Ш. Бабич премияһына 23 эш ҡабул ителгән

Премияға 16-нан алып 35 йәшкә тиклемге йәш ижадсылар дәғүә итә ала. 

Ш. Бабич премияһына 23 эш ҡабул ителгәнШ. Бабич премияһына 23 эш ҡабул ителгән
Ш. Бабич премияһына 23 эш ҡабул ителгән

Республиканың 2021, 2022 йылдарға әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына 23 эш ҡабул ителгән.

Был турала Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, премияға 16 йәштән 35-кә тиклемге йәш архитекторҙар, композиторҙар, яҙыусылар, шағирҙар, артистар дәғүә итә ала. Конкурста яңғыҙ ҙа, биш кешегә тиклемге ижади төркөм булып та ҡатнашырға мөмкин. 

Фото: "Башинформ". 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас