Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында республика Башлығы Радий Хәбиров хореография сәнғәте өлкәһендә юғары һөнәри оҫталығы һәм ҡаҙаныштары өсөн Сибайҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирҙе.
Алғы һыҙыҡҡа киткәнгә тиклем улар Сибай концерт-театр берләшмәһенең балет труппаһында эшләне, әле иһә тыуған төйәгенә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты.
– Был егеттәр алғы һыҙыҡта үҙҙәренең хәрби бурысын үтәй. Шул уҡ ваҡытта улар беҙҙең башҡорт мәҙәниәтенең сағыу вәкилдәре булып тора, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә Сибай филармонияһынан лайыҡлы хеҙмәт иткән егеттәр бик күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңыраҡ халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Илнар Хәтмуллин вафат булды. Ул беҙҙең хәтерҙә мәңге һаҡланыр.
Яугирҙәр үҙ сиратында республика етәкселегенә хәрбиҙәргә даими ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.