Ер ҡорто (Хикәйә)

XI класты тамамлап, алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, үҙе һайлаған медицина институтына документтарын тапшырырға әҙерләнеп кенә йөрөгәнендә, пневмония менән ауырып, Әҡлимә дауаханаға инеп китте. Йүткереү ҙә булдымы cир, тип иғтибар итмәй йөрөгәйне, аҙып киткән шул. Шулай итеп, класташтары юғары уҡыу йорттарында көс һынағанда, дауахана койкаһында ятырға тура килде уға. Аҙаҡ инде, буш ятҡансы тип, документтарын район үҙәгендә урынлашҡан профтехучилищеға алып барҙы ла тапшырҙы. Ике йыл буйы йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү серҙәренә өйрәнде.

Буйсан, төҫкә-башҡа әллә ни сибәр булмаһа ла, һөйкөмлө, ҡалын ҡара ҡашлы, алһыу йөҙлө, зәңгәр күҙле ҡыҙ баһадир кәүҙәле, ҡара бөҙрә сәсле, ут сәсеп торған ҡара күҙле Мәхмүт исемле егет менән танышып, училищены тамамлаған йылда кейәүгә лә сығып ҡуйҙы.

Мәхмүт эшкә бик уңған, донъя көтөргә әрһеҙ егет булып сыҡты. Үҙе, өҫтәүенә, һыҙҙырып гармунда, ҡурайҙа уйнай. Ҡулында сүкеш-балтаһы ла уйнап ҡына тора. Эсеүгә лә барымы юҡ. Ауыл хужалығы техникумын тамамлаған егәрле егетте хужалар бик тиҙ күреп ҡалды: ҡырсылыҡ буйынса бригадир итеп ҡуйҙылар. Эштең айышына тиҙ төшөнөп алды ул. Ваҡытында парға ла һөрҙөрҙө, сәсеүҙе лә һуңлатманы. Уңыш йыйыу ваҡытында бер генә тракторҙы ла, комбайнды ла эшһеҙ ултыртманы. Һүҙе үтемле йәш белгес ваҡытында яғыулығын да, запчасть кәрәк-ярағын да тапты. Тиҙҙән уны баш агроном итеп үрләттеләр.

Ире көнө-төнө хөкүмәт эшендә сапҡас, Әҡлимә, бер-бер артлы тыуған ике улын тәрбиәләп, өй эсендәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш менән мәшғүл. Бәхетенә эстән генә ҡыуанып бөтә алмай. Ҡыуанырлыҡ та. Бынамын тигән йорт һалып инделәр. Донъялары етеш. Нимә ашайым, нимә кейәйем, тимәй… Ошолай күпме дауам итер ине икән, әгәр бер мәл ҡоҙоҡ янында күршеһе:

– Әҡлимә, ҡайһылай йонсоп киткәнһең. Ир бирмәк – йән бирмәк шул. Көйәһеңдер инде. Аһ, көймәй! Һинеке кеүек ир юлда аунап ятмай бит инде. Ҡара әле, анау экономист ҡыҙҙы әйтәм, уҡыуын бөтөп эшкә башын тығып та өлгөрмәгән, Мәх­мүтеңдең башын да әйләндергән, – тип бот сапмаһа...

Күршеһенең хәбәре йылан саҡҡандай тәьҫир итте Әҡлимәгә. Биҙрәләрен ярым-ярты тултырҙы ла өйөнә ашыҡты. Булмаҫ, уның Мәхмүте ундай аҙымға бармаҫ. Әле ишеткән хәбәрҙең дөрөҫ булыуы мөмкин түгел. Кеше һүҙе. Ғәйбәт. Ә шулай ҙа …

Мәхмүт менән һөйләшеү ҡыҫҡа булды. Ҡатынының һорауынан ире бер аҙ баҙап ҡалһа ла, тыныс ҡына тауыш менән:

– Эйе. Юҡтан тауыш сығарма­йыҡ, кеше көлдөрөп. Мин ике ғаиләм­де лә ҡарай алам. Үҙем дә ул турала бөгөн һинең менән һөйләшмәксе инем. Иртәгә уның менән бата уҡытабыҙ, – тине, Әҡлимәгә туп-тура ҡарап.

– Юҡ, Мәхмүт. Мин аш бүлеш­кәндә лә, ирҙе уртаҡлаша алмайым, – тип Әҡлимә зәңгәр күҙҙәрен уға төбәне.

