

Йырсы Данир Сабиров "Яҙҙар" тип аталған йырға яңы клип тәҡдим итте. Ул Индира менән Рөстәм Нәбиевтәрҙең яҙмышы, һөйөү тарихы тураһында.
"Тормоштоң асылын, мөхәббәттең ҡәҙерен аңлау өсөн - уларҙың тарихы беҙгә ҙур миҫал", - тип яҙған йырсы.
Социаль селтәргә ҡуйылған клипты күптәр оҡшатҡан, "илап ҡараным", "тулҡынландырғыс", "тетрәндергес" кеүек һүҙҙәр комментарийҙарҙа йыш күренә. Унда Рөстәм Нәбиев үҙе лә тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан. "Бик матур, күңелгә ятып торған клип килеп сыҡҡан, Данир дуҫым. Ҙур рәхмәт беҙҙең тормош, мөхәббәт юлыбыҙҙы йөкмәткеһенә һалған өсөн", - тигән Рөстәм Нәбиев.
Шул уҡ ваҡытта яңы ижад емешен оҡшатмаған кешеләр ҙә бар. "Йырҙы боҙғанһың бит, Данир! - тип яҙған, мәҫәлән, замандаштарыбыҙҙың береһе. - Ул беҙҙең күңелгә Фирҙәр Мортазин башҡарыуында уйылып ҡалған. Клиптың да аҙаҡҡы минуттары ғына ярайһы - Рөстәм менән Индираның үҙҙәре төшкән өлөшө".
Шулай ҙа йылы һүҙ әйткәндәр өҫтөнлөктә. Бик күптәр йырсыға рәхмәт әйтә, Нәбиевтәр ғаиләһенә һоҡланыу белдерә, уларға именлек, һаулыҡ, уңыштар теләй.
Видеояҙма Данир Сабировтың сәхифәһенән.
Фото: видеонан скриншот.