ғалимға һүҙ бирелде. Ул, әкренләп кенә урынынан тороп, халыҡҡа бер талай ҡарап алғас, ихлас йылмайып, түш кеҫәһенән бәләкәй генә китабын  сығарҙы.

– Мөхтәрәм ҡәүем. Донъя вә малға ҡыҙыҡмаҫ бән фәҡирегеҙ үҙ ғүмерен, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Аҡмулла әйтмешләй, ғилем эстәүгә арнаны, – тип һүҙ башланы ул. – Бөтә булмышым мәмләкәт, ғилем өсөн йәнем фиҙа ҡылып үтте. Бына ошо зарури тәүәккәллек талап иткән, тел-лөғәт менән бай китапты йоҡо иҫәбенә хөрмәтле вә мөхтәрәм халҡым өсөн яҙҙым. Ул арҡаҙаштарыма, ҡәүемгә, һис шикһеҙ, йоғонто яһағандыр, тип раҫларға батырсылыҡ итәм. Был хаҡта ҡат-ҡат һөйләү һөждә түгел...

Ғалим бер сәғәт самаһы һөйлә­гәс, йәнә залға күҙ ташлап, телде һөйөргә, “папа”, “мама” тип һөйләш­мәҫкә, аң-белемле булырға, күп уҡырға саҡырҙы.

– Залда мәктәп балаларының да байтаҡ булыуы – ҡыуаныслы хәл. Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйтмешләй, “илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәт­тәр, яһиллыҡтан килә ятыр ҙур афәттәр”, – тине.

Ауылдағы насар күренештәр хаҡында ла борсолоуын белдерҙе. Хатта эскелек менән мауыҡҡан бер нисә кешенең исем-шәрифен атаны.

– Халыҡҡа, нисек кенә  әсе булмаһын, хаҡты әйтергә кәрәк, алдарға, күҙ буярға ярамай. Быны мин, олуғ шәхес, бән фәҡирегеҙ, күҙегеҙгә ҡарап, һис шикһеҙ, асыҡтан-асыҡ әйтәм. Ғәфләттән һис уяныу юҡ, оялыу юҡ, эсәбеҙ бит, эсәбеҙ. Хатта өләсәйҙәр ҙә пенсия аҡсаһына эсә. Был беҙҙе биҙәмәй, – тип залдағыларға ҡарап, бармағы менән янап та алды.

Байрам сараһы тамамланғанда сәғәт телдәре төнгө берҙе күрһәтә ине инде. Хатта күп балалар иҙрәп йоҡлап киткәйне...

 

* * *

 

... Юбилейға Гөлъямал ханым­дың мәктәптә ҡарауылсы булып эшләгән ире килә алманы. Инде кейенеп сығып барғанда һәүкәш­тәренең бына-бына быҙауларға етешкәнен күргән Әсҡәт юбилейға барманы ла ҡуйҙы.

– Ярай, кемдеңдер юбилейы тип, аҡтыҡ һыйырыбыҙҙан ҡолаҡ ҡағаһы юҡ. Стенаға терәп атмаҫтар әле, үҙем генә барайым да ҡуяйым, – тине Гөлъямал.

– Ярай.

Ә клубта кемдең килгәнен-килмәгәнен теркәп торған әҙәмдең тәүге һорауы шул булды:

– Ирең ҡайҙа? Эшенән “осҡоһо” киләме?

Юбилейҙың иртәгәһенә, ысынлап та, ике-өс кешегә эштән китеү хаҡында ғариза яҙырға ҡуш­тылар. Улар араһында Әсҡәт тә бар ине. Бер нисә көндән ирҙең Себер яғына юлланғаны билдәле булды. Сығып китмәҫ ине лә, кредитты түләргә кәрәк. Ҡара­уылдан килгән эш хаҡы теүәл бурысын ҡаплауға етеп кенә тора ине.

...Был көндәрҙә телевизорҙан да, радионан да бер туҡтауһыҙ олуғ ғалимдың юбилейы хаҡында һөйләнеләр. “Юбилей шәп үтте. Беҙҙең халыҡ үҙенең шәхестәрен данлай белә. Уттай ҡыҙыу эш ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт усағының шығырым тулы булыуы ғалимға яҡташтарының ихтирамы, хөрмәте тураһында һөйләй...” тигән һүҙҙәр оҙаҡ ҡына яңғырап, ҡолаҡтарҙы иркәләп торһа ла, Гөлъямалдың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды...

- Венер ИСХАҠОВ

Читайте нас