– Йәне теләгән – йылан ите ашаған. Балаларҙы ҡалдыр ҙа – ишек асыҡ…

Ире шулай тине лә сөйҙә элеүле торған курткаһын үрелеп алып сығып китте. Әҡлимә баҫҡан урынында ҡатты ла ҡалды. Барыһы ла бөттө. Селпәрәмә килде. Инде ҡайһылай итергә? Ҡалырғамы? Ҡалырға һәм барыһына ла күҙ йомоп йәшәргәме? Әллә… әллә күтәрә һуғып сығып китергәме? Сығып китеп тә бынау заманда ҡайҙа бараһың? Ни ҡулында йүнле һөнәре юҡ.

Төшкә тиклем аңҡы-тиңке булып йөрөнө Әҡлимә. Төрлө яҡлап үлсәп ҡараны. Балаларын атайһыҙ ҙа иткеһе килмәй. Атайһыҙ – ул, әсәйһеҙ ҡыҙ үҫтермә, тиҙәр бит. Аталы бала арҡалы ла була шул. Балаларҙы ҡалдыр, ти. Ниңә Әҡлимә ғәзиздәрен уға ҡалдырып китергә тейеш? Бер уйлаһаң, алты йыл йәшәп, Мәхмүт уны ҡулы менән генә түгел, теле менән дә рәнйеткәне булманы. Яҡшы атай… Ҡайһы ерҙә хата ебәрҙем икән?

Балалары бәләкәй булғас, икәүләп бер ҡайҙа ла йөрөгәндәре лә юҡ шул. Концерт-спектаклдәргә лә Мәхмүт үҙе генә бара. Элегерәк ире, балаларҙы ҡайынбикәгә ҡалдырып, әйҙә икәүләп барайыҡ, ти торғайны. Һуңғы арала өндәшкәне лә юҡ. Ә Әҡлимә һәр ваҡыт һылтау тапты. Бәләкәйе бигерәк мыжыҡ шул. Ҡунаҡтарҙан да илаҡ улын күтәрә лә, мин киттем, һин үҙ яйың менән ҡайтырһың әле, тип сыға ла китә. Ышанғас ни… Күптән бергәләп һабантуйҙарға ла барғаны юҡ.

Мәхмүтенең икенсе ҡатынға күҙ һалыуында үҙенең дә ғәйебе бар түгелме? Юҡ, ғаиләһен тарҡата алмай Әҡлимә. Улдары атай тип әйтеү бәхетенән, атай хәстәренән мәхрүм булмаһын. Былай ҙа ил тулы етем. Үҙенең ғорурлығы тапалһа тапала инде, тик рухы ғына һынмаһын. Күңелен нимәгәлер баҫырға, һыр бирмәҫкә кәрәк.

Әҡлимә башҡаса иренә ул турала һүҙ ҡуҙғат­ма­ны. Бөтә булған үпкәләү-рәнйеүҙәрен эсенә йотоп, тыштан ҡарауға бер ни булмағандай йәшәүен дауам итте. Элеккесә аш-һыуын йүнәтте, иренең өҫ-башын ҡараны. Эстән янһа-янды, ләкин йөҙөн боҙоп йөрөмәне, ризаһыҙ­лыҡ, асыу ҙа белдермәне.

Бөтөнләй үк белемһеҙ, һөнәрһеҙ түгел дәбаһа! Йәшелсә, еләк-емеш үҫтерергә өйрәнеүем бушҡамы ни тип, көҙгөһөн күп итеп тупраҡ алып ҡалды Әҡлимә. Февраль етеү менән тәҙрә төптәренә йәшниктәр ултыртып, татлы борос сәсте. Февраль аҙағында йәшниктәр йәнә өҫтәлде, помидор орлоғо һибелде. Баҡсасылыҡ тураһында китаптар, журналдар һатып алды. Үҙенең училищела уҡыған ваҡытындағы конспекттары ла һаҡланған булып сыҡты.

Май башынан Әҡлимә үҫенте­ләренең ҡайһыларын теплицаға, ҡайһыларын баҡсаға күсереп ултырта башланы. Үҙенән артып ҡалғанын баҙарға һатырға алып сыҡты. Помидорҙар ҡиммәт кенә икән. Төбө биш-алты һум тора. Әҡлимәнең үҫентеләре сәскәгә төйнәлгән, һабаҡтары баш бармаҡтай йыуан. Кеше шунда уҡ талашып алып бөттө. Бер сәғәттәй ваҡыт эсендә мең һумдан артыҡ аҡса эшләне лә ҡуйҙы. Килеменең тинен дә әрәм итмәй, төрлө сорттағы кәбеҫтә, помидор, борос орлоғо һатып алып ҡайтты. Йәйгеһен ҙур ғына итеп йәнә бер нисә теплица эшләтте. Һәр береһенә ике-өс ҡат ябырлыҡ итеп полиэтилен япма ла һатып алып ҡуйҙы. Бер теплицаны рам япмалы иттерҙе. Көҙ уның яртыһына тиклем тиреҫ ташып һалды. Орлоҡ һибеү өсөн ҡулайлай ине был соҡорҙо. Тәҙрә төбөндә күпме генә үҫенте сығарырға мөмкин?!

