

Башҡортостан Республикаһының Гранттар фонды Радий Хәбировтың ҡарары буйынса, кинематография өлкәһендәге проекттарҙы ҡеүәтләү маҡсатында, махсус конкурсҡа 50 миллион һум бүлде. Был аҡсаны нисек юллап алырға була?
Коммерция нигеҙендә дәүләт ойошмаһы булмаған, йәғни ойошманың составында дәүләт органдарының учредителдәре булмаған, иҡтисади эшмәкәрлеге ОКВЭД буйынса кинематографияға бәйләнгән һәм бер йыл элек теркәлгән ойошмалар конкурсҡа ғариза яҙа ала.
Улар быйыл 1 августан 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Ҡағиҙәгә ярашлы, документтарҙан башҡа, ғаризаға фильмдың презентацияһын һәм сценарийын да индерергә кәрәк.
Грантглавы102.рф сайтында ғаризаны бирергә һәм конкурстың положениеһы менән ныҡлап танышырға була.
“Башҡортостан” киностудияһы, БР Мәҙәниәт министрлығы һәм бәйге комиссияһы конкурстың положениеһын әҙерләү буйынса ҙур эш башҡарҙы.
“Конкурс бик үҙенсәлекле, документтарҙы иғтибар менән өйрәнергә саҡырам. Яҡын арала фонд даими ҡатнашыусылар менән бер нисә осрашыу ойошторасаҡ, унда бар шарттар ҙа ентекле аңлатыласаҡ”, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Гранттар фондының генераль директоры Роман Низаметдинов.
Еңеүселәр өсөн гранттың иң ҙур күләме 15 миллион һум тәшкил итә. Ғаризалар түбәндәге 10 йүнәлеш буйынса ҡабул ителә:
“Башҡортостан кино индустрияһын үҫтереү өсөн авторҙарҙың һәм жанрҙарҙың төрлөлөгө зарур. Беҙҙең өсөн йәш, һәләтле кинематографистарҙы асыу һәм ҡеүәтләү мөһим. Бигерәк тә үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн финанс мөмкинлектәре булмаған йәш режиссерҙарға ярҙам итергә кәрәк. Шуға ла, конкурсҡа һығымта яһағанда, Башҡортостан кинематографияһында яңы исемдәр асылыр, тип өмөт итәм”, – тине Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев.
Декабрҙә конкурсҡа һөҙөмтә яһаласаҡ. Еңеүселәрҙең фильмдары 2024 йылдың 1 ғинуарынан төшөрөлә башлаясаҡ. Ҡыҫҡа метражлы фильмдар 2024 йылдың 31 авгусына төшөрөлөп бөтөргә тейеш, ә тулы метражлы фильмдар – 2026 йылдың 31 декабренә тиклем.
Милли кино сәнғәтенә битараф булмағандар, ашығығыҙ! Бәлки, тап һеҙҙең кинопроект еңеп сығыр һәм республика халҡына был фильмды ҡарау бәхете тейер.
- Таңсулпан БАЙТИМЕРОВА