Орлоҡ сәсер ваҡыт еткәс, мунсаһында һыу ҡайнатып, тиреҫкә һибеп сыҡты. Уның өҫтөнә иләнгән тиреҫ һалды ла йәнә ҡайнаған һыу һипте. Быны Әҡлимә ҡый үләне баҫмаһын өсөн эшләне. Шулай уҡ дезинфекцияланы. Орлоҡтарының һәр сортын айырып сәсеп, исем­дәрен яҙып, табличкалар ҡаҙап сыҡты.Теплицаһын әллә нисә ҡат япма, иҫкерә төшкән балаҫ-юр­ғандар менән нығытты. Шунда ла, көндәр һыуытһа, утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ йөрөнө Әҡлимә. Юҡ, былай булмай, ныҡлы итеп эшләтергә кәрәк, тигән ҡарарға килде.

Яҙ иртә килгәс, үҫентеләрен апрель аҙағында уҡ икенсе теплицаға һирәкләп күсереп ултыртты. Помидорҙары ғына биш мең төптән артыҡ. Татлы боросо, төҫлө, иртә һәм һуң өлгөргән кәбеҫтәләре бар. Әҡлимә уларҙы бала һымаҡ тәрбиәләне. Ваҡы­тында асырға, ваҡытында ябырға тырышты. Буйға үҫеп китмәһендәр тип, самалап һыуын да һипте, күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап, эҫе-һыуыҡҡа сыныҡтырып үҫтерҙе.

Ҡарағусҡыл йәшел үҫентеләр быйыл да үтемле булды. Бигерәк тә “удача”, “щедрая колхозница”, “приполярный” кеүек тәбәнәк сортлы, “Де-Барао” сортлы слива формаһындағы ике-өс метр үҫә торғандарын сират тороп алдылар. Шул тиклем килем алырмын тип үҙе лә уйламағайны, ҡыуанысының сиге булманы Әҡлимәнең.

Рәнйегән күңелен баҫыр өсөн генә башлаған эше ҙур әйләнеш алды. Иренең һаман ике ҡатын араһында йөрөүенә лә әллә ни иғтибар итмәҫ булды. Йөрәккә бойороп булмай, бүтәнде ярата икән… Хәҙер инде Әҡлимә үҙе өсөн тыныс. Ниндәй генә хәл-ваҡиға килеп тыуһа ла, ул әҙер, бирешмәйәсәк. Шулай ҙа ҡатынының ныҡлап аяҡҡа баҫа барғанын күргән ирҙең дә ҡарашы үҙгәргән кеүек. Ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Өлгөрә алмай башлағас, эшселәр алырға тәҡдим итте.

Әҡлимәнең эше гөрләп алға китеүен күптәр оҡшатманы. Уның артынан да, үҙенә лә:

– Етмәгән донъяң бармы? Ниңә шул тиклем ер ҡорто һымаҡ ҡаҙынаһың? – тип уйынан кире ҡайырырға маташтылар.

Барыһына ла аңлатып, һөйләп тора алмай бит инде, Әҡлимәнең ундайҙарға яуабы әҙер:

– Үҙең ергә эйелмәһәң, ер һиңә һуҙылмаҫ. Эшләгеҙ һеҙ ҙә. Эшләһәң, эш ҡарышмай. Ә беҙҙең еребеҙ бик йомарт, ҡөҙрәтле, тик үҙеңә бер аҙ көс һалырға кәрәк.

Эйе, күңел биреп эшләһәң, изге тупраҡ һис кенә лә бурыслы булып ҡалмай. Ҡуйынына һалған һинең ҡатҡан орлоғоңа ла шәфҡәтле тынын өрөп, йәшәү көсө бирә. Ергә яҡынайған һайын уның ни тиклем изге икәнен тояһың. Морон төрткән һәр үҫентегә ҡарап күңел ләззәтләнә, байрам итә. Шундай кисерештәрҙән һуң Әҡлимә эшенә тағы ла дәртләнеберәк тотона.

 

(Аҙағы бар).

- Гөлдәр ӘХМӘҘИШИНА

Читайте нас